Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы
Хәмит Хужиәхмәт улы Әлмөхәмәтов (рус. Альмухаметов Хамит Хужиахметович; 1861 йылдың, 2-се Этҡол ауылы, Ырымбур губернаһы — 1923 йылдың, 2-се Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы.
Биографияһы
Хәмит Хужиәхмәт улы Әлмөхәмәтов (Хәмит сәсән) 1861 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең 2-се Этҡол ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) хәлле ғаиләлә тыуған[1]). Бала сағында урыҫ телен үҙаллы өйрәнгән, ҡурайҙа уйнаған, йырлаған һәм бейегән. Йәш сағында ҡобайырҙарҙы музыкаль оҙатыу аҫтында башҡарғаны өсөн сәсән тип аталған.
Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған, унда Ғәбит сәсән менән танышҡан. Сауҙа менән шөғөлләнгән (сауҙа кибете тотҡан), ям хеҙмәтен үтәгән. 1900 һәм 1913 йылдарҙа мировой судья итеп һайланған.
Урыҫ, ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәрен белгән.
Ҡурайҙа оҙон көйҙө үҙенсәлекле башҡарыусы, башҡорт фольклорын (ҡобайырҙар, иртәктәр) яҡшы белеүсе булараҡ билдәле. Ҡобайырҙар ижад иткән һәм үҙе лә, кешеләрҙекен дә башҡарған. 1912 йылда 1812 йылғы Ватан һуғышының 100 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған сәсәндәр бәйгеһендә еңеүсе булған[2].
1910 йылда Әлмөхәмәтовтан һәм Ғәбит сәсәндән М. А. Буранғолов «Урал батыр» эпосының өлөштәрен, «Ҡарас һәм Ҡараһаҡал» иртәгенең варианттарын һәм «Урал» башҡорт халыҡ йырын яҙып алған[3]. Яҙып алыу урынында, сәсәндең йәйләүендә, 2006 йылда иҫтәлекле ваҡиға хөрмәтенә стела ҡуйылған[1].
Ғаиләһе
Өс улы булған: Килдейәр, Рамаҙан һәм Аллаяр, шулай уҡ ейәндәре. 1923 йылда 2-се Этҡол ауылында вафат булған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2025.
- ↑ Альмухаметов Хамит Хужмухаметович (1861—1923). Литературная карта Республики Башкортостан. Национальная библиотека им. А.-З. Валиди Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026.
- ↑ Башкирский эпос «Урал-батыр» пережил века. Баймакский вестник (27 июнь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июль 2026. Архивировано 4 март 2016 года.
Һылтанмалар
- Альмухаметов Хамит Хужмухаметович на сайте Литературной карты Республики Башкортостан
- Статья об Альмухаметове Хамите Хужиахметовиче на портале «Башкирская энциклопедия»