Рюмин Александр Владимирович

Рюмин Александр Владимирович (25 сентябрь 1914 йыл7 апрель 2006 йыл) — биолог-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, подполковник. 1958—1960 йылдарҙа Башҡортостан ҡурсаулығы Ағиҙел буйы филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре. Шүлгәнташ мәмерйәһендәге ҡаяға төшөрөлгән рәсемдәрҙе беренсе асыусы. Биология фәндәре кандидаты.

Биографияһы

Александр Владимирович Рюмин 1914 йылдың 25 сентябрендә Рәсәй империяһының Омск ҡалаһында тыуған.

Боронғо урыҫ дворяндары нәҫеленән булған һәм дәүләт властары тарафынан сәйәси яҡтан ышанысһыҙ тип табылған атаһы Владимир Валерианович бында һөргөн срогын үткәрә. Тимер юлы һалыу буйынса инженер өлкән Рюминдең эштәре һәм ынтылыштары ниндәйҙер революцион түңкәрелеш әҙерләүгә түгел, ә бары тик ябай халыҡты аңлы итеүгә йүнәлтелгән була. Александрҙың әсәһе Просковья Викторовна Тельен — сығышы менән Франция дворяндарынан, улар Бөйөк француз революцияһы йылдарында Рәсәй империяһына ҡасалар, артабан тулыһына тиерлек руслашалар. Просковьяның офицер атаһы шулай уҡ революцион идеялар менән мауыға. Радикаль ҡараштары өсөн суд ҡарары менән хәрби званиеһынан һәм дворянлыҡ дәрәжәһенән мәхрүм ителеп, үлем язаһына тарттырыла. Йоғонтоло туғандарының юллауы арҡаһында был ҡаты хөкөм ғүмерлеккә Якутияға һөргөнгә ебәреү менән алмаштырыла. Унда ул яҡут ҡыҙы менән осраша, һәм донъяға Прасковья тыуа. Уны Оло ергә оҙаталар, һәм Просковья Курск земство хәрәкәте активистарының балаһыҙ ғаиләһенә эләгә. Ҡыҙ артабан бик яҡшы белем ала: Смольный институтын, һуңынан Петербургта юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын тамамлай. Йәшлек йылдарында «Маленький оборвыш» тигән әҫәр яҙа, ул уҡыусылар араһында ҙур уңыш менән файҙалана.

Файл: А. В. Рюмин өйөндә. 2000 йыл.

Ғилми хеҙмәттәре

• Рюмин А. В. Температурная чувствительность позвоночных животных и биологический путь происхождения теплокровных форм // Сборник студенческих научных работ МГУ. 1939. Вып. 6. С. 55–84.
• Рюмин А. В. Значение температуры в онтогенезе и филогенезе животных // Успехи современной биологии. 1940. Т. 12. № 3. С. 504–515.
• Рюмин А. В. Количественная оценка способностей кобры в поиске добычи // Вопросы экологии. Московское городское отделение педагогического общества РСФСР. М., 1972. С. 8–29.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

• Черлин В. А., Леонтьева О. А., Червяцова О. Я. Александр Владимирович Рюмин – забытый биолог // Принципы экологии. 2016. № 4. С. 57–89. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 10 октябрь 2024)