Бөтә донъя пациенттар именлеге көнө
Бөтә донъя пациенттар именлеге | |
---|---|
![]() Һиндостан Гималайында хәйриә дауаханаһы | |
Рәсми | World Patient Safety Day |
Мәғәнәһе | пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу |
Нигеҙләүсе | Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы |
Билдәләнә | һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәр |
Дата | 17 сентябрь |
Байрам саралары | байрам традициялары формалаша |
Бөтә донъя пациенттар именлеге көнө — йыл һайын 17 сентябрҙә билдәләнгән сара. Был көндө Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) төрлө илдәрҙән партнерҙар менән хеҙмәттәшлектә пациенттар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү сараларын камиллаштырыу һәм был мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеү маҡсатында раҫлаған.
Байрам тарихы
Бөтә донъя пациенттар именлеге көнөнөң рәсми тыуған көнө тип 2019 йылдың 25 майы иҫәпләнә. Нәҡ ошо көндө, 72-се Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы сессияһында, «Пациенттар именлеген тәьмин итеү буйынса глобаль саралар» исемле WHA72.6 резолюцияһы ҡабул ителә. Был резолюцияны 194 ил хуплай, һәм улар йыл һайын 17 сентябрҙә Бөтә донъя пациенттар именлеге көнөн билдәләргә ҡарар итә[1].
Был байрамды ойоштороу ВОЗ үткәргән 11 рәсми глобаль йәмәғәт һаулығы кампанияларының береһенә инә. Был көндөң төп маҡсаты — пациенттарға күрһәтелгән медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу һәм пациенттарҙың һаулығына кире тәьҫир итеүҙе минималләштереү юлдарын булдырыуға донъя йәмәғәтселеген йәлеп итеү.[2][3]
Байрам традициялары
Бөтә донъя пациенттар именлеге көнө — сағыштырмаса яңы байрам, һәм уның традициялары әле формалашыу стадияһында.
Һәр йыл, байрам алдынан, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы киләһе 365 көнгә саҡырыу һәм лозунг булып хеҙмәт итәсәк тема һайлай. Был темалар пациенттар хәүефһеҙлегенең төрлө аспекттарына ҡағыла, шул иҫәптән дарыуҙарҙы хәүефһеҙ ҡулланыу, инфекцияларҙы булдырмау һәм медицина хатаһын кәметеү[1].
Байрам традициялары иҫәбенә тиҙҙән билдәле һәйкәлдәрҙе, иҫтәлекле урындарҙы һәм йәмәғәт урындарын ҡыҙғылт-һары төҫ менән яҡтыртыу йолаһы булыуы мөмкин. Был элемент Бөтә донъя пациенттар именлеге көнөн үткәреүҙең фирма билдәһе булып, йәмәғәтселекте был мөһим мәсьәләгә иғтибар йәлеп итеүгә булышлыҡ итер тип өмөт ителә.
Бөтә донъя пациенттар именлеге көнө — һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә мөһим сара, ул донъяға медицина практикаһында хәүефһеҙлек мәсьәләләренә даими иғтибар кәрәклеген иҫкәртеп тора.[2]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 17 сентября - Всемирный день безопасности пациентов . Министерство здравоохранения Оренбургской области.
- ↑ 1 2 Всемирный день безопасности пациентов 2024: история и традиции праздника . Семья. Проект КП.РУ.
- ↑ 17 сентября 2024 года - Всемирный день безопасности пациентов . Федеральный государственный контроль (надзор) качества и безопасности медицинской деятельности.
Һылтанмалар
- Всемирный день безопасности пациентов, 17 сентября 2024 г. Улучшение диагностики для безопасности пациентов . «Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы» сайты. (рус.)