Филиппов Александр Павлович
Филиппов Александр Павлович | |
---|---|
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1932 |
Тыуған урыны | |
Вафат булыу көнө | 15 октябрь 2011 (78 йәш) |
Вафат булыу урыны | |
Гражданлығы (подданныйлығы) | |
Эшмәкәрлек төрө | тәржемәсе, шағир, яҙыусы |
Ижад итеү йылдары | 1950 — наст. время |
Әҫәре теле | урыҫ теле |
Наградалары |
Викикитапханала һылтанмаған яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
Филиппов Александр Павлович (7 ноябрь 1932 йыл — 15 октябрь 2011 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2004).
Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1958 йылдан КПСС ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1973), Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Йомағужа ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә.
Юғары белем алғас, Ауырғазы районы Ишле ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан Башҡортостан радиоһының Күмертау һәм Салауат ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда Өфөгә күсерелә һәм БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда рус яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була.
1983—1991 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзының Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән Ангола, Венгрия, Вьетнам, Германия Демократик Республикаһы (хәҙер Германия), Конго һәм башҡа илдәрҙә була.
Өфө ҡалаһының Киров район советы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.
1991 йылда рус телендә нәшер ителгән «Истоки» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ике тиҫтә йыл, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем, үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.
Александр Филиппов 2011 йылдың 15 октябрендә Өфөлә вафат була[1], «Көньяҡ» зыяратта ерләнгән.
Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Филиппов бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған һәм бишенсе синыфта уҡығанда уларҙың бер нисәһен ул ваҡытта бөтә Советтар Союзының балалар баҫмаһы булараҡ Мәскәүҙә нәшер ителгән «Пионерская правда» гәзитенә ебәргән. Улар унда баҫылып сыҡҡан. Үҙәк матбуғат материалдарына ул осорҙа ниндәй талаптар ҡуйылғанан иҫкә төшөрөү ҙә шиғырҙарҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында асыҡ һөйләй. 19 йәшендә педагогия инстиутына уҡырға килгәндә Александр Филиппов ижад емештәрен «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә лә баҫтырып өлгөргән йәш шағир була. Шуға ла фекерҙәштәре уны бер тауыштан факультетта эшләп килгән әҙәби түңәрәктең старостаһы итеп һайлап ҡуя. Вуз тамамлап ауылға уҡытыусы итеп ебәрелһә лә, ижад ҡомары өҫтөнлөк алғас, йәш белгес журналистика юлынан китә. Республика радиоһының үҙ хәбәрсеһе, аҙаҡтан Өфөлә радиотапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булыу Александр Филиппов оло тәжрибә бирә. Ҡәләмен ҡулынын төшөрмәгән әҙип тиҫтә йыл әсендә тос ҡына йыйынтыҡҡа етерлек шиғри әҫәрҙәр туплап өлгөрә һәм уның тәүге ижад ҡарлуғасы «Зарницы» исемле беренсе китабы 1961 йылда донъя күрә. Аҙаҡтан 3 — 4 йыл арауыҡ менән уның йыйынтыҡтары бер-бер артлы нәшриәттән сығып ҡына тора. 1972 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылған «Пора тополиных вьюг» тигән шиғырҙар һәм поэма ингән китабы өсөн шағир 1973 йылда республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһына лайыҡ була. Дөйөм алғанда әҙиптең өс тиҫәтәнә артыҡ китабы уҡыусыларға тәҡдим ителгән.
Александр Филиппов үҙен оҫта һәм әүҙем тәржемәсе итеп тә танытты. Билдәле башҡорт яҙыусылары Сәғит Мифтаховтың «Зимагорҙар» драмаһын, Муса Ғәлиҙең «Ҡояш һәм күҙ йәше» поэмаһын, Хәким Ғиләжевтың «Ил улы» драматик поэмаһын, Фәрит Иҫәнғоловтың «Һәйкәлдәр тереләр өсөн» һәм Вәзих Исхаковтың «Бәхтизин» романдарын, шулай уҡ композитор Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһының либреттоһын, күп кенә авторҙарҙың шиғырҙарын башҡортсанан рус теленә тәржемә итә. Әҙиптең был йүнәлештәге ижади эшмәкәрлегенә баһа итеп мәшһүр Мостай Кәримдең «Александр Филиппов үҙенең ҡайһы бер ижадташ туғандарына ҡарағанда күпкә башҡортораҡ» тигән һүҙҙәрен китереү ҙә етә.
