Интервидение (йыр конкурсы)
«Интервидение» йыр конкурсы — Халыҡ-ара радиотапшырыуҙар һәм телевидение ойошмаһы (OIRT) тарафынан нигеҙ һалынған эстрада йыры конкурсы. 1977—1980 йылдарҙа Сопотта дүрт Халыҡ-ара йыр фестивале сиктәрендә үткәрелә[1].
2008 йылда «Ҡыҙыл квадрат» компанияһы Сочиҙа конкурсты тергеҙергә тырыша[2]. 2014 йылдың майында конкурс октябрҙә элекке совет дәүләттәренең һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары ҡатнашлығында кире тергеҙеләсәге тураһында иғлан ителә[3]. 2024 йылда «Интервидение» йыр конкурсы Мәскәүҙә үтә[4].
2024 йылдың 13 июнендә Рәсәй Федерацияһы президентының халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой конкурсты үткәреүҙең яңы датаһы тураһында белдерә — 2025 йыл башында[5].
2025 йылдың 3 февралендә РФ Президенты Владимир Путин 2025 йылда «Интервидение» музыкаль конкурсын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуя[6], конкурс 20 сентябрҙә Мәскәүҙә "Live Арена"ла үтәсәк[7].
Тарихы
Музыкаль конкурс «Интервидение» халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан ойошторола. Ойошма үҙе 1960 йылдың февралендә Халыҡ-ара радиотапшырыуҙар һәм телевидение ойошмаһы сиктәрендә барлыҡҡа килә. Интервидение башлыса социалистик лагерь дәүләттәрен үҙ эсенә ала. Уның даими органдары — Интервидение советы, Координация техник үҙәге, Программаларҙы координациялау үҙәге — Прагала урынлаша. Башта Интервидениеға СССР, ГДР, Польша, Венгрия, Чехословакия инә. Ойошманың үҙ аллы ағзалары булып шулай уҡ Украина, Эстония, Латвия иҫәпләнә. Был илдәр 1962 йылдан алып телевизион программалар менән туранан-тура алмашыу һәм трансляциялар алып барыу мөмкинлегенә эйә була. 1963 йылдың апреленән Болгария һәм Румыния Интервидение ҡатнашыусылары сафына баҫа. Һуңыраҡ Литва, Белоруссия, Молдавия, Куба, Монголия, Финляндия, Вьетнам, Афғанстан инә. Уның эшендә шулай уҡ Югославияның телевизион ойошмалары ҡатнаша. Интервидение программалары араһында спорт ярыштарынан репортаждар һәм трансляциялар өҫтөнлөк итә, бынан тыш, балалар, музыкаль, күңел асыу тапшырыуҙары күрһәтелә. Йыл һайын Польшаның Сопот ҡалаһында йыр конкурсы үткәрелә, ул 1977 йылда рәсми рәүештә «Интервидение» исемен ала. Фестивалдә ҡунаҡтар ҙа сығыш яһай, шул иҫәптән Глория Гейнор, Петула Кларк, «Бони М» төркөмө һәм башҡалар.
Йыр конкурсын үҫтереүгә Польшалағы сәйәси ваҡиғалар ҡамасаулай: 1980 йылдың йәйендә Гданьскиҙа меңәрләгән эшсе «Теләктәшлек» хәрәкәте етәкселегендә забастовкаға сыға. Киләһе йылда поляк властары һуғыш хәле индерә, урамдарҙа танктар һәм ҡораллы полиция барлыҡҡа килә, һәм Сопотта конкурс үткәрелмәй. 1983 йылда «Интервидение» тарафынан ете ҡалала, шул иҫәптән Тамперела, Мәскәүҙә, Варшавала, Софияла, Прагала (ул ҡатнашыусыларҙы ике тапҡыр, шул иҫәптән финал кисәһендә ҡабул итә) конкурс ойошторола һәм үткәрелә. Гран-Приға поляк башҡарыусыһы Збигнев Водецкий «Мин бығаса булған ергә әйләнеп ҡайтырға яратам» (Lubie wracac tam gdzie bylem) йыры менән лайыҡ була[8][9], лауреаттар иҫәбендә — Марина Флореа (Румыния), Маргарита Горанова (Болгария), Карел Чернох (Чехословакия). 1984 йылда йыр конкурсы Польшала үткәрелгәс, ул ҡабаттан Сопоттағы музыкаль фестиваль тип атала башлай[10].
Социалистик лагерҙың тарҡалыуы менән «Интервидение» үҙ эшен туҡтата[11]. Шул ваҡыттан алып бер нисә тапҡыр конкурсты тергеҙеү идеяһы барлыҡҡа килә. Атап әйткәндә, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сиктәрендә конкурсты тергеҙеү башланғысы тәҡдим ителә.
