Новиков Юрий Олегович
Юрий Олегович Новиков (рус. Юрий Олегович Новиков; 1957 йылдың 25 марты, Өфө) — совет һәм Рәсәй ғалимы, невролог, остеопат, медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000)[1].
Биографияһы
1957 йылдың 25 мартында Өфөлә тыуған[2]. 1974 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә, уның дауалау факультетын 1981 йылда тамамлай[2]. Институтты тамамлағас, Республика клиник дауаханаһында неврология буйынса интернатура үтә[2], 1981—1988 йылдарҙа Өфөнөң 10-сы дауаханаһында табип-невролог булып эшләй[1][2].
1988 йылда Башҡорт медицина институтының нервы ауырыуҙары кафедраһына клиник ординатураға уҡырға инә[2]. 1990 йылдан — Өфө дәүләт авиация техник университеты ҡарамағындағы «Спектр» ғилми-производство берекмәһенең лаборатория мөдире[1]. 1993 йылда «Профилактика и лечение рефлекторных синдромов поясничного остеохондроза с применением традиционных методов у работников нефтеперерабатывающего завода» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
1994 йылдың 1 сентябренән 2016 йылдың 8 авгусына тиклем — Өфөләге «Мануаль терапия үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһының баш табибы (бер үк ваҡытта дипломдан һуң өҫтәмә профессиональ белем биреү институтының нейрохирургия һәм рефлексотерапия курстары менән медицина реабилитацияһы кафедраһы профессоры)[3][1].
2000 йылда «Восстановительное лечение дорсалгий у работников нефтеперерабатывающей отрасли» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2]. 2001 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университетында: 2001—2007 йылдарҙа дипломдан һуң белем биреү институтының мануаль терапия кафедраһын етәкләй[1], 2015 йылдың 1 сентябренән — нейрохирургия һәм медицина реабилитацияһы кафедраһы профессоры (дипломдан һуң белем биреү институты ҡарамағында)[2]. 2016 йылдан Өфөләге "Профессор Новиковтың ғаилә остеопатияһы клиникаһы"нда ла эшләй[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
Фәнни тикшеренеүҙәре дорсалгияларҙың этиологияһын, патогенезын, диагностикаһын, уларҙы дауалау һәм иҫкәртеүҙе, шулай уҡ терәк-хәрәкәт системаһының дистрофик зарарланыуы осрағында мануаль терапия һәм нервы системаһының вертеброген зарарланыуы булған ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. Уның ҡатнашлығында умыртҡалыҡтың дистрофик ауырыуҙары үҫеше хәүефен алдан билдәләү, остеохондрозҙоң неврологик сағылыштарын дауалау һөҙөмтәлелеген баһалау, тарҡау склерозҙы дауалау һәм башҡа ысулдар эшләнгән.[Мануаль терапия һәм остеопатияны үҫтереүгә ҙур өлөш индерә; Башҡортостан Республикаһында мануаль терапия һәм остеопатияның үҫеше, спондилоген патологияны тергеҙеүсе дауалауҙа был алымдарҙы ҡулланыу уның исеме менән бәйле[3].
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 11 уйлап табыу һәм 50-нән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдиме, шулай уҡ 3 монография авторы[1][3]. Уның етәкселегендә 9 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған[2].
Башҡортостан Республикаһының Мануаль медицина ассоциацияһы президенты (1999 йылдан)[1], Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының остеопатия буйынса баш штаттан тыш белгесе, Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Остеопатия» һөнәре буйынса профиль комиссия ағзаһы[2]. «Российский остеопатический журнал», «Мануальная терапия», «Вестник Биомедицина и социология», «Медико-фармацевтический журнал Пульс» журналдарының редакция коллегияһына инә[2]. «Союз реабилитологов России» йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге рәйесе[4]. Мануаль терапевтарҙың, остеопаттарҙың, неврологтарҙың, ортопедтарҙың һәм дөйөм практика табиптарының көндәлек эше өсөн (авторҙашлыҡта) методик күрһәтмәләр һәм рекомендациялар баҫтырып сығарған[2].
- Төп хеҙмәттәре
- Дорсалгии. — М., 2001.
- Шейные болевые синдромы. — Өфө, 2002 (авторҙаш).
- Немедикаментозное лечение шейных болевых синдромов. — Өфө, 2009 (авторҙаш)[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исеме (2000)[1].
- Башҡортостан комсомолының фән, техника һәм производство өлкәһендәге премияһы лауреаты (1989) — «Рефлекторных методов диагностики неврологических синдромов позвоночного остеохондроза» эшләнмәһе өсөн[2].
- Өфө ҡалаһы ҡала округы Администрацияһының Почёт грамотаһы (2012)[2].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (2018) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Новиков Юрий Олегович. bashenc.online. БР ДАФУ «Башҡорт энциклопедияһы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 Новиков Юрий Олегович. bashgmu.ru. Башкирский государственный медицинский университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
- ↑ 1 2 3 Новиков Юрий Олегович. famous-scientists.ru. Энциклопедия «Известные учёные». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.
- ↑ 1 2 Новиков Юрий Олегович. novikov-ufa.ru. «Клиника семейной остеопатии профессора Новикова». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2026.