Кочетов Иван Данилович
Иван Данилович Ко́четов (1917 йылдың 9 июне, Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы — 1943 йылдың 14 майы, Тверь өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған хәрби осоусы, штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры, гвардия өлкән лейтенанты, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Кочетов Иван Данилович 1917 йылдың 9 июнендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған[1]. Урыҫ. Тулы булмаған урта белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы. Стәрлетамаҡ машина-трактор станцияһында слесарь булып эшләй.
1937 йылда Стәрлетамаҡ ҡала хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырыла. 1938 йылда Ырымбур хәрби осоусылар мәктәбен тамамлай. 1941 йылдың сентябрь айынан Бөйөк Ватан һуғышы фронтында[2].
1943 йылдың 26 ғинуарынан — Төньяҡ-Көнбайыш фронттың 6-сы һауа армияһы 3-сө гвардия штурм авиацияһы (рус.)баш. дивизияһының 70-се гвардия штурм авиацияһы полкының эскадрилья командиры. Гвардия өлкән лейтенанты Иван Ко́четов һауа һуғыштарында батырлыҡ күрһәтә, 462 штурм осошо яһай.
1943 йылдың 15 майында һәләк була. Калинин өлкәһенең, хәҙер — Тверь өлкәһенең Фировский районы) Градобить ауылында ерләнә[3].
1943 йылдың 24 авгусында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән командованиеның (рус.)баш. заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән лейтенанты Кочетов Иван Даниловичҡа үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- Ленин ордены
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Данилович Ко́четовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «4-се гимназия» автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[4][5];
- Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер урам герой исемен йөрөтә, шунда уҡ Кочетов уҡыған мәктәп һәм элекке аэроклуб биналарында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. Һ. Булатов, А. Н. Пинтсон. Кочетов Иван Данилович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
- ↑ 1 2 Н. В. Уфаркин. Кочетов Иван Данилович. Патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Кочетов Иван Данилович. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. — М.: Воениздат.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979/ — Кн. 4.
Һылтанмалар
- Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». Кочетов Иван Данилович (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Кочетов Иван Данилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Кочетов Иван Данилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)
- Республиканский музей боевой Славы. Официальный сайт. Кочетов Иван Данилович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ғинуар 2026)