Homay (сингл)

Homay — сингл, «Урал батыр» альбомының икенсе йыры. Башҡортостанда ойошторолған AY YOLA Рәсәй этно-поп триоһы башҡара. 2024 йылда башҡорт телендә ижад ителә, 2025 йылдың мартында МТС лейблында сыға. Композиция, башҡорт милли моңдары һәм заманса электрон аранжировка, альтернатив рок, инди-рок элементтары[1][2] ҡулланылған стиле арҡаһында социаль селтәрҙәрҙә киң тарала һәм бер аҙна эсендә миллиондан ашыу тыңлаусыһын табып, донъя хиты булып китә[3][4][5].

2025 йылдың апрель башында йыр Рәсәй һәм халыҡ-ара хит-парадтарҙа юғары позициялар яулай — атап әйткәндә, Apple Music һәм «Яндекс Музыка» хит-парадтарында — беренсе, Shazam чартында дүртенсе урында тора[6]. 2025 йылдың майында Өфөлә «Homay» йырының клибы күрһәтелә[7].

Тарихы

«Homay» йыры 2024 йылда ижад ителә. AY YOLA этно-поп триоһының башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосы мотивтары нигеҙендә ижад ителгән композициялар тупланған шул уҡ атамалы альбомына инә. 2025 йылдың февралендә МТС лейблында «Batyr» исемле беренсе трек донъя күрә. шунда йыр беренсе тапҡыр анонслана һәм 20 секундлыҡ тизер сығара, Ural-Batyr альбомының икенсе синглы буласағы хәбәр ителә[8]. 28 февралдә яңы тизер сыға[9], ә 4 мартта тағы бер 20 секундлыҡ видео менән бергә йырҙы стриминг платформаларһа һыҡлау өсөн һылтанма барлыҡҡа килә[10]. 2025 йылдың 14 мартында «Homay» йырының релизы "МТС Лейбл"ы менән сыға[11]. Рәсми релиздан ике көн алда төркөмдөң YouTube-каналына сығарыла[12]. Рәсәйҙә, Урта Азия һәм Европа илдәрендә киң танылыу яулай. Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Әзербайжанда, Төркмәнстанда, Төркиәлә тыңлаусылар һаны буйынса юғары кимәлгә күтәрелә[13], сөнки башҡорт эпосындағы Һомай образы — барлыҡ төрки халыҡтары өсөн уртаҡ, уңыш һәм бәхетте символлаштыра[14][15].

28 мартта йыр «Европа Плюс» радиостанцияһында яңғырай һәм федераль кимәлдә башҡорт телендә яңғыраған беренсе композиция була[16].

Исеме

Йырҙың исеме «Урал батыр» эпосының төп персонаждарының береһе бәйле. Һомай — Ҡояш һәм ҡоштары батшаһы Самрауҙың ҡыҙы, Уралдың өсөнсө ҡатыны һәм тоғро көрәштәше. Ул аҡҡош йәки алтынһыу сәсле ҡыҙ ҡиәфәтенә инә ала. Яуызлыҡ менән көрәшкән иренә Һомай тылсымлы ҡылыс һәм Аҡбуҙат бүләк итә. Урал үлгәндән һуң кеше ҡиәфәтенән баш тартып, мәңгелеккә аҡҡош булып ҡала. Башҡорт мәҙәниәтендә Һомай — яҡтылыҡ, аҡыл хиҡмәте һәм тоғролоҡ символы[17].

Эстәлеге

Йырҙа Һомайҙың асылы, тамырҙары һәм сығышы һорала. Уның тәбиғәт балаһы булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына. Әсәһе Ҡояштың уны Йәншишмәнең үлемһеҙлек биреүсе тере һыуында ҡойондороуын, атаһы Самрауҙың ҡыҙын яҡшылыҡ яҡлы итеп тәрбиәләүе бәйән ителә.

Артабан, йырҙың икенсе дүрт юлында, Һомай — тылсымлы Аҡбуҙатты һәм алмас ҡылысты, йәншишмәгә барған юлды һаҡлаусы тип әйтелә. Уның йолаларға тоғро булыуы, милләт ҡанын боҙмауы, арҙаҡлы улдар үҫтереүе тураһында йырлана. Һомай бәхет ҡошо тип таныла.

