Тимеров Азамат Камил улы
Азамат Камил улы Тимеров (рус. Тимиров, Азамат Камилович; 1969 йылдың 14 феврале, Баймаҡ, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй йырсыһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006).
Биографияһы
1969 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ ҡалаһында тыуған.
1994 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (уҡытыусыһы Д. М. Мусин).
1993 йылдан Сибай филармонияһында, 2007 йылдан — «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамблендә, 2008 йылдан Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. 2009 йылда «Йәдкәр» фольклор ансамбле художество етәксеһе була.
Башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарыусы булараҡ билдәле.
Концерт эшмәкәрлеген дауам итә, Өфөнәң төрлө майҙансыҡтарында концерттарҙа сығыш яһай[1][2].
Репертуары
Башҡорт халыҡ йырҙары: «Абдрахман кантон», «Буранбай», «Кәмәлек», «Ҡара юрға», «Сибай», «Урал», «Хисам», «Эскадрон»; башҡорт композиторҙары Хөсәйен Әхмәтов, Х. Ә. Дәүләтов, Рафиҡ Сәлмәнов, Руза Сәхәүетдинова, Юлай Үҙәнбаевтың, шулай уҡ ҡайһы бер сит ил композиторҙары йырҙарын уңышлы башҡара.
Ғаиләһе
Ҡатыны — Нәсимә Тимерова. Урал һәм Арыҫлан исемле улдары бар. Арыҫлан — йырсы, Baby Ti псевдонимы менән сығыш яһай[3]. Азамат Тимеров улының остазы[4]: улар берлектә дуэт яҙҙыра[5] һәм 2025 йыл башында берлектәге гастроль турына сыға[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1997);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006);
- «Яҙғы моңдар» Республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1992, Өфө);
- «Татар йыры» Халыҡ-ара конкурсы лауреаты (1995,Ҡазан);
- «Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (1996, Сибай);
- Халыҡ-ара фольклор көйө конкурсы лауреаты (2000, Ҡырғыҙстан, Ҡара-күл).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Открытие нового концертного сезона. Kassir.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
- ↑ Большой сольный концерт Марселя Кутуева. ГКЗ «Башкортостан». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
- ↑ Молодой певец из Башкирии «взорвал» интернет. На земле Салавата (21 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
- ↑ Азамат Тимиров посоветовал сыну принять участие в конкурсе «Ирандык мондары». Сибайский рабочий (30 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
- ↑ «Пошел по стопам отца»: что известно о сыне народного артиста Башкирии Азамата Тимирова, который стал звездой интернета. UFA1.RU (17 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
- ↑ Шоу «Сәләм». Гости студии: Арслан Тимиров, Азамат Тимиров. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 март 2026.
Әҙәбиәт
- Сибай: энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — ISBN 978-5-88185-246-7.
Һылтанмалар
- Тимеров Азамат Камил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Тимеров Азамат Камил улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.