Салауат Юлаев (опера)

Салауат Юлаев (рус. Салават Юлаев (опера)) — совет башҡорт операһы. Баязит Бикбай либреттоһына Заһир Исмәғилев 1954 йылда яҙған. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында тарихи-героик музыкаль драма[1].

Тарихы

Операны Заһир Исмәғилев П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһында уҡығанда яҙа башлай; әҫәр уның диплом эше була. Әҙерлек барышында композитор менән либретто авторы Баязит Бикбай 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы архив материалдарына таяна. Төп тема булып башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығы тора[2].

Музыка үҙенсәлектәре

Тарихи-героик музыкаль драмала рус классик опера традициялары (Н. А. Римский-Корсаков, А. П. Бородин, М. И. Глинка, М. П. Мусоргский традициялары) башҡорт фольклоры менән үрелеп бара. Драматургия лейтмотивтар системаһына нигеҙләнә. Төп ролде ике халыҡ: төп геройҙы һәм башҡорт халҡын ҡылыҡһырлаған «Салауат» йыры; рус халҡын һәм пугачёвсыларҙы ҡылыҡһырлаған «Не шуми ты, мати, зелёная дубравушка» йыры уйнай[1].

Әҫәрҙә опера формалары — ариялар, ансамблдәр, хор сәхнәләре, оркестр эпизодтары киң ҡулланыла[3].

(аудио)
Мәғәфүр Хисмәтуллиндын Салауат арияһы
Тыңлаусыларға ярҙам
(аудио)
Операға увертюра. З. Исмәғилев
Тыңлаусыларға ярҙам

Ҡуйыуҙар һәм редакцияһы

Сәхнә тормошондағы тиҫтә йылдарҙа опера бер нисә редакцияла үҙгәртелә.

1-се редакция

…Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең декадаһын асҡан «Салауат Юлаев» спектакле башҡорт музыка һәм театр мәҙәниәтенең ниндәй иҫ киткес уңыштарға өлгәшкәнен күрһәтә. Бының республиканың милли опера сәнғәтенең тағы ла нығыраҡ сәскә атыу юлындағы этап ҡына булыуына бер ниндәй шик юҡ. «Салауат Юлаев» спектаклендә күрһәтелгән ҙур ижади мөмкинлектәр быға нигеҙ булып тора.

Б. Покровский. «Правда». 1955. 2 июня

Операның беренсе редакциялағы премьераһы 1955 йылдың 15 апрелендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла[1]. Дирижёры — В. В. Целиковский; режиссёры—ҡуйыусылар: СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков Һәм А. Н. Бакалейников;, балетмейстеры — Фәйзи Ғәскәров; хормейстеры — Л. Х. Исхакова; рәссамы — Мѳхәмәт Арыҫланов була.

1955 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы алдынан «Салауат Юлаев» операһы комиссияға тапшырыла. Унда Салауат Юлаев партияһын Мәскәү консерваторияһының тәүге Башҡорт студияһы ҡарлуғастарының береһе, беренсе башҡорт опера йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов[4], декадала шулай уҡ был ролде РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара.

Опера Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында уңышлы күрһәтелә[1].

2-се редакция

Операның 2-се редакция премьераһы 1977 йылдың 25 майында күрһәтелә. Ҡуйыусы төркөм: дирижёры: Г. Х. Моталов; режиссёры: М. М. Хисмәтуллин; балетмейстеры: Э. Х. Танн; ролдәрҙә: Н. З. Әбдиев (Салауат), М. Г. Ғәлиев (Пугачёв), С. К. Ғәлимова (Әминә), Ф. Ғ. Ноғоманова (Көнбикә)[1].

3-сө редакция

1988 йылдың 17 апрелендә, операны популярлаштырыу маҡсатында, М. Лаписова тәржемәһендә 3-сө редакцияла рус телендәге премьера була.

Ҡуйыусы төркөм: дирижёры: Я. А. Вощак; режиссёры: Р. М. Галеев; ролдәрҙә: Н. Павлюченко (Салауат), Д. Ф. Ремаревский, Н. Шик (Пугачёв), Н. М. Гәрәева (Әминә)[1].

4-се редакция

1994 йылдың 30 июнендәге 4-се редакциялағы премьера Салауат Юлаевтың тыуыуына 240 йыл тулыуға бағышлап ҡуйыла.

Ҡуйыусы төркөм: дирижёры: В. И. Платонов; балетмейстеры: А. Х. Зөбәйҙуллин; ролдәрҙә: Х. А. Ишбулдин (Салауат), Р. Ә. Хәбибуллин (Пугачёв), Ф. Ә. Килдейәрова (Әминә)[1].

5-се редакция

2016 йылдың 16-17 декабрендә опера авторы композитор Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан «Салауат Юлаев» сәхнәгә беренсе вариантында сығарыла[5][6][7][2]. Ул ике күренештән тора.

undefined

Режиссёр Иркен Ғәбитов артистар операның мәғәнәһен тәрән аңлаһын өсөн либреттоның яңы һәр һүҙҙең теүәл тәржемәһен булдырыу инициативаһы менән сыға. Ошо тәржемә нигеҙендә русса яңы субтитрҙар эшләнә[8].

