«Урал батыр» эпосы көнө

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Урал батыр» эпосы көнө
2025 йылда «Урал-батыр» эпосының 1910 йылғы машинка менән баҫылған факсимиль күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына тапшырыла
2025 йылда «Урал-батыр» эпосының 1910 йылғы машинка менән баҫылған факсимиль күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына тапшырыла
Мәғәнәһе «Урал батыр» эпосын популярлаштырыу
Билдәләнә 8 июнь
Башлана 2025 йылдан
Байрам саралары тамашалар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре
Бәйле «Урал батыр» эпосы

«Урал батыр» эпосы көнө (рус. День эпоса «Урал-батыр») — йыл һайын 8 июндә Башҡортостан Республикаһында билдәләнә торған иҫтәлекле көн. Был көн башҡорт халҡының милли эпосы булған «Урал батыр»ға бағышлана һәм уның мәҙәни-рухи ҡиммәтен таныу нигеҙендә 2025 йылда рәсми рәүештә индерелә.

2025 йылдың 8 июнендә республикала беренсе тапҡыр «Урал батыр» эпосы көнө билдәләнде[1].

Башҡортостан Республикаһы Башлығының «Урал батыр» эпосы көнө тураһындағы указы

«Урал-батыр» эпосы көнөн булдырҙыу тураһындағы ҡарарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2025 йылда III Халыҡ-ара «Китап-байрам» күргәҙмәһен асыу тантанаһында иғлан итте. Артабан ул был турала рәсми указға ҡул ҡуйҙы. Указға ярашлы, байрам сараларын ойоштороу өсөн яуаплылыҡ, шул иҫәптән финанс сығымдарын тәьмин итеү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә йөкмәтелә.

Муниципалитеттарға эпосты халыҡ араһында, айырыуса йәштәр мөхитендә, киң популярлаштырыу маҡсатында тематик саралар үткәрергә тәҡдим ителә.[2]

Эпос көнөн үткәреүҙең төп маҡсаттары:

  • башҡорт халҡының бай фольклорын һаҡлау һәм таратыу;
  • милли үҙаңды нығытыу;
  • башҡорт әҙәбиәтенә һәм ауыҙ-тел ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

Байрам сиктәрендә түбәндәге саралар ойошторола:

  • театрлаштырылған тамашалар;
  • китап күргәҙмәләре;
  • ғилми-ғәмәли конференциялар, лекциялар;
  • эпостан өҙөктәрҙе яттан һөйләү буйынса конкурстар;
  • яңы баҫмалар һәм тикшеренеүҙәр презентацияһы.

2025 йылда «Урал-батыр» эпосының 1910 йылғы машинка менән баҫылған факсимиль күсермәһе Башҡортостандың Милли музейына тапшырыла.

«Урал-батыр» эпосы тураһында

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Урал-батыр» — башҡорт халҡының боронғо батырҙар эпосы, дөйөм 4576 шиғри һәм 19 проза өлөшөнән тора. Эпос батыр Уралдың кешеләрҙе үлемдән һәм яуыз көстәрҙән ҡотҡарыу өсөн көрәшен һүрәтләй. Унда мифик йән эйәләре, диүҙәр, аждаһалар, тәбиғәт көстәре, күк аллалары ҡатнаша.

Эпос тәүге тапҡыр 1910 йылда фольклорсы, мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Баймаҡ районындағы Иҙрис һәм Этҡол ауылдарында сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев һәм Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып алына.

«Урал-батыр» эпосы башҡорт халҡының башҡа эпостары: «Аҡбуҙат», «Бабсаҡ менән Күсәк», «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпостары менән бер рәттән эпик циклды тәшкил итә.

«Урал Батыр» эпосын AY YOLA төркөмө «Homay» йырында данланы, был йыл донъя чарттарында тәүге 10 урынға күтәрелде.

Эпос башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, этик ҡиммәттәрен, тарихи хәтерен сағылдыра. Ул археология, этнография һәм тел-мәҙәниәт фәне йәһәтенән тикшерелеүен дауам итә. «Урал-батыр» эпосы көнөн йыл һайын үткәреү был мираҫты заманса мәҙәни мөхиттә тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

«Урал-батыр» эпосы көнө — Башҡорт бейеүе көнө, Башҡорт теле көнө, Милли кейем көнө, Ҡурай көнө кеүек төбәк байрамдары рәтенә инә, һәм халыҡтың мәҙәни үҙаңын формалаштырыуға булышлыҡ итә.