Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы

Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы Сираева (рус. Сираева, Савия Гимадлисламовна1934 йылдың 5 ғинуары, Иҫке Исай ауылы, Нуриман районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — совет, Рәсәй театр һәм кино актёры. Салауат башҡорт дәүләт (19960-1963), Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма (1964—1989), Өфө йәш тамашасы (1989 йылдан), «Нур» татар (1993 йылдан) театрҙарында эшләй. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы[1].

Биографияһы

1934 йылдың 5 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Иҫке Исай ауылында тыуған.

1952 йылда Өфө дәүләт театр-художество училищеһын (Х. Бухарский курсы) тамамлай.

Училищены тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында, шунан 1960—1963 йылдарҙа — Салауат башҡорт дәүләт драма театры артисы, 1964 йылдан хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында, 1989 йылдан — Өфө йәш тамашасылар театрында, 1993 йылдан — Өфө «Нур» татар дәүләт театрында эшләй.

Сәүиә Сираева — комик һәм үткер характерлы ролдәр актёры.

Режиссёр булараҡ, 1999 йылда «Нур» театрында Сәйфи Ҡудаштың «Урман әкиәте» спектаклен сәхнәгә ҡуя, ул «Ҡолонсаҡ — 2000» II республика балалар спектаклдәре фестивале лауреаты була һәм «иң үҙенсәлекле ҡуйылыш» номинацияһында бүләкләнә[2].

1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

2019 йылда Сәүиә Сираева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнә[3]>.

2021 йылдың апрелендә сәхнә оҫтаһына «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[4].

2024 йылдың февралендә «Нур» театрында үткән юбилей кисәһендә Сәүиә Сираеваға Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Почёт грамотаһы тапшырыла[5].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

  • Йыһан — «Башмағым» М. Фәйзи;
  • Сабира — «Ҡыҙ урлау» М. Кәрим;
  • Сайма — «Ҡибла ҡайҙа?» Аманулла;
  • Гөлниса — «Рәйсә» Н. Асанбаев;
  • Гөлирә — «Аманатҡа хыянат» Ф. Богданов;
  • Тайфа — «Өс аршын ер» Ә. Ғиләжев;
  • Разия — «Яңғыҙ» Т. Миңнуллин;
  • Сихырсы — «Сихырсы» Н. Ғиматдинова;
  • Сәйҙә — «Үлтер мине, йәнем!» Г. Несин;
  • Хәтирә — «Йәшлегем яулығы» Т. Миңнуллин;
  • Әсәй — «Әсәйемдең аҡ яулығы»;
  • Бибиәсмә — «Көҙ» Ғ. Исхаҡи;
  • Тутыя ханым — «Һаҡлайыҡ әле күңел хистәрен» Р. Кол-Даулет;
  • Мәрфуға — «Күрәҙәсе» З. Хәким;
  • Йыһан — «Аршин мал алан» Ү. Ғажибәков;
  • Ҡатын — «Төш» М. Ғиләжев;
  • Мәрйәм инәй — «Аҡлы-ҡаралы мөғжизә» И. Бикбулатов;
  • Ғәлимәбану — «Ғәлиәбаныу» М. Фәйзи;
  • Ҡорбанбикә — «Киске табын» М. Кәрим;
  • Фәриҙә өләсәй — «Уйҙарымдан ғына юғалма…» Р. Гюнтекин;
  • Маһруй ҡоҙағый — «Еҙнәкәй» Х. Ибраһимов;
  • Тутыҡай — «Ябалаҡ боролошонда» Ф. Бигашев;
  • Нәғимә — «Банкрот» Ғ. Камал;
  • Йыһан — «Йыр менән янған» М. Фәйзи;
  • Апай — «Без йәнәш йәшәйбеҙ» Аманулла;
  • Байбикә — «Ҡурай моңдары» Н. Ғәйетбаев;
  • Зәбирә — «Законлы никах менән» Ә. Атнабаев;
  • Любовь Шевцова — «Йәш гвардия» А. А. Фадеев;
  • Майсәрә — «Американ» К. Тансурин;
  • Әсәй — «Ай булмаһа, йондоҙ бар» Т. Миңнуллин;
  • Миңлегөл — «Йырланмаған йыр» М. Кәрим;
  • Нәсихә — «Юл сатында» Ә. Атнабаев;
  • Райсовет рәйесе — «Ун өсөнсө председатель» Ә. Абдуллин;
  • Рәсимә — «Ауыл күренештәре» Ә. Мирзаһитов;
  • Рәсимә — «Игеҙәктәр» Ә. Атнабаев;
  • Рәхилә — «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» Т. Миңнуллин;
  • Сверюга — «Иванов» А. П. Чехов;
  • Судья — «Ун өсөнсө председатель» Ә. Абдуллин;
  • Тайфа — «Өс аршын ер» Ә. Ғиләжев;
  • Ҡорбанбикә — «Киске табын» М. Кәрим;
  • Ғәлимә — «Хажи әфәнде өйләнә» Ш. Камал;
  • Ағинәй — «Аҡ сәскә — һиңә бүләк» Р. Нурлығаянов[2]Савия Сираева. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026..

Мәрйәм ролендә «Ай ҡыҙы» (2001—2002; ТРК «Башкортостан») телефильмында төшкән[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены (2024)[6];
  • Салауат Юлаев ордены (2019)[7];
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007)[8];
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989);
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (2000);
  • Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының Почёт грамотаһы (2024);
  • Нуриман районының почётлы гражданы;
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021)[9];
  • Салауат Юлаев (2019) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2024) ордендары кавалеры. Нуриман районының һәм Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2021);
  • «Дуслык» ордены (2023, Татарстан)[10];
  • «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2024)[11];
  • «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2021)[2].

Ғаиләһе

Ғимаҙлислам менән Гульямал Сираевтарҙың ҙур ғаиләһендә 12-се кинйә бала булып тыуа. Тыуған ауылында туғандарынан Рәшит ағаһы йәшәй. Сәүиә Сираева — ике ул әсәһе һәм өс ейән-ейәнсәргә өләсәй. Бер улы Өфөлә йәшәй, коммерция менән шөғөлләнә, икенсеһе — Мәскәүҙә[12].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Г. Х. Усманова. Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. 1 2 3 Сираева Савия Гимадлисламовна. teatrnur.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  3. Указ Главы Республики Башкортостан от 09.04.2019 N УГ-106 "О награждении орденом Салавата Юлаева Сираевой С.Г." | ГАРАНТ. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  4. Почетные граждане Уфы: Савия Сираева. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  5. Народной артистке Башкирии Савие Сираевой вручили орден Дружбы народов  (рус.). 1 июль 2026 тикшерелгән.
  6. В Уфе актрисе Савие Сираевой вручили Орден Дружбы народов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026. Архивировано 18 февраль 2024 года.
  7. Указ Главы Республики Башкортостан от 09.04.2019 N УГ-106 "О награждении орденом Салавата Юлаева Сираевой С.Г." | ГАРАНТ. base.garant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 20 августа 2007 года № 1088 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  9. Почетные граждане Уфы: Савия Сираева. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  10. Указ Раиса Республики Татарстан от 21 апреля 2023 года № 248 «О награждении орденом «Дуслык»». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  11. Указ Президента Российской Федерации от 20 декабря 2024 года № 1089 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.
  12. Савия Сираева – гордость нашего района. baigildino.ucoz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.

Әҙәбиәт

  • Г. Иҡсанова. Театр тураһында һәм уның тураһында ғына түгел: очерктар, интервью, рец. Өфө, 2006

Тема буйынса өҫтәмә