Калганов Алексей Нестерович

Алексей Нестерович Калга́нов (1921 йылдың 25 марты, Яңы Ҡуғанаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе1990 йылдың 16 апреле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945).

Биографияһы

Калганов Алексей Нестерович 1921 йылдың 25 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡуғанаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1].

Мәктәптә 7 класты тамамлай, һуңынан колхозда эшләй.

1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында: Воронеж, Брянск, Үҙәк, 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. Яралана, контузия ала[2].

Берлинға барып ингән ерҙәрҙәге һуғыштарҙа һәм урам һуғышында батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 23-25 апрелендә расчёт менән туранан-тура төҙәп 2 танкты, 3 зенит орудиеһын, 2 пулеметты, 15 фаустник, автоматсылар төркөмөн юҡ итә. Һуғыштарҙың береһендә яралана, әммә сафта ҡала, фашистарҙың тағы ике танкыһын яндыра һәм бер нисә һалдатын юҡ итә[2].

Командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн 1945 йылдың 31 майында «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[3].

1946 йылда демобилизациялана. Ауыл хужалығы етәксе хеҙмәткәрҙәренең партия мәктәбен тамамлай. 1967 йылда Өфөгә килә, бындағы витамин заводында эшләй.

1990 йылдың 16 апрелендә вафат була[1]. Өфөлә ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Калганов Алексей Нестеровичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районының Ҡырмыҫҡалы ауылындағы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[4];
  • Ҡырмыҫҡалы районының Яңы Ҡуғанаҡ һәм Ҡырмыҫҡалы ауылдарында Герой исеме менән урамдар аталған[5];
  • Ҡырмыҫҡалы районы Карл Маркс исемендәге колхоздың почётлы колхозсыһы[5];
  • Курск ҡалаһының почётлы гражданы[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 И. Ғ. Кәримова. Калганов Алексей Нестерович (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (17 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026.  (баш.)
  2. 1 2 3 Калганов Алексей Нестерович. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Калганов Алексей Нестерович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)
  5. 1 2 Калганов Алексей Нестерович. Общественный проект Приволжского федерального округа «Герои Отечества». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар