Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы
Резида Рауил ҡыҙы Фәхруллина (рус. Резида Равиловна Фахруллина; 1962 йылдың 1 апреле, Үрге Маншыр, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй театр һәм кино актёры. 1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театры артисы (1991), бер үк ваҡытта 2007 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының (2003) һәм Татарстан Республикаһының (2006) халыҡ артисы.
Биографияһы
1962 йылдың 1 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Үрге Маншыр ауылында тыуған.
1986 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ф. К. Ҡасимова курсы) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй башлай. Лирик-драматик актёр.
1991 йылдан Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй, ә 2007 йылдан алып Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта[1].
«Көлөрһөң дә, көйөрһөң дә», «Йыр булып ҡайтырмын!», «Йәшлек мөғжизәләре» һәм башҡа театрлаштырылған тамашалар режиссеры. «Ике алыҫ-яҡын ҡыштар» кинофильмында төшә(«Башҡортостан» киностудияһы, 1996).
1992 йылдан Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
2022 йылда «Нур» театрының «Әлдермештән Әлмәндәр» спектаклендә ҡатнаша[2][3].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
Башҡорт драма театрында: Әлиә («Майҙан тотабыҙ», Нәжиб Асанбаев; дебют, 1986), Гөлзифа («Башҡорт туйы»), Илфирә («Аманатҡа хыянат» Ф. В. Боғҙанов).
«Нур» театрында ролдәре: Джульетта («Ромео һәм Джульетта», Уильям Шекспир), Гөлсөм (Ғ. Исхаҡиҙың «Көҙ» повесы буйынса шул уҡ исемле спектакль), Зөлфиә («Үҙеңдең йөрәгеңде аяуһыҙландырма» Р. Ҡол-Дәүләт), Шәмсиғаян («Өс аршын ер», А. М. Ғиләжев), Мәҙинә («Ай булмаһа, йондоҙ бар», .Т. Миңнуллин), Дилбәр («Гүргә инер сер ине», Р. М. Кинйәбаев), Ольга (А. П. Чеховтың «Апалы-һеңлеле өсәү» пьесаһы мотивтары буйынса Л.-М. Зайлаускастың «Апалы-һеңлеле өсәү. Йылдар үткәс…» спектакле), Сәмиға («Кейәүкәй» Х. Ибраһимов) һәм башҡалар.
Резеда Рауил ҡыҙының уйнаған ролдәре характерҙы тәрән аңлау, геройының эске донъяһын, уның фажиғәле яҙмышын тулыһынса асыу менән айырыла.
Ғаиләһе
Биш балалы ғаиләлә үҫә. Әсәһе Альбина Мирғәли ҡыҙы колхозда эшләй. Атаһы Рауил Хәниф улы — нефтсе, пенсия йәшенә яҡыная килә — колхозға күсә, художестволы үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, гармунда уйнай, бейей.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Наурыҙ» Халыҡ-ара Төрки халыҡтар театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһы лауреаты — «Көҙ» спектаклендә Гөлсөм роле өсөн (1998, Ҡазан);
- К. Тинчурин исемендәге IV республика театр фестивалендә «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» лауреаты (1999, Ҡазан);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003)[4];
- Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2006);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1995).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Фахруллина Резида Равиловна. 6 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ На сцене театра «Нур» - Старик Альмандар и… его гостья. 6 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе театр «Нур» поставил документальный спектакль на тему СВО. 6 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Башкортостан: Президент республики вручил государственные награды артистам республиканских театров. 6 ноябрь 2025 тикшерелгән.
Әҙәбиәт
- Нуртдинов Р. К вершинам созидания. — Уфа, 2005.
- Иксанова Г. О театре И не только: очерки, интервью, рец. — Уфа, 2006.
Һылтанмалар
- Фәхруллина Резида Рауил ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 30 ғинуар 2021)
- Дослужилась до «трактирщицы» // Российская газета
- Фахруллина Резида Равилевна // Уфимский государственный татарский театр «Нур»