Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы
Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы (9 июнь 1953 йыл) — физик. Физика-математика фәндәр докторы (1997), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005).
Биографияһы
Миңлехан Әбүҙәр улы Фәтихов 1953 йылдың 9 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Ҡушҡаран ҡасабаһында тыуған[1]. 1976 йылда Башҡорт дәүләт университетының физика-математика бүлеген тамамлай һәм шунда уҡ өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшкә ҡала. 2002 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡытыуға күсә, 2010 йылдан башлап шунда уҡ — дөйөм һәм теоретик физика кафедраһы мөдире.
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге күп фазалы системаларҙың йылылыҡ физикаһына һәм гидродинамикаға арналған. М. Ә. Фәтихов тарафынан электромагнит, гидродинамик тәьҫирҙәрҙең һәм башҡа ҡатламға һәм ҡатлам эсендәге яныуға йоғонтоһон берләштереү буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелгән; юғары йышлыҡлы электромагнит ҡырҙарының күҙәнәкле мөхиткә тәьҫире, газогидрат һәм парафин пробкалары булған скважиналарҙа һәм үткәргес торбаларҙа температураның таралыуы тикшерелгән; электромагнит ҡырҙарының нефть һәм газды сығарыу, әҙерләү, күсереү процестарына тәьҫир итеү ысулдары табылған һәм ғәмәлгә индерелгән[1].
380-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.
Төп ғилми хеҙмәттәре[1]:
- Особенности нагрева и плавления парафина в коаксиальной системе под воздействием высокочастотного электромагнитного излучения // Теплофизика высоких температур. 2002. Т.40. № 5;
- Математическое моделирование процесса воздействия соляной кислоты на нагрев карбонатосодержащего нефтяного пласт в высокочастотном электромагнитном поле // Шул уҡ. 2010. Т.48. № 5 (авторҙаш).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2005)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Фәтихов Миңлехан Әбүҙәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.