AY YOLA
AY YOLA — башҡорт музыкаль этно-төркөмө. 2024 йылдың ғинуарында ойошторола. Башҡорт традицион мотивтары һәм заманса электрон аранжировкалар нигеҙендә әҫәрҙәр башҡара. Төркөмдөң «Урал батыр» музыкаль альбомына ингән «Homay» йыры 2025 йылдың апреленә миллионлаған тыңлау йыйып, Рәсәй һәм халыҡ-ара хит-парадтарҙың юғары позицияһында тора[1][2][3].
Төркөм составы
Адель Шәйхетдинова — вокал, гитара, домбра. Йырсы, музыкант, сонграйтсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2025). «Вдохновение» халыҡ-ара конкурсының гран-при лауреаты, атаһы — Руслан Шәйхетдинов — менән дуэтта ТНТ-ла «Песни-шоу» тапшырыуында ҡатнаша[1][2].
Руслан Шәйхетдинов — клавишалы ҡоралдар, бас-гитара, ҡыл-ҡумыҙ. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2025). Музыкант, тауыш режиссеры, продюсер. Maximum радиоһында (Мәскәү) Electroshock радио-шоуы алып барыусыһы. Шулай уҡ DJ Ruslan Sever булараҡ билдәле[1][2].
Ринат Рамаҙанов — вокал, ҡурай. Музыкант, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2025) артисы, «Арғымаҡ» этно-төркөмө солисы һәм етәксеһе, 2016—2025 йылдарҙа Йәштәр ҡоролтайы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты. Сәғүд Ғәрәбстанында үткән Nomad Universe Халыҡ-ара конкурсының гран-при лауреаты[1][4].
2025 йылдың 14 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы донъя һәм Рәсәй чарттарында «Homay» йыры менән алдынғы позицияларға күтәрелгән AY YOLA төркөмө артистарына юғары: Ринат Рамаҙановҡа — «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы», Руслану менән Адель Шәйхетдиновтарға — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйыуын белдерҙе[5].
Атамаһы
Төркөм атамаһы латин графикаһы менән яҙылған башҡорт һүҙҙәренән тора: «AY» (башҡ. Ай) һәм «YOLA» (башҡ. Йола). «AY» (башҡ. Ай) һүҙе бер нисә мәғәнәгә эйә, шул иҫәптән мифология буйынса — «Юғары көс, Аллаһ, Тәңре»[6], ә «YOLA» — (башҡ. Йола) «ғөрөф-ғәҙәт, йола, традиция»[7].
Ринат Рамазанов аңлатыуынса:
«AY YOLA» башҡорт телендә «йыһан ҡанундары, устав», «кешелек ҡағиҙәләре тупланмаһы» тигәнде аңлата. Был мәңгелек ҡиммәттәр: үлтермә, урлама, ололарҙы олола, кеселәрҙе яҡла[1].
Тарихы
AY YOLA төркөмө ике башҡа коллектив вәкилдәренән туплана. Аталы-ҡыҙлы Шәйхетдиновтар 2010 йылдан Musume проектында ижад менән шөғөлләнә, ә Ринат Рамаҙанов — «Арғымаҡ» этно-төркөмө етәксеһе һәм солисы. Руслан менән Ринат 2024 йылда Башҡортостандың хәҙерге баш ҡалаһы Өфөгә нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу айҡанлы «Минең Өфөм» йырын яҙғанда таныша. Һуңынан был йыр «Вся Уфа» телекомпанияһы ойошторған конкурста еңеү яулай. Берлектә эшләү музыканттарҙы яңы — заманса яңғыраш «Урал батыр» эпосының этник мотивтары менән үрелеп барырға тейеш булған проект булдырыуға илһамландыра. Шулай итеп 10 ай дауамында эпос атамаһын алған музыкаль альбом тыуа. 2025 йылдың февралендә «Batyr» тип аталған беренсе трек сыға. Икенсе, 14 мартта сыҡҡан «Homay» йыры бер аҙна эсендә миллионлаған тыңлаусыһын таба.
