Ҡамбаров Сарҙар

Ҡамбаров Сарҙар (рус. Камба́ров Серда́р; 1985 йылдың 25 марты, Өфө) — Рәсәй визажисы, матурлыҡ салондары селтәре хужаһы, телетапшырыуҙар алып барыусы.

ТНТ телеканалында «Перезагрузка» шоуынан һуң киң билдәлелек ала.

Биографияһы

1985 йылдың 25 мартында Өфөлә Гөлдәр һәм Аширмурад Ҡамбаровтар ғаиләһендә тыуған. Милләтенбашҡорт тип һанай. Аксона исемле һеңлеһе бар[1].

Мәктәп йылдарында бейеү менән шөғөлләнә, визаж менән мауыға: уның «моделе» һеңлеһе була[2].

Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай, унан һуң — туғыҙ йыл дауамында — урам музыканты булараҡ сығыш яһай, клубтарҙа бейеүсе була[3]. Уларҙың береһендә буласаҡ ҡатыны — кейем дизайнеры Анастасия Погудина менән таныша.

Визажист булараҡ 2010 йылдарҙан эшләй башлай. Шул ваҡыттан тематик блог алып бара, унда һөнәри кәңәштәре менән уртаҡлаша, һуңыраҡ бьюти-студиялар селтәрен һәм матурлыҡ мәктәбен аса[1].

2016 йылдың яҙынан — ТНТ телеканалында «Перезагрузка» шоуын алып барыусы. Сарҙар Ҡамбаровтың төшөрөү майҙансығындағы коллегалары — Ксения Бородина, стилистар Евгений Жук һәм Александр Девятченко, психолог Виктор Пономаренко була[4].

2021 йылда Мәскәүгә күсенә.

Карьераһы

2010 йылдарҙа стилист Анастасия Погудина менән танышҡас, ул Ҡамбаровҡа үҙенең күргәҙмәһендә эшләп ҡарарға тәҡдим яһай. Сара уңышлы үтә. Бынан һуң Сарҙар бьюти-һөнәр буйынса белем алырға ҡарар итә. Биш йыл дауамында ул Өфөлә, Мәскәүҙә һәм Израилдә мейкап сәнғәтенә өйрәнә, шулай уҡ яңы продукттарҙы һәм текстураларҙы һынап ҡарай һәм уларҙы ҡулланыу ысулдары менән эксперименттар үткәрә.

ТНТ-ла «Перезагрузка» шоуында ҡатнашҡандан һуң Өфөлә иң билдәле кешеләрҙең береһенә әйләнә[5]. Шул ваҡытта беренсе матурлыҡ салонын аса.

2021 йылда Мәскәүгә күсенә, унда тағы ла ике бьюти-студия һәм үҙенең макияж мәктәбен аса.

Шәхси тормошо

2010 йылда Анастасия Погудинаға өйләнә. Никахта уларҙың ике балаһы тыуа — Давид һәм Амелия. 2023 йылда айырылышалар[6].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар