Тимерова Нәсимә Морат ҡыҙы
Нәсимә Морат ҡыҙы Тимерова (рус. Насима Муратовна Тимирова; 1971 йылдың 21 апреле, Әмин, Башҡорт АССР-ы) — йырсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2025).
Биографияһы
1971 йылдың 21 апрелендә Башҡорт АССР-ының[1] Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуған[2].
Башланғыс белемде урындағы мәктәптә ала, артабан уҡыуын Темәс урта мәктәбендә дауам итә.
1988 йылда Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң «Һәүәнәк» совхозында алған һөнәре буйынса бухгалтер булып эшләй[3].
Йырға булған һөйөүе уны Өфө сәнғәт училищеһына алып килә. 1995 йылда ошо училищеның яңғыҙ йырлау бүлеген (Д. Мусин класы) тамамлағас, яңы ойошторолған Сибай дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла (тормош иптәше Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Азамат Тимеров менән бергә)[3].
2008 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы саҡырыуы буйынса ғаиләһе менән Өфө ҡалаһына күсә һәм «Каруанһарай» төркөмө составында эшләй башлай. 2009 йылда «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөнә (етәксеһе А. Тимеров) күсә.
2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Республика халыҡ ижады үҙәгендә бүлек мөдире булып эшләй, «Ауаз» башҡорт фольклор төркөмөн етәкләй.
Репертуарына башҡорт халыҡ йырҙары («Аҫылыҡай буйы», «Йәмелекәй тауы», «Томан», «Зәлифәкәй», «Ғилмияза», «Зөлхизә» һәм башҡа йырҙар), шулай уҡ башҡорт һәм татар композиторҙарының эстрада йырҙары инә[2].
Йыр-моң һөйөүселәр Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың бергә башҡарыуындағы лирик йырҙарҙы яратып тыңлай.
Йырсы халыҡ-ара фольклор фестивалдәрендә (Франция, 1996; Греция, Лефкада утрауы, 2001); төрки телле халыҡтар фестивалендә (Төркиә, Ялова ҡалаһы, 2005); Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (Санкт-Петербург, 2001; Төркиә, Истанбул ҡалаһы, 2006; Мәскәү, 2007), йыл һайын үткәрелгән һабантуйҙарҙа (Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстанда, Себерҙә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономия округтарында) ҡатнашты. Греция, Төркиә, Украина, Франция һәм башҡа илдәрҙә, шулай Рәсәй ҡалаларында гастролдәрҙә була.
2025 йылдың октябрендә «Ҡатын-ҡыҙҙар йолаларҙы һаҡлап ҡалыу өсөн» халыҡ-ара конкурсының тамашасылар һөйөүе призына лайыҡ булды[4][5].
2025 йылдың 31 октябрендә «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды[6].
Репертуары
- Бик һағындым ауылымды /Р. Сәфиуллин муз., Н. Латифуллин һүҙ.)
- Бәхет юҡ тимә (Р. Зарипов муз., Н. Ғәниев һүҙ.)
- Дуҫтарым (М. Аҡҡошова музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Йырҙарым (И. Яхин муз., З. Бураҡаева һүҙ.)
- Килер беҙҙең осрашыу (С. Низаметдинов муз., Ә. Таһирова һүҙ.)
- Ландыштар (Р. Хәбиров муз., Г. Афзалов һүҙ.)
- Мандолина (Р. Хәсәнов муз., М. Кәрим һүҙ.)
- Нимә булды (Р. Хәбиров муз., К Аҡбашев һүҙ.)
- О, һандуғас (Ю. Моратов муз., Ф. Рәхимғолов һүҙ.)
- Осрашыу йыры (М. Аҡҡошова музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Тамсы там (Р. Әхейәров музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Таң ата (Б. Байморатов муз., Р. Дәүләтҡолов һүҙ.)
- Таралығыҙ, томандар (Р. Хәбиров муз., Г. Рәхим һүҙ.)
- Уйнаhын әле ҡурайым (С. Низаметдинов муз., Л. Һаҡмар һүҙ.)
- Усаҡ (Солтанов Дамир муз., М. Хисамова һүҙ.)
- Яратам (Р Ханнанов музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Эй, ғәзиз ҡалам (Шәхсад муз., З. Фәйзуллина һүҙ.)
- Ҡайтығыҙ, торналар (С. Садыҡова муз., И. Ғәниева һүҙ.)
- Ҡоштар ҡайтҡан саҡ ине
- Ҡыр ҡаҙҙары (Н. Сабитов муз., М. Сөндөклө һүҙ.)
- Үзбәк йыры
- Һағындым
- Әсәйҙәр фатихаһы (Р. Хәкимов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
- Өмөт менән бағам аҡ көнгә[2].
