Ылаҡты
Этимологияһы
Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева биргән мәғлүмәт ошолай:
Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[2]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[3]
.
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[4]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017195
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101719
- Бассейн коды — 10.01.02.002
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 861 бит