Бөйөк дала (рок-фестиваль)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк дала (рок-фестиваль)
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Нигеҙләү датаһы 2011
Дәүләт
Муниципально-территориальная единица Хәйбулла районы
Атамаһы Бөйөк дала (рок-фестиваль)
Жанр Рок

Бөйөк дала (рок фестивале) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районында үткәрелгән башҡорт рок-фестивале[1]. Райондың мәҙәни бренды[2].

«Рух» төркөмөнөң тәүге составы
«Дәрүиш» төркөмөнөң тәүге составы

Башҡорт рогына 1990 йылдарҙа Хәйбулла районында нигеҙ һалына. Башланғысты «Дәрүиш» һәм «Рух» төркөмдәре һала.

Беренсе тапҡыр «Бөйөк дала» рок фестивале «Рух» төркөмө ижадының 20 йыллығына бағышлап, 2011 йылда үткәрелә. Унда республика, Рәсәй төбәктәре, Ҡаҙағстан рок-музыканттары ҡатнаша.

Һуңынан ул 2013, 2014, 2018 йылдарҙа уҙғарыла. 2020—2021 йылдарҙа пандемия арҡаһында сара туҡталып тора.

2024 йылда башҡорт рогының «Бөйөк дала» VI асыҡ Республика фестивале үтә. Ул был хәрәкәткә нигеҙ һалған легендар музыканттар: Дим Мәннән (Ҡоләхмәтов), Ғәзинур Биктимеров, Айтуған Акилов, Ирек Атанов иҫтәлегенә бағышлана[2].

Сара барышында «Башҡортостан Республикаһында этно-роктың үҫеш перспективалары» темаһына түңәрәк ҡор ойошторола, уның эшендә хакимиәт вәкилдәре һәм рок-төркөмдәр етәкселәре ҡатнаша[1].

Башҡорт рогы заманында башҡорт йәштәренең милли үҙаңын, телен, мәҙәниәтен тергеҙеүҙә ҙур этәргес булһа, рок фестивале милли рок мәҙәниәтенең иң яҡшы традицияларын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға, ҡатнашыусыларҙың һөнәри оҫталығын күтәреүгә, туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә, рок башҡарыусыларҙы һәм рок яратыусыларҙы берләштереүгә йүнәлтелә. Ҡатнашыусыларҙан мотлаҡ туған телдә һәм тере тауышҡа йырлау талап ителә[3].


Социолог Азамат Буранчин белдереүенсә:

« "...башҡорт рогы кеүек социаль феномендың барлыҡҡа килеүенә йәштәр субмәҙәниәтенең үҫеше, милли үҙаңдың барлыҡҡа килеүе һәм башҡорт халҡының быуындан-быуынға тапшырыла килгән традицион мәҙәниәте булышлыҡ итә, шуға ла ул, рус рогынан айырмалы, халыҡ мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән һәм унан һут ала"[2]. »