2025 йылдың апреле башында Homay (сингл) Shazam донъя чартында Леди Гаганың Abracadabra хитын уҙып китә. Рәсәй төркөмө трегы чартта дүртенсе урынға күтәрелә[8][9].
Рәсәйҙең Apple Music чартында йыр 23 мартта сыға һәм 48-се урында була, ә 3 апрелдә беренсе урынға күтәрелә[10]. Шулай уҡ ул Әзербайжан[11], Ҡырғыҙстан[12], Төркмәнстан[13], Үзбәкстан[14] һәм Украина хит-парадтарында беренсе урында килә[15]; Ҡаҙағстан[16], Беларусь Республикаһы[17], Латвияла топ-10,[18]; Әрмәнстан[19], Молдова[20], Кипр Республикаһы[21], Литва[22] Польшала топ-100 исемлегенә инә[23].
«Яндекс Музыка» хит-парадында ла беренсе урында тора[24][25].
2025 йылдың 3 авгусында «Таврида. АРТ» фестивалендә AY YOLA төркөмөнөң сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Интервидение» конкурсында Дима Билан, Клава Кока менән бергә мәҙәниәт илсеһе булып ҡатнашасағы тураһында иғлан ителә.
Ижады
«Урал-Батыр» альбомы композициялары:
• «Batyr» трегы (башҡ. Батыр, рус. Богатырь). 2025 йылдың 21 февралендә сыға (МТС лейбл, оҙайлығы 2:29 минут)[26].
Йыр быуындар бәйләнеше тураһында һөйләй: бик күп быуындар үткән боронғонан алып бөгөнгөгә тиклем, батыр арыҫландар дәүеренән беҙҙең көндәргә тиклем осорҙо бәйән итә. Дәүерҙәр һәм легендаларҙа ҡалған ваҡыт ағышы тураһында иҫкәртә. Хәҙерге машиналарҙың көсө баһадир ат — Аҡбуҙат көсө менән үлсәнә. Әммә һәр ваҡыттар өсөн бер шарт ҡала: тыуған илен, туған телен, динен яратҡан һәм уны яҡлау өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер батырҙары булғанда халыҡ йәшәй[27].
• Homay трегы (башҡ. Һомай, рус. Хумай). Текст авторы — Диана Килдина. 2025 йылдың 14 мартында сыға (МТС лейбл, оҙайлығы 4:04 мин)[28].
Йырҙа Һомайҙың асылы, тамырҙары һәм сығышы һорала. Уның тәбиғәт балаһы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әсәһе Ҡояштың уны Йәншишмәнең үлемһеҙлек биреүсе тере һыуында ҡойондороуын, атаһы Самрауҙың ҡыҙын яҡшылыҡ яҡлы итеп тәрбиәләүе бәйән ителә.
Артабан, йырҙың икенсе дүрт юлында, Һомай — тылсымлы Аҡбуҙатты һәм алмас ҡылысты, йәншишмәгә барған юлды һаҡлаусы тип әйтелә. Уның йолаларға тоғро булыуы, милләт ҡанын боҙмауы, арҙаҡлы улдар үҫтереүе тураһында йырлана. Һомай бәхет ҡошо тип таныла.
Йырҙың һуңғы өлөшөндә Һомай менән хәҙерге башҡорт ҡыҙҙарының берҙәмлеге билдәләнә, улар «Һомай йондоҙсоҡтары» тип атала. Халыҡ аҡылы һәм рухы булған Йәншишмәгә юл һәр башҡорт ҡыҙының күңелендә, тип раҫлана.[27]
• «Tugan Tel» трегы (башҡ. Туған тел, рус. Родная речь). 2025 йылдың 18 апрелендә сыға (МТС лейбл, оҙайлығы 3:25 минут)[29].
Трек башҡорт лингво-мәҙәни үҙенсәлеген актуалләштереүгә һәм яҡлауға йүнәлтелгән программалы музыкаль-поэтик фекерҙән ғибәрәт. Эпик мираҫҡа (Урал батыр) мөрәжәғәт итеү һәм телде көндәлек ҡулланыуға һәм берҙәмлеккә саҡырыу аша тел, йолалар һәм халыҡтың именлеге араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә ала, уларҙы һаҡлауҙы үткән һәм киләсәк быуындар алдындағы изге бурыс итеп күрһәтә[30].