«Биш йондоҙ. Интервидение»
2008 йылда «Ҡыҙыл квадрат» компанияһы Беренсе канал менән берлектә Сочиҙа конкурсты тергеҙергә маташа[2]. «Биш йондоҙ» Бөтә Рәсәй йәш башҡарыусылар конкурсына халыҡ-ара статус биреү идеяһы күптән йөрөй. Өс йыл дауамында Беренсе канал был фестивалде милли форматта үткәрә, һәм йыл һайын ойоштороу комитетына башҡа илдәрҙән ғаризалар килә. Дүртенсе тапҡыр сара ҡағиҙәләре яңынан ҡарала. «Биш йондоҙ»ға күберәк ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн конкурстың форматын үҙгәртергә һәм уны «Биш йондоҙ. Интервидение» тип үҙгәртергә ҡарар ителә.
Һәм тағы ла эш туҡтала
Беренсе канал 2008 йылда индергән яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, киләһе «Интервидение» конкурсы еңеүсе илдә уҙырға тейеш була. 2009 йылдың яҙында конкурсты ойоштороусылар Дүшәмбелә була, улар тажик яғы менән бергә «Кохи Борбад» мәҙәни-күңел асыу комплексында конкурсты үткәрергә ҡарар итә. Әммә һуңыраҡ сараны үткәреү ваҡыты августан октябргә күсерелә[12]. 2009 йылдың октябрендә Тажикстандың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Абдурахмон Абдуманнонов Рәсәй яғынан конкурсты ойоштороусы «Ҡыҙыл квадрат» компанияһынан һәм "Беренсе канал"дан рәсми хат килеүен белдерә, унда улар Тажикстан яғына «Быйыл Дүшәмбелә конкурс үткәреүгә әҙер булмауҙары тураһында» хәбәр итә[13]. Шулай уҡ "Интервидение"ны ойоштороусылар конкурсҡа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре-ҡатнашыусыларын индерергә ҡарар итә, һәм ошоноң менән бәйле уны үткәреү ваҡытын 2010 йылға күсереү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Яңырыу
2009 йылда Рәсәй Федерацияһы Премьер-министры Владимир Путин конкурсты яңынан башларға тәҡдим итә, был юлы Рәсәй, Ҡытай һәм башҡа Үҙәк Азия илдәре (улар башлыса Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы, ШОС ағзалары булып тора) араһында[14][15][16]. 2014 йылдың майында конкурс октябрҙә элекке совет дәүләттәре һәм ШОС ағзалары ҡатнашлығында тергеҙеләсәге тураһында иғлан ителә[3]. Һөҙөмтәлә яңынан тергеҙелгән «Интервидение-2014» халыҡ-ара йәш башҡарыусылар конкурсын 2014 йылдың октябрендә Сочиҙа үткәреү планлаштырыла[17]. Рәсәй һайлап алыу туры «Биш йондоҙ» музыкаль конкурсы рәүешендә 2014 йылдың июнендә Ялтала үтә. Һуңыраҡ, конкурсты ойоштороусы Виктор Дробыш белдереүенсә, сәйәси хәл арҡаһында конкурс яҙға күсереү мөмкинлеге менән туҡтатыла[18]. Иғлан ителгән ваҡыт арауығы тамамланғандан һуң ойоштороусыларҙан бер ниндәй ҙә рәсми хәбәр килмәй — конкурс үткәрелмәй.
Интервидение 2025
2025 йылдың 3 февралендә РФ Президенты Владимир Путин 2025 йылда Мәскәүҙә Һәм Мәскәү өлкәһендә «Интервидение» музыкаль конкурсын үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуя[6]. Конкурста ҡатнашыуын 20-нән ашыу ил раҫлай[19].
25 февралдә РФ Хөкүмәте конкурстың ойоштороу комитеты составын раҫлай. Уға РФ мәҙәниәт министры Ольга Любимова, Беренсе каналдың генераль директоры Константин Эрнст һәм президенттың халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой инә[20].
20 мартта хөкүмәттең "Интервидение"ны үткәреүгә 750 миллион һум бүлеүе билдәле була[21].
Конкурста Рәсәй исеменән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ярослав Дронов сығыш яһай, ул Shaman псевдонимы аҫтында билдәле[22]. «Интервидение» халыҡ-ара музыкаль конкурсының Рәсәйҙән ҡатнашыусыһы 19 майҙа Беренсе каналда «Һөйләһендәр әйҙә» программаһы эфирында иғлан ителә[23]. 2025 йылдың 3 авгусында «Таврида. АРТ» фестивалендә сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Интервидение» конкурсында Дима Билан, Клава Кока менән бергә мәҙәниәт илсеһе булып Башҡортостандан AY YOLA төркөмөнөң ҡатнашасағы тураһында иғлан ителә[24].
