Ылаҡты 2-се
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Арский Ташы һыу үлсәү посынан Йомағужа һыуһаҡлағысына тиклем . Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200212111100017256
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101725
- Бассейн коды — 10.01.02.002
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
Бөрйән районы Мәһәҙей ауылынан Фәнүзә Ишбаева урыҫса Ашкарка тип йөрөтөлгән Ылаҡты йылғаһының атамаһын ошолай аңлата:
Башҡорттар — Ылаҡты, урыҫтар Ашкарка тип йөрөткән йылға Мәһәҙейҙе үтеп, Белорет районына сыҡҡас (оло юлды киҫеп, күпере бар), күп тә бармай, Ағиҙелгә ҡоя. Ҡыр кәзәһе мәһәҙейҙәрсә — илек, бәрәсе — ылаҡ[3]. Ылаҡтары менән илектәр төйәге булды ул йылға буйы,- ти торғайны һунарсы атайым. Урындағы һөйләштә Ылаҡты йылғаһы булып йөрөй. Беҙҙең Түңгәүер-Мәһәҙей ауылының тәүге урыны ошо Ағиҙел ҡушылдығы Ылаҡлы буйында булырға тейеш, ололар һөйләүе буйынса[4]
.
Урыҫса Ашкарка 2-я тип йөрөтөлгән йылға ла Бөрйән районының Мәһәҙей ауылынан 7 км ғына алыҫлыҡта ята, Ҡыраҡа тауынан[5] баш ала, атамаһы ла ошо йәнлектәр төйәге булараҡ килеп сыҡҡан.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
Был — гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