• «Yola» трегы (башҡ. Йола, рус. Традиции). 2025 йылдың 13 июнендә сыға (МТС лейбл, оҙайлығы 3:41 минут)[31].
Йырҙа башҡорт йолалары нигеҙендә шәхси именлек, социаль гармония һәм этник үҙенсәлекте һаҡлау ҡиммәттәре һыҙыҡ өҫтөнә алына. Ритмик һәм иҫтә ҡалырлыҡ текст аша ул изгелек, ихтирам, ата-бабаларға табыныу һәм васыяттарға буйһоноу идеалдарын алға һөрә, уларҙың хәҙерге донъяла ғәмәли файҙаһын һәм рухи әһәмиәтен билдәләй[32].
2025 йылдың 27 авгусында төркөм «Урал-батыр» эпосы буйынса төшөрөлгән UGEZ йырына видеоанонс тәҡдим итте, йыр премьераһы 2025 йылдың 5 сентябрендә үтте[33].
Дискографияһы
- Ural Batyr (2025)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Лейла Аралбаева. Башкирский альбом на основе эпоса «Урал-батыр» выходит на российском лейбле. ИА «Башинформ» (16 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
- ↑ 1 2 3 Анна Красюк. Новая «Пыяла»? Как все сошли с ума по песне башкирской фолк-группы Ay Yola. Афиша Daily (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
- ↑ Юлия Байджанова. Песня из Башкирии «Хомай» завирусилась в СНГ. «Аргументы и Факты» (24 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. Фронтмен «Аргымака» Ринат Рамазанов предстал перед юными зрителями в новом образе. ИА «Башинформ» (21 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. Глава Башкирии подписал указ о присуждении званий музыкантам группы Ay Yola. ИА Башинформ (14 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
- ↑ Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. I: (А хәрефе) (баш.) / Ф.Ғ. Хисамитдинова редакцияһында. — Өфө: Китап, 2011. — С. 170. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05389-4.
- ↑ Башкорт теленен, академик һүҙлеге: 10 томда. Т. IV: (Й—К хәрефтәре) (баш.) / Ф. Ғ. Хисаметдинова редакцияһында. — Өфө, 2012. — С. 71. — 944 с. — ISBN 978-5-295-05608-6.
- ↑ Песня на башкирском языке попала в мировой чарт Shazam (1 апрель 2025). 2 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Top 200 Global (билдәһеҙ). Shazam. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music RU. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Азербайджан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Киргизия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Туркменистан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Узбекистан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Украина. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Казахстан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Белоруссия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Латвия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Армения. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Молдова. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Кипр. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Литва. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ Homay - чарт Apple Music Польша. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ В чем причина мировой популярности трека Homay башкирской группы Ay Yola?. 8 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Чарт — Яндекс Музыка (билдәһеҙ). Яндекс Музыка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
- ↑ AY YOLA - Batyr | BandLink. link.label.mts.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2025.
- ↑ 1 2 Владислав Казанцев. Башкирская песня Homay завирусилась в соцсетях – клипы с ней собирают миллионы просмотров: рассказываем, как так вышло и о чем поется в треке (25 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2025.
- ↑ AY YOLA - Homay | BandLink. link.label.mts.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 март 2025.
- ↑ AY YOLA - Tugan Tel | BandLink. link.label.mts.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2025.
- ↑ Группа Ay Yola представила новый сингл после мирового хита «Homay». ИнтерМедиа (18 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2025.
- ↑ AY YOLA - Yola | BandLink. link.label.mts.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2025.
- ↑ «Не просто песня»: группа AY YOLA из Уфы рассказала, о чём их новый трек. UFA1.RU (15 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июль 2025.
- ↑ https://mkset.ru/news/2025-08-27/ay-yola-gotovit-bombu-5463481. mkset.ru. Медиакорсеть (27 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 август 2025.