Шәйхетдинова Адель Руслан ҡыҙы
Адель Руслан ҡыҙы Шәйхетдинова (рус. Шайхитдинова Адель Руслановна; 2000 йылдың 15 ғинуары, Өфө) — Рәсәй эстрада йырсыһы, AY YOLA фолк-төркөмөнөң солисткаһы, гитара һәм домбра уйнаусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2025).
2025 йылдың 14 мартында сыҡҡан клип Homay йырсы башҡарыуында донъя кимәлендәге хитҡа әүерелә. Рәсәй Forbes (Форбс) журналы Адель Шәйхетдинованы «Музыка» номинацияһында «30-ға тиклем 30» рейтингына индерә[1].
Биографияһы
Адель Руслан ҡыҙы Шәйхетдинова 2000 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе — рус милләтле, атаһы — башҡорт, билдәле диджей һәм музыкаль продюсер Руслан Шәйхетдинов (сәхнә исеме — Руслан Север). Атаһы ҡыҙында музыкаға һөйөү тәрбиәләгән һәм уның ижади үҫешендә ҙур роль уйнаған.
Адель 9 йәшенән йыр менән шөғөлләнә башлай, гитара һәм домбра уйнай. Мәктәп йылдарында ул «Вдохновение» халыҡ-ара йыр бәйгеһендә гран-при, «Уфимская волна» конкурсында «Скрипичный ключ» премияһын яулай.
Юғары белемде ул Ҡазан федераль университетында тележурналистика йүнәлеше буйынса ала, һуңынан Мәскәүҙә музыкаль өлкәлә эшләй.
2019 йылда Адель һәм атаһы Руслан Шәйхетдинов ТНТ каналындағы «Песни» музыкаль шоуында ҡатнашалар. Улар япон теленән «ҡыҙ» тип тәржемә ителгән Musume исемле дуэт булдырып, The Woken Flame йырын башҡаралар. Тимати һәм Баста уларға «юҡ» тиһә лә, проект башҡаса үҫеш ала — шулай уҡ йылда улар инглиз телендәге My Love альбомын сығаралар.
2020 йылда «Мусумэ» исемле рус телендәге альбом донъя күрә, унда йырсы Томас Мраз ҡатнаша.
- Ay Yola төркөмө
2024 йылда Өфөнөң 450 йыллығына арнап Руслан Шәйхетдинов «Уфа моя» йырын ижад итә. Йырҙа курайҙа уйнаусы Ринат Рамазанов ҡатнаша. Электрон һәм халыҡ инструменттарының уңышлы ҡушылыуын күреп, улар өсәү булып AY YOLA төркөмөн ойошторалар:
- Адель Шәйхетдинова — вокал, гитара, домбра;
- Руслан Шәйхетдинов (Север) — клавишалар, бас-гитара, ҡыл-ҡубыҙ;
- Ринат Рамаҙанов — вокал, курай, өзләү.
Төркөм исеме башҡорт телендәге Ay («ай», шулай уҡ Тәңре мәғәнәһендә) һәм Yola («йола», «традиция») һүҙҙәренән төҙөлгән.
Homay («һомай») йыры Адель Шәйхетдиноваға ҙур популярлыҡ килтерә. 2025 йылдың 14 мартында сығарылған Homay йыры «Ural-Batyr» исемле альбомдың бер өлөшө, ул шунда уҡ хит була, трек миллионлаған тыңлау йыя. Уның өҙөгө социаль селтәрҙәрҙә, айырыуса төрки телле халыҡтар араһында, тиҙ тарала тарала. Уны TikTok, YouTube Shorts һәм Reels-та ҡыҫҡа видеолар эшләүҙә һәм үзбәк, татар, төрөк, рус, ҡаҙаҡ һәм башҡа телдәргә тәржемә итеүҙә киң ҡуллана башлайҙар[2].
2025 йылдың февралендә төркөм Batyr исемле тәүге синглын сығара. 14 мартта донъя күргән Homay йыры башҡорт эпосындағы Хумай ҡошо образына арналған була. Композиция миллионлаған тыңлауҙар йыйып, Shazam’дың донъя рейтингында Леди Гаганың Abracadabra йырын уҙып китә.
Июндә төркөм «Муз-ТВ» премияһында Дима Билан менән бергә Homay йырын башҡара. Йыр өс телдә — башҡорт, рус һәм кабарда-балҡар — яңғырай.
18 июлдә төркөм Ural Vasyaty исемле яңы йыр сығара; ул «Урал-батыр» эпосындағы васыяттарға арналған[3].
Шәхси тормошо
Адель Шәйхетдинова кейәүҙә түгел. Йырсы үҙенең сәхнә образына иғтибарлы ҡарай: ул нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ образы менән энергиялы музыкаль яңғырашты берләштерергә ярата[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- 2025 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы;
- 2025 — Forbes журналының «30 до 30» рейтингында «Музыка» номинацияһы еңеүсеһе;
- 2025 — «МТС Музыка» версияһы буйынса — «Йәйҙең төркөмө».
Дискографияһы
- 2019 — My Love («Musume» дуэты менән);
- 2025 — Ural-Batyr («Ay Yola» төркөмө менән).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Адель Шайхитдинова биография, фото, карьера, личная жизнь. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025.
- ↑ Лейла Аралбаева. Forbes включил певицу из Башкирии Адель Шайхитдинову в рейтинг «30 до 30» (14 май 2025). 18 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Адель Шайхитдинова биография. Биография Адель Шайхитдинова. Личная жизнь Адель Шайхитдинова. Свободная Пресса. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 ноябрь 2025.