Уҙғарыу датаһы — 20 сентябрҙә Мәскәүҙә "Live Арена"ла[7] .
Ҡатнашыусы илдәр
Шулай уҡ ҡарағыҙ: Интервидение йыр конкурсындағы илдәр исемлеге
«Интервидение» йыр конкурсында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ингән илдәр, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм элекке СССР республикалары (шул иҫәптән Балтик буйы илдәре), шулай уҡ Көньяҡ Корея һәм Япония ҡатнаша ала. ШОС блогының күҙәтеүсе илдәре (Һиндостан, Иран, Монголия, Пакистан һәм Афғанстан) көс һынашырға саҡырылырмы-юҡмы — әлегә билдәһеҙ. Элек Көнсығыш блогы илдәре һәм башҡа илдәр ҡатнаша алған[25][26][27].
Конкурста төрлө ваҡытта бөтәһе 30 ил ҡатнаша: Әрмәнстан, Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Болгария, Канада, Ҡытай, Куба, Финляндия, Венгрия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Латвия, Молдова, Марокко, Нидерланд, Польша, Португалия, Румыния, Рәсәй, Испания, Швейцария, Тажикстан, Төркмәнстан, Украина, Үзбәкстан; шулай уҡ хәҙерге ваҡытта юҡҡа сыҡҡан илдәр Чехословакия, ГДР, СССР һәм Югославия.
Элек конкурста ҡатнашҡан, әммә әлеге ваҡытта унда ҡатнашмаған илдәр: Әрмәнстан, Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Болгария, Канада, Куба, Финляндия, Венгрия, Латвия, Молдова, Марокко, Нидерланд, Польша, Португалия, Румыния, Испания, Швейцария, Төркмәнстан, Украина.
Интервидение йыр конкурсында ҡатнаша алған, әммә әлегә тиклем бер ҡасан да ҡатнашмаған тағы биш ил. Улар иҫәбенә Грузия, Литва, Эстония, Көньяҡ Корея һәм Япония инә[25][26][27].
Китеүҙәр, ҡайтыуҙар һәм дебюттар
- Берләштерелгән ячейкаларҙы тарҡатыр өсөн «Йыл» ячейкаһына баҫығыҙ.
| Йыл | Уҙғарыу урыны | Дата | ВУ | Дебюттар | Ҡайтыуҙар | Китеүҙәр | Еңеүсе |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1977 | 24-27 август | 20 / 11 | 11: |
— | — | ||
| 1978 | 23-26 август | 12 / 10 | 1: |
2: |
|||
| 1979 | 22-25 август | 13 | 3: |
1: |
1: |
||
| 1980 | 20-23 август | 14 / 13 | 2: |
1: |
3: |
||
| 1983 | |||||||
| 2008 | 28-31 август | 11 | 11: |
— | 13: |
||
Ҡатнашыусы-илдәр рейтингы
| № | Ил | Ⅰ | Ⅱ | Ⅲ | Ⅳ | Ⅴ | |
|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 3 | 0 | 0 | 0 | 0 | |||
| 2 | 0 | 0 | 1 | 1 | |||
| 1 | 0 | 2 | 1 | 0 | |||
| 4 | 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | ||
| 1 | 0 | 0 | 0 | 0 | |||
| 5 | 0 | 2 | 0 | 0 | 0 | ||
| 6 | 0 | 1 | 0 | 1 | 2 | ||
| 7 | 0 | 1 | 0 | 0 | 0 | ||
| 8 | 0 | 1 | 0 | 0 | 0 | ||
| 9 | 0 | 0 | 1 | 1 | 0 | ||
| 10 | 0 | 0 | 1 | 0 | 1 | ||
| 11 | 0 | 0 | 1 | 0 | 0 | ||
| 12 | 0 | 0 | 0 | 2 | 0 | ||
| 13 | 0 | 0 | 0 | 1 | 0 | ||
| 0 | 0 | 0 | 1 | 0 | |||
| 14 | 0 | 0 | 0 | 0 | 1 |
Еңеүселәр
Аҫта «Интервидение» йыр конкурсы уҙғарылған барлыҡ ваҡыттағы еңеүселәр исемлеге күрһәтелгән.
| Йыл | Ил | Башҡарыусы | Йыр | Балдар | Айырма | Икенсе урын | Дата | Уҙғарыу урыны |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 1977 | Гелена Вондрачкова | Malovaný džbánku | 174 | 24 | 27 августа | |||
| 1978[28] | Алла Пугачёва | «Всё могут короли» | 88 | 24 | 26 августа | |||
| Вацлав Нецкарж | Patrik | |||||||
| 1979 | Чеслав Немен | Nim przyjdzie wiosna | 82 | 16 | 25 августа | |||
| 1980[30] | Николай Гнатюк | «На ветрах осенних» | 30 | 6 | 23 августа | |||
| Марион Рунг | Where Is The love | |||||||
| Марика Гомбитова | I Want to Share With You | |||||||
| 2008 | Тахмина Ниязова | Hero | 216 | 1 | 31 августа |
Иҫкәрмәләр
- ↑ История фестиваля в Сопоте. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 19 ғинуар 2010 года.
