Фәтхетдинов Салауат Зәки улы

Салауат Зәки улы Фәтхетдинов (рус. Салава́т Заки́евич Фатхутди́нов; 1960 йылдың 10 ғинуары, Аҡсәйет, Башҡорт АССР-ы) — татар эстрада йырсыһы, театр һәм йәмәғәт эшмәкәре, «Салауат» йыр театры етәксеһе, педагог, спортсы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Татарстан Республикаһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, автомобиль спорты буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Биографияһы

Бала сағы

Салауат Фәтхетдинов 1960 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Тәтешле районы Аҡсәйет ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. Ғаиләлә алты бала тәрбиәләнә. Ата — әсәһе Тәғлимә апай һәм атаһы Зәки Фәтхетдиновтар балаларға милли мәҙәниәткә, телгә һәм традицияларға хөрмәт тәрбиәләй. Салауат бәләкәйҙән артистизм күрһәтә: мәктәптә концерттарҙа ҡатнаша, гармунда уйнай, һабантуй кеүек халыҡ байрамдарында бейей. Параллель рәүештә спорт менән мауыға: гер спорты, ирекле көрәш, ауыр атлетика. Уның физик сыҙамлығы тирә яҡта легенда булып тарала. Аҡсәйет урта мәктәбен тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Сығарылыштан һуң (1977) Илмәт ауылында клуб мөдире булып эшләй[1].

Хәрби хеҙмәт һәм ижади юлды

1979 йылда СССР Ҡораллы Көстәренә хеҙмәткә саҡырыла. Хеҙмәт итеү осоронда автомобиль йөрөтөүҙе үҙләштерә һәм водитель таныҡлығы ала. 1981 йылда армиянан ҡайтҡас, тыуған ауылы Аҡсәйеттә музыкаль үҙәкте етәкләй, унда үҙешмәкәр ижад менн шөғәлләнә.

1980-се йылдарҙа, автоуҙышсы Фәрит Бәҙретдинов менән дуҫлаша, кросс автоспорты менән ҡыҙыҡһына. Был мауығыу һуңынан уның төп профессиональ эшмәкәрлеге булып китә[1].

Һөнәри белеме Һәм Яр Саллыға китеүе

1986-1989 йылдарҙа Ҡазан дәүләт мәҙәниәт институтының режиссерлыҡ бүлегендә уҡый (Хәҙер Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы (рус.)баш.), унда «Театрлаштырылған тамашалар һәм байрамдар режиссураһы» һөнәре буйынса диплом ала.

1989 йылда «Татар жыры» республика конкурсында ҡатнашып лауреат исемен ала. Шул уҡ йылда уның дебют музыкаль альбомы сыға. 1990 йылда Яр Саллыға күсеп килә, унда эксперименталь музыкаль берекмәне етәкләй, ә 1992 йылда «Салауат» йыр театрына нигеҙ һала һәм театрҙың алыштырғыһыҙ художество етәксеһе була[1][2].

Ижады

Репертуары

Фәтхетдиновтың ижади репертуарында 400-ҙән ашыу композиция иҫәпләнә, башлыса татар телендә. Текстарҙың авторҙары — Ренат Харис, Роберт Миңнуллин, Марсель Сәлимйәнов; композиторҙары-Радик Юлдашев, Альфред Ғарипов, Илдар Ғабдрахманов. Йырҙарҙың төп темалары тыуған илгә, әсәгә, татар халҡына һөйөү, рухи ҡиммәттәр, патриотизм һәм милли үҙенсәлек. Иң билдәле композициялары:

  • Туған көн;
  • Әнкәмнең догалары;
  • Урсал тауҙа;
  • Ярангөл;
  • Һин миңә яҙмағас.

1989 йылдан йыл һайын яңы йырҙар менән яңы альбомдар сығара. 2018 йылда ижади эшмәкәрлегенең 29 йыллығына арналған «Миҙгел 29» концерт программаһын тәҡдим итте. Фәтхетдинов йыш ҡына башҡа артистар менән хеҙмәттәшлек итә: Alqanat менән берлектә «Яҙмыш йыры», Дилара Илалетдинова менән «Һандуғас» йырҙарын яҙҙырҙы, «Уфтанма» композицияһы Элвин Грей репертуарына инеп китте.

  • «Салауат» йыр театры

«Салауат» йыр театры 1992 йылда Яр Саллыла эшләй башлай. Театр концерт эстрадаһы, драма театры һәм музыкаль-хореографик постановка элементтарын берләштерә. Театр Рәсәй һәм сит илдәр буйлап гастролдәрҙә йөрөй, мәғариф, хәйриә һәм мәҙәни-ағартыу проекттарында ҡатнаша.

2005 йылдан театр эргәһендә татар музыкаль мираҫын һаҡлауға һәм яңы башҡарыусылар әҙерләүгә йүнәлтелгән һәләтле йәштәр өсөн мәктәп-студия эшләй башлай.

Халыҡ-ара эшмәкәрлеге

Фәтхетдинов Рәсәйҙән ситтә Төркиәлә, Финляндияла, Чехияла, АҠШ-та, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, шулай уҡ БДБ илдәрендә бер нисә тапҡыр сығыш яһай. Сит илдәрҙә татар мәҙәниәте илсеһе булып таныла. «Төрки донъя» (Анкара), «Созвучие культур» (Абу-даби) халыҡ-ара фестивалдәрендә әүҙем ҡатнаша)[1][2].

