Композиторға опера яҙыу уйы 1981 йылда Аҡмулланың 150 йыллығын байрам иткәндә килә. Заһир Исмәғилевтың «Аҡмулла» операһы ике күренештән тора. Операның премьераһы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 1996 йылдың 5 октябрендә була.
Музыкаль етәксеһе һәм дирижеры — М. А. Әхмәтзарипов;
Режиссерҙары — Р . А. Вәлиуллин;
Балетмейстеры — А . Х. Зөбайҙуллин;
Хормейстеры — Э . Х. Ғайфуллина;
Сценограф Р . М. Арыҫланов.
Беренсе постановкала төп партияларҙа: Й. Ә. Әбделмәнов (Аҡмулла), Ә. С. Хәмбәлиева (Аҡсәскә), С. Ф. Сөләймәнов (Камалетдин), Ф. З. Сәлихов (Хәҙрәт), С. Ә. Асҡаров (Буранғол), Х. Ә. Ишбулдин (Батуч).
Операны икенсе сәхнәләштереү 2006 йылдың 14 сентябрендә була. Постановканы ҡуйыусы музыкаль етәксе — Р. Лютер, ҡуйыусы режиссёр И. Ғәбитов, художник — Р. Арыҫланов, хормейстеры — Э. Ғәйфуллина, А. Белогонова.