Томан (йыр)
Томан (рус. Туман (башкирская народная песня)) — башҡорт халыҡ йыры, башҡорт халыҡ ижадының киң таралған лирик оҙон көйҙәренең береһе. Йыр XX быуат башында барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Шиғри тексында һөйгәнен һағынған кешенең тәрән кисерештәре һәм һағышы сағылыш таба[1].
Тарихы һәм килеп сығышы
Йырҙың шиғри тексы тәүге тапҡыр 1937 йылда БАССР-ҙың Дүртөйлө районы Күкҡуян ауылында З. Хәбибуллиннан яҙып алына. Артабан ул «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығының 1-се томында (1954 йыл) баҫтырылып сыға. Йырҙың төрлө варианттарын билдәле фольклорсылар С. Ә. Ғалин, Ф. А. Нәҙершина һәм Л. Ҡ. Сәлмәнова яҙып ала.
Йырҙың тексы Тау башындағы энәлек ағасына томан ятһа, был ерҙә толпар ат йоклаған була, тип һөйләй торғайнылар олатайҙар. Егет кешегә ошо толпар йоҡлаған ергә баҫырға ярамай. Ҡыҙ кеше бaҫһa, бер ни ҙә булмай. Әгәр егет кеше бaҫһa, уны һағыш, ҡайғы баҫа, сит ергә китһә, тыуған ерен haғынып hapғая.
Ҡансыра ауылынан Һиҙиәт исемле бер ир-егет ошо толпар йоҡлаған ерҙән үтә. Күпмелер ваҡыттан һуң был Һарғая башлай. Ҡатыны Хәмиҙә бер көн иренә ҡарап йыр йырлай:
Иртә лә генә томан, кис тә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Ап-аҡ ҡына егет, һарғайҙың да,
Быйылғы йыл һиңә ни булған?
«Хафаланма, Хәмиҙәм, минең бер ерем дә ауыртмай. Тик ниңәлер эсем бошҡолай», — тигән Һиҙиәт. Бер мәл, Йәйсән йылғаһы буйында бесән сабып ятҡанда, Һиҙиәткә әрме хеҙмәтенә китергә саҡырыу ҡaғыҙы килтерәләр. Ул осорҙа хеҙмәткә саҡырылған кеше үҙенең аты, ҡоралы менән китергә тейеш була. Һиҙиәт менән Хәмиҙә икәүләп бик яҡшы ат, yҡ-haҙaҡ әҙерләй. Юлға сығыр алдынан әйләнеп ҡайта алмаҫын һиҙенгәндәй, ҡатынына тебәп, былай тип йырлай:
Иртән дә томан, кистә лә томан,
Был томанҡайҙарға ни булған?
Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,
Һин ҡapapһың. йәнем, мин булмам.
Хәмиҙә һығылып илай-илай ирен оҙатып ҡала. Әрмелә йөрөгәндә Һиҙиәт тағы ла нығыраҡ һарғая. Бер ваҡыт һағышына түҙә алмай ҡатынына хат яҙып ебәрә:
Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл,
Талдар араһында ҡағынып.
Ауырып та ятып һарғайманым,
Мин һарғайҙым һине һағынып.
Һиҙиәткә иленә ҡайтырға насип булмай: әрме ерендә донья ҡуя.
«Томан» башҡорт халыҡ йыры тарихы[2].
Йырҙың барлыҡҡа килеүе тураһында халыҡ араһында риүәйәт һаҡланған. Башҡортостандың Учалы районы Кәрим ауылынан С. Зәйнуллина һөйләгәнсә, был йыр XX быуат башында ижад ителә. Риүәйәттә Ырымбур губернаһы Троицк өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районы) Ҡужай ауылы ҡыҙы Мәфтуха тураһында хикәйәләнә. Уны Туңғатар ауыл башҡортона кейәүгә бирәләр. Әммә йәштәрҙең ғаилә тормошо килеп сыҡмай, һәм улар айырылыша. Йәйләгән ваҡытта Мәфтуха был йырҙы башҡара. Авторын һораусыларға ул уны үҙе сығарған йыр тип белдерә. Халыҡ араһында был әҫәр «Томан» исеме менән тарала. Шиғри тексында һөйгәнен һағынған кешенең оло һағышы һәм яңғыҙлыҡ кисереше тәрән сағылдырылған[3].
Музыкаль үҙенсәлектәре
«Томан» — лирик характерҙағы оҙон көй. Көйө бай орнаментика менән айырылып тора һәм мажор пентатоника нигеҙендә төҙөлгән. Йыр башҡорт халыҡ музыкаһының традицион башҡарыу алымдарын сағылдыра. Уның көйө бай биҙәлгән (орнаментикалы (рус.)баш.) һәм мажор пентатоникаға ҡоролған. Йырҙың мелодияһы киң диапазонлы һәм эмоциональ яҡтан тәрән асылы менән айырылып тора[1][4].
Башҡарыусылар һәм эшкәртмәләр
«Томан» йырын төрлө йылдарҙа күренекле башҡорт йырсылары репертуарына индерә. Уны башҡарыусылар араһында Н. Һ. Аллаярова, Ф. Ә. Килдейәрова, С. Абдуллин, Ю. Ғәйнетдинов, Ғ. Сөләймәнов, А. А. Солтановтарҙы айырып әйтеп үтергә мөмкин. Композитор А. Х. Ғабдрахманов был халыҡ йырын профессиональ академик стильдә эшкәртә: ул йырҙы ҡатнаш хор өсөн (a cappella), шулай уҡ тауыш һәм фортепиано өсөн варианттарын ижад итә[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Томан, башҡорт халыҡ йыры (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ «Томан» башҡорт халыҡ йыры тарихы (башҡ.). Тамаша журналы (22 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2026.
- ↑ Камаев Ф. Х., Шункаров Н. Д. 400 башкирских народных песен [Ноты] : [для голоса, мелодии для отдельных инструментов (курай, скрипка, кумыз, гармун, баян) (баш.). — Уфа, 2011. — 399 с. — ISBN 978-5-13-000113-4.
- ↑ Надршина Ф. А. Башкирские народные песни, песни-предания (баш.). — Уфа: Китап, 1997. — 288 с. — ISBN 5-295-02094-0.
Әҙәбиәт
- Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Башҡортостан китап нәшриәте, 1995. — 350 бит. — ISBN 5-295-01397-9 (1-се китап) — ISBN 5-295-01396-0
- Фәнүзә Нәҙершина. Башҡорт халыҡ йырҙары йыр риүәйәттәре.(Өс телдә: башҡорт, урыҫ, инглиз). — Өфө: «Китап», 1997. — 288 бит. — ISBN 5-295-02094-0
- Камаев Ф. Х., Шункаров Н. Д. 400 башкирских народных песен [Ноты] : [для голоса, мелодии для отдельных инструментов (курай, скрипка, кумыз, гармун, баян) (баш.). — Уфа, 2011. — 399 с. — ISBN 978-5-13-000113-4.