Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы

Кәримова Эльвина Хәйҙәрйән ҡыҙы (25 март 1994 йыл) — Рәсәй ватерполисткаһы, «Уралочка-ЗМЗ» ватерпол клубының һәм Рәсәй йыйылма командаһының һөжүмсеһе. Атҡаҙанған спорт мастеры[2]. Башҡорт[3].

Биографияһы

Балаҡатай районының Ҡәҙер ауылында тыуа һәм бала сағы шунда үтә. Ғаилә Златоуст ҡалаһына күсенгәс, туғыҙ йәшенән Эльвинаны «Уралочка» спортклубына (тренеры — Михаилу Накаряков) бирәләр[3].

Карьераһы

«Уралочка-ЗМЗ» командаһында һөжүмсе булып сығыш яһай. 2011 йылда (15 йәшендә) спорт мастеры нормативын үтәй[4].

Рәсәй Йәштәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһап, донъя (2009, 2012) һәм Европа беренселегендә еңеү яулай (2010, 2012)

2013 йылда Универсиада еңеүсеһе була һәм халыҡ-ара кластағы спорт мастеры спорт исеме бирелә[5].

Белеме

Силәбе дәүләт университетының ситтән тороп һәм дистанцион белем алыу факультеты студенты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (25 август 2016 йыл) — 2016 йылда Рио-де-Жанейролағы (Бразилия) XXXI Олимпиада уйындарындағы юғары спорт ҡаҙаныштары, еңеүгә ихтыяр һәм ынтылыш өсөн[6].
  • Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (2013)[7].