Бар ижадындағы кеүек үҙенең сценарийҙарында ла Александр Филиппов тыуған республикаһы темаһына даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, уның «Башҡорт балы», «Башҡортостан нефтселәре», «Республиканың бер көнө», «Башҡортостан умартасылыҡтарында» тип исемләнгән киносценарийҙары бының асыҡ дәлиле булып тора. Улар тамашасының һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын алды, ә 1965 йылда төшөрөлгән «Башҡорт балы» документаль кинофильмы үҙ ваҡытында Бухареста үткән халыҡ-ара конкурста беренсе премияға лайыҡ булды.
Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
рус телендә:
- Зарницы: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1961. — 80 с.
- Журавлиный полет: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1965. — 80 с.
- Горсть земли: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1968. — 80 с.
- Туесок народных сокровищ: Очерки. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. — 112 с.
- Голубой апрель: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1970. — 86 с.
- Пора тополиных вьюг: Стихи и поэма. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1972. — 108 с.
- Рукопожатие друга: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1974. — 62 с.
- И много-много лет: Стихи и поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 180 с.
- Далекое эхо: Рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1976. — 92 с.
- Ветер веков: Стихи и поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1980. — 126 с.
- Перелески: Стихи. — Москва, 1981. — 100 с.
- Добрый свет дня: Стихи. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 286 с.
- Слог: Стихи и поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1984. — 126 с.
- Когда сверкает молния: Повесть и рассказы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1987. — 302 с.
- Звездные пути: Переводы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1989. — с.
- Белая верба: Стихи, поэмы. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1992. — 202 с.
- Последняя трава: Очерк о жизни и деятельности Т. И. Ахунзянова. — Уфа: Скиф, 2006. — 88 стр.
Башҡорт телендә:
- Быуаттарҙың утлы елдәре: Поэма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 72 бит.
Әҙип ваҡытлы матбуғатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Последняя трава: О Т.Тагирове // Истоки, 2002, № 23. (рус.)
Уның тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Якупова М. Жить доброй и созидательной памятью: Народный поэт Башкортостана Александр Филиппов — о жизни, о Родине, о творчестве… Газета «Республика Башкортостан», 2007, 12 июля[2].
- Шафиков Г. Музыка души: К 75-летию народного поэта Башкортостана Александра Филиппова. «Бельские просторы» журналы, 2007, № 6.[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостандың халыҡ шағиры (2004)
- Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты.
- Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1973).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Салауат Юлаев ордены
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В России вспоминают первого русского народного поэта Башкортостана Александра Филиппова. ИА «Башинформ», 7 ноября 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
- 2018 йылдың декабрь аҙағында Йомағужа ауылында Александр Филипповҡа бюст асылды[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Не стало народного поэта Башкортостана Александра Филиппова — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 15 октябрь (рус.)
- ↑ Газета «Республика Башкортостан», 2007, 12 июля 2016 йылдың 9 август көнөндә архивланған. (рус.)
- ↑ Журнал «Бельские просторы», № 6, 2007 (рус.)
- ↑ В Кугарчинском районе открылся бюст народному поэту Башкортостана Александру Филиппову. ИА «Башинформ», 29 декабря 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 декабрь 2018)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное из-дательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Филиппов Александр Павлович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 7 ноябрь 2022)
- Литературная карта Республики Башкортостан (рус.)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Күгәрсен районында тыуғандар
- 15 октябрҙә вафат булғандар
- 2011 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Рувики:Портретһыҙ яҙыусылар тураһында мәҡәләләр
- Страницы с неизвестными параметрами шаблона Писатель
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса тәржемәселәр
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Алфавит буйынса сценаристар
- Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың халыҡ шағирҙары
- КПСС ағзалары
- С. П. Злобин исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт теленән тәржемәселәр