Ҡурай көнө
Ҡурай көнө (рус. День курая) — Башҡортостан Республикаһында милли музыка мираҫын һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында билдәләнгән рәсми мәҙәни байрам. Ул башҡорт халҡының төп символдарының береһе булған ҡурайға бағышлана һәм республика Башлығы Радий Хәбиров Указы менән раҫлана[1][2] һәм Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең концерт-презентацияһында иғлан ителә[3][1].
Байрам тарихы
Ҡурай — башҡорт халыҡ традициялары һәм мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән музыкаль инструмент. Ул 2021 йылда Башҡортостан Республикаһының территориаль бренды булараҡ рәсми теркәлә[4][5][6].
2024 йылдың апрелендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировтың Указына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторола. Ансамблдең художество етәксеһе итеп Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов тәғәйенләнә. Яңы коллектив үҙенең тәүге концертын 10 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткәрә[7].
Сара барышында Радий Хәбиров 10 октябрҙә яңы байрам — Ҡурай көнө билдәләнәсәге тураһында иғлан итә. Төбәк етәксеһенең был белдереүен тамашасылар көслө алҡыштарға күмә.[3][8].
Ҡурай көнө милли музыкаль ҡоралды популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Байрам саралары йәштәрҙе ҡурайҙа уйнауҙы өйрәнеүгә йәлеп итеүгә, шулай уҡ йәш быуындың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был көндө республикала концерттар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана.
Ҡурай көнө — Башҡорт бейеүе көнө, Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө кеүек төбәк байрамдары рәтенә инә, һәм халыҡтың мәҙәни үҙаңын формалаштырыуға булышлыҡ итә.[9]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Указ Главы Республики Башкортостан от 10 октября 2024 года №УГ-1053 «О Дне курая в Республике Башкортостан». Официальный Интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (10 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2024.
- ↑ Радий Хабиров подписал указ о праздновании в Башкортостане Дня курая
- ↑ 1 2 Глава Башкирии учредил новый праздник - День курая.
(10 октябрь 2024).
- ↑ Субъекты Российской Федерации, для региональных товаров которых зарегистрированы географические указания (ГУ) и наименования мест происхождения товаров (НМПТ) Архивная копия от 25 апрель 2021 на Wayback Machine // Роспатент
- ↑ Курай зарегистрировали в качестве территориального бренда Башкортостана. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 1 март (рус.) (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
- ↑ Ҡурай Башҡортостандың территориаль бренды булараҡ теркәлде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 2 март (Тикшерелеү көнө: 2 март 2018)
- ↑ Государственный ансамбль кураистов Республики Башкортостан. Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова.
- ↑ В Башкирии учредят новый праздник. УфаLIVE.
- ↑ Азат Ғиззәтуллин. 21 октябрҙә Башҡортостанда Милли бейеү көнө билдәләнә.
(13 декабрь 2024).