- ↑ 1 2 Пять звёзд. Интервидение в Сочи (2008). Красный квадрат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2017. Архивировано из оригинала 6 март 2019 года.
- ↑ 1 2 Russia: Intervision To Return This October. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 июль 2014. Архивировано 17 октябрь 2015 года.
- ↑ Конкурс песни "Интервидение" пройдет в Москве в 2024 году (21.03.2024). 21 март 2024 тикшерелгән.
- ↑ "Интервидение" могут провести в Москве в начале 2025 года. ТАСС (13 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 июнь 2024.
- ↑ 1 2 Музыкальный конкурс "Интервидение" пройдет в 2025 году в Московском регионе. interfax.ru (3 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 февраль 2025.
- ↑ 1 2 "Интервидение" пройдет 20 сентября (30 апрель 2025). 30 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Lubię wracać tam gdzie byłem - Utwory - Cyfrowa Biblioteka Polskiej Piosenki. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2018. Архивировано 16 март 2021 года.
- ↑ Мелодии и ритмы зарубежной эстрады. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 апрель 2018. Архивировано 27 октябрь 2020 года.
- ↑ Политические скандалы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2014. Архивировано 29 май 2014 года.
- ↑ Международная организация «Интервидение»
- ↑ Сроки проведения конкурса «Пять звезд. Интервидение» переносятся. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2014. Архивировано из оригинала 25 июль 2014 года.
- ↑ Международный конкурс «Пять звезд. Интервидение» в этом году не состоится, - КТР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2014. Архивировано из оригинала 25 июль 2014 года.
- ↑ Intervision: The Russian proposed song contest with China, Central Asia Архивная копия от 13 ноябрь 2017 на Wayback Machine (Shanghaiist: Shanghai News, Food, Arts & Events)
- ↑ Putin mulls Intervision Song Contest Архивная копия от 16 июль 2013 на Wayback Machine (BBC World Service)
- ↑ Vladimir Putin proposes rival to Eurovision Song Contest between Russia and central Asian countries Архивная копия от 13 июль 2015 на Wayback Machine (Daily Mail)
- ↑ Федоткина, Татьяна На каждое «Евровидение» у России найдется своё «Интервидение». Московский комсомолец (21 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 май 2014. Архивировано 24 май 2014 года.
- ↑ Конкурс «Интервидение» откладывается из-за политической ситуации. Русская служба новостей (26 август 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2014 года.
- ↑ Более 20 стран подтвердили участие в конкуре «Интервидение» в Москве
- ↑ Правительство утвердило состав оргкомитета "Интервидения" (25 февраль 2025). 25 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ МИД получит 750 млн руб. на проведение песенного «Интервидения» (21 март 2025). 21 март 2025 тикшерелгән.
- ↑ Shaman представит Россию на «Интервидении» (19 май 2025). 19 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Представителя РФ на "Интервидении" объявят 19 мая на Первом канале (18.05.2025). 18 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=в шаблоне {{cite web}}. [ Еще одним послом "Интервидения" стало трио из Башкирии]. РИА Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 август 2025. - ↑ 1 2 Granger, Anthony Russia: Intervision To Return This October. Eurovoix (23 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 май 2014. Архивировано 17 октябрь 2015 года.
- ↑ 1 2 Bartlett, Paul Bearded Lady Spurs Russia to Revive Soviet-Era Song Contest. eurasianet.org (23 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2014. Архивировано 25 май 2014 года.
- ↑ 1 2 Россия нашла замену "Евровидению" (Russian). 1 июнь 2014 тикшерелгән.
- ↑ В 1978 году было два победителя, так как СССР и Чехословакия набрали равное количество баллов, а тогда правила не предусматривали дальнейших действий в этом случае.
- ↑ Из-за того, что победителями было объявлено две страны, ГДР заняла третье место
- ↑ В 1980 году было три победителя, так как СССР, Финляндия и Чехословакия набрали равное количество баллов, а тогда правила не предусматривали дальнейших действий в этом случае.
- ↑ Из-за того, что победителями было объявлено три страны, Испания заняла четвёртое место
- ↑ Победитель "Интервидения" - Тахмина Ниязова (Таджикистан). Первый канал (31 август 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 август 2014. Архивировано 25 февраль 2014 года.