Музыкаға Заһир Исмәғилевтың ҡурайҙа уйнаған «Урал» көйөнөң яҙмаһы өҫтәлә. Операның ете сәхнәһе араһында махсус алыш тауыштары индерелә[8].

Һәр сәхнә өсөн үҙенсәлекле төҫтәр гаммаһы булдырыла: Пугачёв булған сәхнәлә алтын һәм ҡыҙғылт, төнгө ял ваҡытында — фирүзә төҫө. Заманса видеопроекциялар һәм тарихи атрибутика менән байытылған сценография ҡулланыла[8].

Ҡуйыусы төркөм: музыкаль етәксеһе — Артём Макаров; режиссёры — Иркен Ғәбитов (Мария театры); сценограф — Рифхәт Арыҫланов; хормейстер — Александр Алексеев; төп ролдәрҙә: Илһам Вәлиев (Салауат), Владимир Копытов (Пугачёв), Эльвира Фәтихова (Әминә), Катерина Лейше (Көнбикә), Раил Көсөков (Юлай)[9].

Сюжеты

1773 йыл. Ырымбур губернаторы Емельян Пугачёвтың ихтилалын баҫтырыу өсөн башҡорттарға отряд тупларға бойора. Старшина Юлай икеләнә, уның улы Салауат, алпауыттарҙың башҡорт ерҙәрен тартып алыуы миенән риза булмайынса, асыҡтан-асыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Хөкүмәт яҡлы старшина Ҡолой Балтасовтың баҫымына ҡарамаҫтан, Юлай улына атлылар менән командалыҡ итеүҙе йөкмәтә. Салауат, пугачёвсы дуҫы Багровтың идеялары менән ҡанатланып, йәшерен генә үҙ юлын эҙләргә ҡарар итә. Ырымбур эргәһендә ялға туҡтағанда ул яугирҙарын ихтилалсылар яғына сығырға саҡыра. Командирҙарын хуплап, отряд азатлыҡ өсөн көрәшкә тоғро булырға ант итә.

Ҡамалған Ырымбурҙа губернатор Рейнсдорф Салауаттың хыянаты тураһында ишетә. Ул писарь Бохайырҙы үҙ яғына ауҙарып, уға батырҙы үлтерһә старшина вазифаһын вәғәҙә итә. Был ваҡытта Пугачёв станында баҫымсыларға хөкөм әҙерләйҙәр. Баш күтәреүселәргә Салауаттың отряды ҡушыла. Пугачёв арҡаҙаштарын ҡыуанып ҡаршы ала һәм Салауатҡа полковник дәрәжәһе бирә, башҡорттарҙың, казактарҙың һәм крәҫтиәндәрҙең берлеген иғлан итә.

Салауаттың тыуған өйөндә ғаиләһе золомға дусар ителә: Ҡолой Балтасов Юлайҙы хыянатсы тип иғлан итә, һалдаттар мөлкәттәрен ҡыйрата. Юлай улының хаҡлығына инана һәм уның ғәскәренә ҡушыла. Эҫем заводында Салауат еңеү яулай һәм атаһы менән осраша. Шунда уҡ ул хыянатсы Бохайырҙың яһалма үкенесен ғәфү итеп, ҙур хата яһай.

Ауыр алыштар ваҡытында Бохайыр заговор ойоштора һәм яугирҙарҙы ҡасырға өндәй. Салауаттың ҡатыны Әминә хыянат тураһында белеп ҡала, әммә иренә хәбәр итеп өлгөрә алмай, писаь ҡулынан һәләк була. Ҡатынының үлеменә ҡайғырған Салауат заговорҙы аса һәм Бохайырҙы язалай. Финалда ярҙамға Пугачёв килеп етә; баш күтәреүселәрҙе халыҡтар берҙәмлеген нығытырға һәм ябай халыҡ бәхете өсөн еңгәнсе көрәшергә саҡыра[9].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 6 7 Г.С. Галина. Салауат Юлаев (опера) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 1 2 .Опера «Салават Юлаев» Загира Исмагилова. Коммерсантъ (4 апрель 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
  3. А. Гозенпуд, В. Панкратова, Л. Полякова. Опера Загира Исмагилова «Салават Юлаев». Belcanto.ru (29 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
  4. «Огонек», № 21, 1955 год, 22 мая, автор Вл. Рудим.
  5. Мила Киян. Пятая перезагрузка «Салавата Юлаева»: уроки башкирского и живой конь на сцене. ufa.kp.ru (28 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
  6. Лейла Аралбаева. Опера «Салават Юлаев» с Ильгамом Валиевым возвращается на башкирскую сцену (10 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
  7. Ирина Гайнатуллина. В Уфе состоялось историческое событие: со сцены Башкирского театра оперы и балета прозвучала опера «Салават Юлаев». "Культурный мир Башкортостана" (16 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 май 2026.
  8. 1 2 3 Горячий скакун в погоне за театральной эффектностью. Belcanto.ru (9 ғинуар 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.
  9. 1 2 Салават Юлаев. Башкирский государственный театр оперы и балета (16 декабрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә