Сиренко Иван Лаврентьевич
Иван Лаврентьевич Сире́нко (1910 йылдың 25 марты, Парафеевка, Малиновка ауыл советы — 1965 йылдың 8 июне, Киев) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, лётчик, гвардия подполковнигы. 1939—1940 йылдарҙағы совет—фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945)[1].
Биографияһы
Сиренко Иван Лаврентьевич 1910 йылдың 25 мартында Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы) Парафеевка ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Украин. 1932 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы.
Тулы булмаған урта мәктәптең ете синыфын тамамлаған. Ырымбурҙа Дәүләт төҙөлөш контораһында эшләй, Ырымбур паровоз һәм вагон ремонтлау заводында тимерсе-сүкешсе була.
1931 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1932 йылда Вольский хәрби авиация-техник мәктәбен, ә 1935 йылда — Кача хәрби авиация осоусылар мәктәбен тамамлай.
1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша, Бөйөк Ватан һуғышында — 1941 йылдың июненән. 34-се гвардия бомбардировка авиацияһы (рус.)баш. Тихвин Ҡыҙыл Байраҡлы Кутузов орденлы полктың (276-сы бомбардировка авиация дивизияһының 1-се һауа армияһы 3-сө Белорус фронты), командиры урынбаҫары, гвардия майоры. Калинин, Көнбайыш, Ленинград, 3-сө Белорус фронттарында 13-сө һәм 1-се һауа армияһы составында һуғыша.
Вильнюс һәм Ржев эргәһендәге оборона операцияларында ҡатнаша, Мәскәү, Ленинград оборонаһында, Балтик буйын азат итеүҙә, уның территорияһында дошманды тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Ике аяғы һәм уң ҡулы яралана.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң лётчик СССР Хәрби-Һауа көстәрендә (рус.)баш. хеҙмәтен дауам итә, 1953 йылдан подполковник И. Л. Сиренко — запаста. Киевта йәшәй.
1965 йылдың 8 июнендә вафат була[1]. Киевтағы Дарницкий зыяратында ерләнә[2].
Батырлығы
И. Л. Сиренко тәжрибәле командир һәм һауа яугире булараҡ, бомбардировщиктар төркөмөн төрлө маҡсаттарға алып барған. Һуғыш яланында, тимер юл станцияларында, аэродромдарҙа, диңгеҙ порттарында тере көстәрҙе һәм хәрби техниканы юҡ иткән.
1944 йылдың 12 мартында И. Л. Сиренко етәкләгән һөжүм итеүсе Пе-2 бомбардировщиктар эскадрильяһы Вильнюс — Кёнигсберг шоссеһы буйлап китеп барған танктар һәм бронетранспортерҙар колоннаһын бомбаға тота. Бомбалар шартлауынан маҡсат күренмәй. Пикенан сыҡҡас, И. Л. Сиренко самолетына дүрт «мессершмитт» ташлана. Тигеҙ булмаған алышта самолет бәреп төшөрөлә, ә И. Л. Сиренконың ике аяғы һәм ҡулы яралана.
Оҙайлы дауаланыуҙан һуң И. Л. Сиренко полкка кире ҡайта һәм Көнсығыш Пруссияла илбаҫарҙарҙы туҡмауын дауам итә. Бында ул полк етәкселегендә 30-ҙан ашыу хәрби осош яһай. Кёнигсбергты штурмлауҙың өсөнсө көнөндә майор И. Л. Сиренко туғыҙлы Пе-2 самолетын Девауҙағы дошман аэродромына әйҙәй, унда самолеттарҙың күп һаны урынлашҡан була. Маҡсатҡа етеп килгәндә уны көслө зенит уты ҡаршы ала. Оҫта хәрәкәт итеп, И. Л. Сиренко төркөмдө ут аҫтынан алып сыға. Диңгеҙ яры буйына сығып, ул борола һәм ҙур тиҙлек менән түбән осоп маҡсатҡа ташлана. Һөҙөмтәлә ун биш самолет яндырыла һәм яғыулыҡ менән склад шартлатыла.
1945 йылдың май айында 34-се гвардия бомбардировка авиацияһы полкының командиры урынбаҫары гвардия майоры И. Л. Сиренко дошман ғәскәрҙәре өйкөмөнә һәм нығытмаларына 153 хәрби осош яһай.
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 29 июнендәге Указы менән командованиеның (рус.)баш. хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия майоры Сиренко Иван Лаврентьевичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 6359) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы, (29.06.1945);
- Ленин ордены (29.06.1945);
- Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (24.02.1942, 21.06.1944);
- Александр Невский ордены (29.11.1944)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (25.04.1945);
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены;
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944);
- «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1944).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Иван Лаврентьевич Сиренконың исеме Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль (рус.)баш. районы Приют эшселәр ҡасабаһының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[5][6];
- Вольский юғары хәрби училищеһы (хәрби институт) территорияһында юғары уҡыу йорто идаралығы бинаһы ҡаршыһында Геройға һәйкәл һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылған;
- Башкортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһының «Ватанды һаҡлаусыларға» мемориаль комплексы территорияһында И. Л. Сиренконың бюсы урынлаштырылған, бында шулай уҡ мемориаль таҡтаташ бар.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Ғ. Һ. Булатов. Сиренко Иван Лаврентьевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
- ↑ Сиренко Иван Лаврентьевич. Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
- ↑ Сиренко Иван Лаврентьевич. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
- ↑ Указ Президиума ВС СССР от 29.06.1945. Президиум ВС СССР (29 июнь 1945). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. (рус.)
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2. (рус.)
- Золотые звёзды Оренбуржья: биографический справочник / В. П. Россовский; ред. Е. А. Урбанович; рец. У. А. Батыров, Н. М. Румянцев. — изд. 2-е, перераб. и доп. — Оренбург: ИПК «Южный Урал», 2005. — С. 78—79. — 595 с. — ISBN 5-94461-009-3. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026)
- Несокрушимые. — Уфа, 1985. (рус.)
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. (рус.)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Сиренко Иван Лаврентьевич (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026)
- Портал «Проза.ру». 34-й Гвардейский бомбардировочный авиационный полк (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026)
- Проект «Краевед Оренбуржья». Сиренко Иван Лаврентьевич (1910–1965) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026)
- Сайт Оренбуржцы — герои страны. Герои Советского Союза. Сиренко Иван Лаврентьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2026)