Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы
Биографияһы
Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы 1965 йылдың 25 мартында Башҡорт АССР‑ының Сибай ҡалаһында тыуған. Сибайҙың «Искра» спорт клубында шөғөлләнә, тренерҙары Р. Р. Кәримов, Э. Н. Нурмөхәмәтов, Р. Т. Әхмәтвәлиев. Фәнил Ғәфүр улы Уйылданов өс төрлө бәйге көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат. Европа (1996, 1998), Евразия (2001), Рәсәй (1996—98, 2001) һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе универсиадаһы (1996) чемпионы, Европа чемпионатының бронза призёры (1996), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2003) һәм ике бронза (1999, 2001) призёры; профессионалдар араһында Европа чемпионы (2000). Ветерандар араһында Рәсәй чемпионы (2012) һәм Донъя кубогының бронза призёры (2014). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1996—2000)[1].
Фәнил Ғәфүр улы Уйылданов алты бала атаһы. Ҡасандыр үҙ көсө менән Европа чемпионы кимәленә күтәрелгән уҙаман хәҙер башҡаларға спорт үрҙәрен яуларға ярҙам итә. Чемпион Сибай ҡалаһында үҙ аҡсаһына ике спорт залы асып, унда күнекмәләр үткәрә һәм иң мөһиме — теләгән һәр кемгә бушлай. Ул спортты эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙә бер ысул тип һанай. Йәшел йылан менән шаярыусылар күберәк булған биҫтәне һайлап алып спорт менән шөғөлләнергә шарттар тыуҙыра. Ул балаларҙы сәләмәт йәшәргә өйрәтергә,дөрөҫ юлдан атларға ваҡыт та мөмкинлек тә таба.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)
Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1999).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы
Һылтанмалар
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Уйылданов Фәнил Ғәфүр улы