Йырҙың һуңғы өлөшөндә Һомай менән хәҙерге башҡорт ҡыҙҙарының берҙәмлеге билдәләнә, улар «Һомай йондоҙсоҡтары» тип атала. Халыҡ аҡылы һәм рухы булған Йәншишмәгә юл һәр башҡорт ҡыҙының күңелендә, тип раҫлана.[18]

Чарттар

2025 йылдың апреле башында Homay (сингл) Shazam донъя чартында Леди Гаганың Abracadabra хитын уҙып китә. Рәсәй төркөмө трегы чартта дүртенсе урынға күтәрелә[19][20].

Рәсәйҙең Apple Music чартында йыр 23 мартта сыға һәм 48-се урында була, ә 3 апрелдә беренсе урынға күтәрелә[21]. Шулай уҡ ул Әзербайжан[22], Ҡырғыҙстан[23], Төркмәнстан[24], Үзбәкстан[25] һәм Украина хит-парадтарында беренсе урында килә[26]; Ҡаҙағстан[27], Беларусь Республикаһы[28], Латвияла топ-10,[29]; Әрмәнстан[30], Молдова[31], Кипр Республикаһы[32], Литва[33] Польшала топ-100 исемлегенә инә[34].

«Яндекс Музыка» хит-парадында ла беренсе урында тора[6][35].

Иҫкәрмәләр

  1. Песня HOMAY (Хумай): перевод песни, о чем поется, смысл (25 март 2025). 28 март 2025 тикшерелгән.
  2. 5 завирусившихся треков на национальных языках России (25 март 2025). 28 март 2025 тикшерелгән.
  3. В соцсетях набирает популярность трек Homay, созданный башкирской музыкальной группой AY YOLA. ГТРК «Башкортостан» (24 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2025.
  4. Лейла Аралбаева. Башкирский альбом на основе эпоса «Урал-батыр» выходит на российском лейбле. ИА «Башинформ» (16 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
  5. Анна Красюк. Новая «Пыяла»? Как все сошли с ума по песне башкирской фолк-группы Ay Yola. Афиша Daily (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
  6. 1 2 В чем причина мировой популярности трека Homay башкирской группы Ay Yola?. 8 апрель 2025 тикшерелгән.
  7. В Уфе группа AY YOLA выпустила клип на песню «Homay»
  8. Ay Yola - Homay. Telegram: Ay Yola. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  9. Мы видим, как сильно вам полюбилась «Homay». Telegram: Ay Yola. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  10. До релиза «Homay» осталось совсем немного! Telegram: Ay Yola. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  11. AY YOLA – Homay. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  12. AY YOLA - Homay. YouTube: AY YOLA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  13. Алсу Муллахметова. Руслан Север: Мы называем Адель «Наша Хумай». Молодёжная газета Республики Башкортостан (26 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 март 2025.
  14. «Это очень круто! Дочь Солнца!» Песня этно-группы из Башкирии завирусилась в Казахстане. 28 март 2025 тикшерелгән.
  15. Фарахов, Фларид. Башкирская песня «Homay» стала вирусным хитом в Казахстане и всей Средней Азии (24 март 2025). 28 март 2025 тикшерелгән.
  16. Башкирская песня впервые попала в ротацию федерального радио. 8 апрель 2025 тикшерелгән.
  17. Котов В. Г. Башкирский эпос «Урал-батыр». Историко-мифологические основы. — Уфа: Гилем, 2006. — 408 с. — ISBN 5-7501-0695-0.
  18. Владислав Казанцев. Башкирская песня Homay завирусилась в соцсетях – клипы с ней собирают миллионы просмотров: рассказываем, как так вышло и о чем поется в треке (25 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 март 2025.
  19. Песня на башкирском языке попала в мировой чарт Shazam (1 апрель 2025). 2 апрель 2025 тикшерелгән.
  20. Top 200 Global (билдәһеҙ). Shazam. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  21. Homay - чарт Apple Music RU. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  22. Homay - чарт Apple Music Азербайджан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  23. Homay - чарт Apple Music Киргизия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  24. Homay - чарт Apple Music Туркменистан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  25. Homay - чарт Apple Music Узбекистан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  26. Homay - чарт Apple Music Украина. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  27. Homay - чарт Apple Music Казахстан. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  28. Homay - чарт Apple Music Белоруссия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  29. Homay - чарт Apple Music Латвия. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  30. Homay - чарт Apple Music Армения. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  31. Homay - чарт Apple Music Молдова. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  32. Homay - чарт Apple Music Кипр. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  33. Homay - чарт Apple Music Литва. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  34. Homay - чарт Apple Music Польша. Chartoo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.
  35. Чарт — Яндекс Музыка (билдәһеҙ). Яндекс Музыка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2025.

Һылтанмалар

Категориялар