Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө
Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейем көнө (рус. День национального костюма народов Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. 2020 йылдан алып апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
Тарихы
Милли кейем көнө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, 2020 йылда булдырыла. Был датаның төп маҡсаты — Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү[1].
2016 йылдың 28 майында «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә Милли кейем республика байрамы үтә. Башта ул башҡорт милли кейеме байрамы булараҡ планлаштырыла, ғәмәлдә Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейеме байрамына әүерелә[2]. Бынан һуң Милли костюм көнө «Евразия йөрәге» Халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында даими билдәләнә[3].
2023 йылда «Ватан» паркы амфитеатрында (рус.)баш. милли кейем флешмобы һәм әйлән-бәйлән үтә. Рәсәйҙең Рекордтар китабын нигеҙләүсе һәм баш мөхәррире Станислав Коненко «Донъя милли кейемдәрендә иң ҙур әйлән-бәйлән» рекордын теркәй — унда 2834 кеше ҡатнаша. Улар Башҡортостандың 54 районынан һәм 9 ҡалаһынан килә. Шулай уҡ әйләнәгә ошо көндәрҙә үткән Рәсәй-Беларусь төбәктәренең X форумында ҡатнашҡан Минск, Гомель, Брест, Витебск, Могилёв өлкәләре вәкилдәре, Иркутск, Ульяновск өлкәләре һәм Саха Республикаһы ҡунаҡтары ҡушыла. Барлығы 20 түңәрәк барлыҡҡа килә[4]
Рәсми нигеҙләнгәс, байрам тағы ла киңерәк ҡолас ала, сөнки ул Башҡортостанда йәшәгән 160-тан ашыу халыҡ һәм милләтең йолаларына һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә иғтибар һәм ихтирам билдәһе булып тора. Был көндә төрлө саралар, милли кейем һәм биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Тарихи кейем өлгөләре күрһәтелә[5].
Республика буйынса онлайн флешмобтар ойошторола. «Милли кейемдә уҡыйым» акцияһы барышында мәктәптәрҙә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына балалар һәм уҡытыусылар милли кейемдәрҙә килә. Был көндә уҙғарылған саралар балаларҙа үҙ халҡының мәҙәниәтенә, йолаларына, кәсептәренә ҡыҙыҡһыныу, ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Хәҙер милли кейемгә, заманса кейемдә милли элементтарға ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостандың дәүләт хеҙмәткәрҙәренә эшлекле милли костюм кейергә тәҡдим ителә. Уның тасуирламаһын Республика Башлығы төбәктең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында үҙенең ҡарары менән раҫлай[6].
Милли кейем көнө — Башҡорт бейеүе көнө, Башҡорт теле көнө, Ҡурай көнө кеүек төбәк байрамдары рәтенә инә, һәм халыҡтың мәҙәни үҙаңын формалаштырыуға булышлыҡ итә[7]
Иҫкәрмәләр
- ↑ С Днем национального костюма народов Республики Башкортостан! Интернет—портал «Культурный мир Башкортостана» (8 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Уфе парад национальных костюмов объединил представителей разных народов. ИА «Башинформ» (29 май 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Байбурина З. Р. «Сердце Евразии» — фестиваль искусств. Министерство культуры Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Яна Базекина. Хоровод в национальных костюмах и мировой рекорд: как прошел второй день фестиваля «Сердце Евразии» в Уфе. Сетевое издание «Комсомольская правда» (28 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ В Башкортостане отметят День национального костюма народов республики. Министерство культуры Республики Башкортостан (6 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
- ↑ Анастасия Андреева. Чиновникам Башкирии рекомендовали носить деловой национальный костюм. РБК (21 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025.
- ↑ Азат Гиззатуллин. В Башкирии 21 октября будет отмечаться День национального танца. ИА «Башинформ» (13 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 декабрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- «Очень модно»: как в Уфе отметили День национального костюма (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2025)