Мухачёва Элита Александровна
Биографияһы
Элита Александровна Мухачёва (Ветошникова) 1930 йылдың 9 июнендә Түбәнге Новгород ҡалаһында педагог Ветошниковтар ғаиләһендә тыуа. 1933 йылда ғаилә Өфө ҡалаһына күсә. Статистика белгесе булып эшләгән Александр Георгиевич 60 йәшендә педагогия институтының физика-математика факультетын тамамлай һәм ҡыҙын математикаға ылыҡтырып, был фәнгә һөйөү уята.
1947 йылда Элита Александровна Өфө ҡалаһындағы 3-сө гимназияны алтын миҙалға тамамлай һәм медицина институтына уҡырға инә.
1948 йылда документтарын Башҡорт дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетына тапшырырға ҡарар итә. 1952 йылда уны отличие менән тамамлай.
1952—1953 йылдарҙа — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1953 йылда — Өфө дәүләт нефть техник университетында, 1956 йылдан Урал политехник институтында (Свердловск) эшләй.
1958 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй: 1966—1973 йылдарҙа һәм 1977—1984 йылдарҙа — юғары математика, 1984—1998 йылдарҙа — иҫәпләү математикаһы һәм кибернетика кафедраһы мөдире[2].
1961—1965 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Себер бүлегенең Математика институтында ситтән тороп уҡый. Фәнни етәксеһе Леонид Витальевич Канторовичтың уҡыусыһы Геннадий Соломонович Рубинштейн була[3].
1967 йылда — физика-математика фәндәре кандидаты, 1984 йылда техник фәндәр докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Профессор (1982).
2011 йылдың 15 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була[1].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни эшмәкәрлеге иҫәпләү математикаһына, оптималь бесеү һәм төрөү проблемаларына бағышлана. Ул киң производствола гильотина бесеүенең аныҡ һәм яҡынса ысулдарын, бесеү-төрөү планы ысулдарын эшләй һәм ошо операцияларҙы башҡарыуҙың һөҙөмтәлелеген тикшерә; берәмләп һәм ваҡ сериялы производствола һыҙатлы һәм ортогональ бесеү һәм төрөүҙе оптималләштереү мәсьәләләрен хәл итеүҙең метаэвристик ысулын тәҡдим итә.
Бесеү һәм төрөү мәсьәләләрен оптималләштереү проблемалары буйынса Рәсәй мәктәбенә нигеҙ һала.
Элита Мухачёва уҡытыу дәүерендә 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт яҙа, 40 фән кандидаты, 3 фән докторы әҙерләй.
Ғаиләһе
Юрий Мухачёв менән ғаилә ҡороп, ике бала тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985)
• «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1981)
Фәнни хеҙмәттәре
- Рациональный раскрой промышленных материалов. Применение АСУ. М., 1984; Математическое программирование. Новосибирск, 1987 (соавт.).
- G.Belov, G.Scheithauer, E.A. Mukhacheva. One-dimensional heuristics adapted for two-dimensional rectangual strip packing. // Journal of the Operational Research Society (2008) 59, pp. 823—832.
- Мухачева Э. А., Валеева А. Ф. и др. Автоматизация проектирования гильотинного раскроя с обходом дефектных областей на базе эволюционных алгоритмов. // М.: Информационные технологии. 2009. № 2. Приложение. 32 с.
- Картак В. М., Мухачева Э. А., Месягутов М. А., Филиппова А. С. Локальный поиск ортоганальных упаковок с использованием нижних границ. // М.: Изд-во Наука. Автоматика и телемеханика. 2009. № 6 и др.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 А.Ф.Валеева. Мухачёва Элита Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ 2019 йылдың 14 июль көнөндә [https://web.archive.org/web/20190714170945/http://vmk.ugatu.ac.ru/about.htm архивланған. О кафедре]
- ↑ Памяти Э. А. Мухачёвой
Һылтанмалар
- А.Ф.Валеева. Мухачёва Элита Александровна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2025)
- Памяти Э. А. Мухачёвой