Спорт

Салауат Фәтхетдинов — автокросс буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй чемпионы (2008-2009, D1 класы), Европа чемпионы (2009). 2007 йылда «Салауат кубогы» ярышын ойоштора, йыйылған аҡсаны балалар йорттарына һәм реабилитация үҙәктәренә йүнәлтә. Шулай уҡ, Салауат Фәтхетдинов Татарстан Республикаһының Гер спорты Федерацияһы президенты[3][4].

Йәмәғәт һәм педагогик эшмәкәрлеге

2007 йылда Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының доценты, 2015 йылда эстрада сәнғәте кафедраһы профессоры.

2015 йылда Рәсәй балалар фондының Татарстан Республикаһындағы Төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе итеп тәғәйенләнә. Артабан ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам итеү өсөн хәйриә концерттары, спорт саралары һәм мәҙәни проекттар ойоштора[5].

2021 йылда Татарстан Республикаһы мәҙәниәт министрының кәңәшсеһе.

Һайлауҙарҙа ҡатнашыу кеүек социаль-сәйәси башланғыстарҙы хуплай. 2024 йылда Рәсәй Федерацияһы президентына кандидат Владимир Путиндың ышаныслы кешеләре исемлегендә була[1].

Шәхси тормошо

1982 йылда Ләйсән Фәтхетдиноваға өйләнгән. Өс бала тәрбиәләгәндәр:

  • Ҡыҙҙары Лиана Фәтхетдинова Яр Саллыла йәшәй, кейәүҙә;
  • Ҡыҙҙары Алина Фәтхетдинова АҠШ университетының театр факультетын тамамлаған, сәнғәт өлкәһендә эшләй;
  • Улдары Рөстәм Фәтхетдинов — автоуҙышсы, S 1600 класында автокросс буйынса Рәсәй чемпионы.

Ғаилә тыуған яғы менән тығыҙ бәйләнештә: йыл һайын тыуған ауылы Аҡсәйеттә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамыныъ бағыусыһы була.

Фәтхетдинов әүҙем социаль тормош алып бара: ҡала һәм республика сараларында ҡатнаша, социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрҙә даими рәүештә тура эфирҙар үткәрә[1].

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1991);
  • Татарстан Республикаһының халыҡ артисы (1995);
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1997);
  • Татарстан Республикаһы Гуманитар фәндәр Академияһы академигы (1998);
  • Татар йырын популярлаштырғаны һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн муса Йәлил исемендәге премия лауреаты (2003);
  • II дәрәжә «Әл-Фәхр» Почет ордены (Рәсәй мөфтөйҙәр Советы, 2003) рухи һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлауға индергән өлөшө өсөн;
  • Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2004)[6];
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты (2008);
  • Ульяновск өлкәһенең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010);
  • Тәтешле районының Әнғәм Атнабаев исемендәге премияһы лауреаты (2010);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2019);
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены (Рәсәй, 2022 — РФ Президенты указы менән «Милләт-ара бәйләнештәрҙе үҫтереүгә һәм РФ халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индергәне өсөн»)[1][7].

Дискография

  • Куңелеңә ауыр алма (1994)
  • Һуңғы мөхәббәт (1995)
  • Мин яратам (1996)
  • Дуҫтар булһа ҡайғырма (1997)
  • 10 йыл бергә! (1998)
  • Эх ҡалаһы ин йәшлектә (1999)
  • Һеҙгә илтә юлдарым (2000)
  • Йәшлегем ҡырҡта (2001)
  • Һуңлама (2002)
  • 15 йыл һеҙҙең менән! (2003)
  • Арығансы йырлармын — туйғансы тыңларһығыҙ! (2005)
  • Әлегә һуң түгел (2006)
  • Салауатта ҡунаҡта (2007)
  • 20 йыл һеҙҙең менән! (2008)
  • И туған тел, и матур тел… (2009)
  • Уйланырға ваҡыт бар әле… (2011)
  • 24 йыл һеҙҙең менән! (2012)
  • Беренсе юбилей (2013)
  • Икенсе 25 йыллыҡтың беренсе сезоны (2014)
  • XXVII сезон (2015)
  • «Һәр кешенең үз чоры, хәр заманның үз җыры» (2016)
  • 29 сезон (2017)
  • Күңел көзгесе (2018)
  • Мин яратам сине...(2019)
  • Ниһаять! (2021)
  • Хыял (2022)
  • Эх, кайтасы иде шул... (2023)
  • 35 сезон (2024)
  • Эх, каласы иде яшьлектә... (2025)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Салават Фатхутдинов. Жизнь народного певца. Наш Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.
  2. 1 2 5 фактов о звезде башкирской и татарской эстрады Салавате Фатхетдинове. УФА1.ру (10 ғинуар 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.
  3. Чемпионат России 2008 по автокроссу, итоги. Журнал За рулём (ноябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026. Архивировано 30 июль 2017 года.
  4. Авария на вес золота. Журнал За рулём (ноябрь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026. Архивировано 24 ноябрь 2018 года.
  5. Татарстанское республиканское отделение. Российский Детский фонд. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.
  6. Фатхутдинов Салават Закиевич. Татаринформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.
  7. Фатхетдинов Салават Закиевич певец, заслуженный артист РФ, художественный руководитель театра песни «Салават». БизнесОнлайн. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 ғинуар 2026.

Категориялар