Азамат Тимеров менән йырлаған йырҙары
- Мөхәббәт шаяртмай (Р. Хәсәнов муз., Ә. Атнабаев һүҙ.)
- Ә ниңә һуң (Т. Кәримов муз., И. Йомағолов һүҙ.)
- Ләйсән ямғыр (Р. Хәсәнов муз., А.Игебаев һүҙ.)
- Аҡ сирен, күк сирен
- Беҙ бейейбеҙ рок-н-ролл
- Бәхет юраның (З. Усманова муз., Д. Килдина һүҙ.)
- Ләйлә һәм Мәжнүн
- Мин бәхетле һин булғанда (З Хәйретдинов муз.)
- Мөхәббәт тураһында йыр (Х. Дәүләтов муз., Г. Рәхим һүҙ.)
- Пар алма (З. Хәйретдинов музыкаһы)
- Сибайыма ҡайтам
- Тыуған ерҙе һағынып (С. Низаметдинов муз., Л. Һаҡмар һүҙ.)
- Фәрештәм һин (Имаев Азат муз., Р. Сурағол һүҙ.)
- Хәбәр һал елдәргә
- Эй, йәнем (Юлай Үҙәнбаев муз., Наил Ғәйетбаев һүҙ.)
- Яралғанбыҙ бер моңдан
- Ҡайт, йәнем (Ю. Үҙәнбаев муз., Н. Ғәйетбаев һүҙ.)
- Ҡурайсы егеткә (И. Дилмөхәмәтов)
- Һаман яратам (Ф. Хәтипов муз., Зөлфәт һүҙ.)
- Һине һағынған саҡта (А. Афин музыкаһы һәм һүҙҙәре)
- Кул буйында (Ю. Үҙәнбаев муз., Э. Ғиззәт һүҙ.)
- Һағыш hары тимә (А. Кәримов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ.)
- Һин байрамым минең (Р. Әүбәкеров муз., К. Аҡбашев һүҙ.)
- Югалтаhым килмәй (З. Хәйретдинов муз, Г. Сабиров һүҙ.)
- Миляушәләр (Ф. Иҙрисов муз., Т. Ғәниева һүҙ.)[2].
Ғаиләһе
Тормош иптәше — Азамат Тимеров. Урал һәм Арыҫлан исемле улдары бар. Арыҫлан — йырсы, Baby Ti псевдонимы менән сығыш яһай[7]. Азамат Тимеров улының остазы[8]: улар берлектә дуэт яҙҙыра[9] һәм 2025 йыл башында берлектәге гастроль турына сыға[10].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- «Ирәндек моңдары» Төбәк-ара башҡорт йырын башҡарыусылар конкурсы лауреаты (Сибай ҡалаһы, 1999);
- «Урал моңо» Халыҡ-ара төрки йәштәр музыкаль конкурсы дипломанты (Өфө,, 2000);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2006)[3];
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт һәм милли сәйәсәте министрлығы Маҡтау грамотаһы (2003);
- «Гәлсәр һандуғасы» эстрада йыры телевизион конкурс-фестивале номинанты (Өфө, 2006; «Йыл йыры» номинацияһы);
- Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы Рәхмәт хаты (2014);
- "«Байыҡ» «Бейеү-шоу» күрһәтә" байрамы номинанты (Өфө, 2016; «Мисс большая харизма» номинацияһы) һәм башҡалар;
- «Фолк-Тайм» Республика фольклор сәнғәте конкурсы, III дәрәжә дипломы («Ауаз» башҡорт фольклор төркөмө, «Йола» номинацияһы, 25+ категорияһы, 2018);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2025).
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 4 Тимирова Насима Муратовна. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 3 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 74 бит
- ↑ Иван Вавилов. Жительница Башкирии победила в конкурсе «Женщины за сохранение традиций». ИА «Башинформ» (28 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 октябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. Руководителя ансамбля «Ауаз» из Уфы наградили на международном конкурсе. ИА «Башинформ» (30 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2025.
- ↑ Насима Муратовна Тимирова получила почётное звание «Народный артист Республики Башкортостан». Республиканский центр народного творчества РБ, официальный сайт (31 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Молодой певец из Башкирии «взорвал» интернет. На земле Салавата (21 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2026.
- ↑ Азамат Тимиров посоветовал сыну принять участие в конкурсе «Ирандык мондары». Сибайский рабочий (30 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2026.
- ↑ «Пошел по стопам отца»: что известно о сыне народного артиста Башкирии Азамата Тимирова, который стал звездой интернета. UFA1.RU (17 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2026.
- ↑ Шоу «Сәләм». Гости студии: Арслан Тимиров, Азамат Тимиров. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2026.
Һылтанмалар
- Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 −5-88185—084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2025)
- Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Тимирова Насима Муратовна (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 октябрь 2025)
- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 74 бит.