Борзова Галина Александровна
Биографияһы
Галина Александровна Борзова 1926 йылдың 9 июнендә Вологда губернаһы Вологда өйәҙенең (хәҙерге Вологда өлкәһе Вологда районы) Абрамово ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урыҫ.
Бөйөк Ватан һуғышын санитар дружинница булып үтә.
1952 йылда Иваново туҡыу институтын мамыҡ сифаты техник-технологы һөнәре буйынса тамамлай, һәм тәүге әҙер фабрика-завод өйрәнселеге ФЗУ мәктәбендә дөйөм дисциплиналар уҡытыусыһы булып эшләй.
1956 йылда Г. А. Борзова Кубанға күсеп килә һәм Краснодар камвол-буҫтау комбинатына туҡыусы булып эшкә керә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 9 июнь Указы менән ете йыллыҡ план заданиеларын үтәгәндә һәм туҡыма, трикотаж, аяҡ кейеме, тегелгән әйберҙәр һәм башҡа еңел сәнәғәт әйберҙәре етештереүҙә юғары ҡаҙаныштары һәм күренекле техник-иҡтисади күрһәткестәре өсөн Борзова Галина Александровнаға, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1981 йылда пенсияға сыҡҡанға тиклем, комбинаттың алыштырғыһыҙ профком рәйесе була.
СССР-ҙың 7-се саҡырылыш (1966—1970) Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Краснодар ҡалаһында йәшәй, 2009 йылдың 5 авгусында вафат була, Краснодар крайы Краснодар ҡалаһында ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (09.06.1966);
- Ленин ордены (09.06.1966).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (05.04.1971).
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» миҙалы (1970 йылдың 6 апреле)
- һәм башҡа миҙалдар
Хәтер
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Заздравных Н. Л. Трудовая слава Кубани. — 2-е. — Краснодар: Диапазон-В, 2006. — 220 с. — ISBN 5-91050-023-6.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Заздравных Н. Л. Трудовая слава Кубани. — 2-е. — Краснодар: Диапазон-В, 2006. — 220 с. — ISBN 5-91050-023-6.
Һылтанмалар
Кузоватов С. Галина Александровна Борзова. «Герои страны» сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2020.