Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы

Аҙнаев Салауат Сәйфулла улы (рус. Азнаев Салават Сайфуллович; 17 сентябрь 1939 йыл19 ғинуар 2012 йыл) – химик-технолог-инженер, химия сәнәғәте хеҙмәткәре. 1998–2000 йылдарҙа «Өфөхимпром» берекмәһенең генераль директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979). «Почёт Билдәһе» (1981) һәм Дуҫлыҡ (1999) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Салауат Сәйфулла улы Аҙнаев 1939 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ының[1] Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған.

Юғары белемле: 1968 йылда «химик-технолог-инженер» һөнәре буйынса Өфө нефть институтын[2] тамамлаған.

1962 йылдан Салауат нефть химияһы комбинатында[3] эшләй: 6-сы производствоның 12-се цехында оператор ярҙамсыһы, 1964 йылдан – 31-се цех операторы, 1965 йылдан – смена начальнигы, 1969 йылдан – 24-се цехтың ҡоролма начальнигы, 1971 йылдан – Карбамид заводының 1-се цехы начальнигы була.

1974 йылдан (тәнәфес менән) Мәләүез химия заводының[4] баш инженер урынбаҫары, баш технологы, 1985–1998 йылдарҙа – директоры.

1984 йылда «Башпромбелок» производство берекмәһенең Өфө аҡһым-витамин концентраттары заводы директоры.

1998–2003 йылдарҙа Өфөләге «Химпром» производство берекмәһенең арбитраж идарасыһы һәм генераль директоры[5].

2012 йылдың 19 ғинуарында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
  • Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (1999)[6]
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған химигы (1979)