Бекетов Василий Семёнович

Биографияһы

Бекетов Василий Семёнович 1924 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны Андреев утарында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Андреевка ауылы) тыуған[1]

Ҡыҙыл Армия сафына 1943 йылдың март айында Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1943 йылдың июленән. 1-се Белоруссия фронтында 8-се гвардия армияһы 57-се гвардия уҡсылар полкы гвардия уҡсылар дивизияһының 170-се уҡсылар взводы командиры була[2].

Көнбайыш Буг һәм Висла йылғаларын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. 1944 йылдың 20 июлендә Василий Бекетов үҙенең взводы менән тәүгеләрҙән булып Волын өлкәһе Любомль ҡалаһы районында Көнбайыш Буг йылғаһын аша сыға һәм, көслө ут аҫтында дошмандың траншеяларына бәреп инә һәм бер нисә дошман һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 1 авгусында В. Бекетовтың взводы тәүгеләрҙән булып немецтарҙың көслө артиллерия-миномет уты аҫтында Магнушев ҡалаһы (Польша) районы эргәһендә Висла йылғаһын аша сыға һәм дошманды уларҙың беренсе оборона һыҙығынан ҡыуып сығара. Һуғыштың ҡыҙған мәлендә, яралы рота командирын алмаштырып, гвардия өлкән сержанты яугирҙәрҙе өс тапҡыр һөжүмгә күтәрә, йылдам һөжүм менән немецтарҙың совет подразделениеларына флангынан һөжүм итергә һәм кисеү районынан өҙөргә маташыуына ҡамасаулай[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия өлкән сержанты Василий Семенович Бекетовҡа, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].

1955 йылдан КПСС ағзаһы. 1957 йылда  Кемлян (Мордва) ауыл хужалығы техникумын тамамлай. Күмертау ҡалаһында төҙөлөш идаралығында баш механик, Салауат авторемонт заводында өлкән мастер, механик, Йомағужа районының «Ҡыҙыл маяҡ» колхозында баш инженер, участка начальнигы, Салауат ҡалаһының транспорт предприятиеларында өлкән мастер булып эшләй[1].

1991 йылдың 18 сентябрендә вафат була[1]. Салауат[4] ҡалаһының 2-се зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 октябрендәге 585-се Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Василий Семёнович Бекетовтың исеме Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль (рус.)баш. районының Воскресенск ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһына бирелгән[5];
  • Салауат ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында В. С. Бекетовтың батырлығына арналған бүлек асылған.
  • Салауат ҡалаһында бер урам В. С. Бекетов исемен йөрөтә.
  • Башҡортостан Республикаһы Мораҡ ауылының төньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә бер урам В. С. Бекетов исеме менән аталған.
  • Салауат ҡалаһының Мәңгелек ут мемориалында батырға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Бекетов Василий Семёнович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (21 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Бекетов Василий Семёнович. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 Бекетов Василий Семёнович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  4. Надгробный памятник на могиле В. С. Бекетова на кладбище № 2 города Салавата.
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 2 октября 2020 года № 585 «О присвоении общеобразовательным организациям Республики Башкортостан имен Героев Советского Союза, Героев Российской Федерации и выдающихся деятелей Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (2 октябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь в двух томах — М.: Воениздат, 1987.
  • Андреев С. А. Совершенное ими бессмертно. — М.,1976. / стр.210—211;
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1966, кн.2. / стр.205—209.

Һылтанмалар