Ағиҙел тулҡындары (опера)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ағиҙел тулҡындары (опера)
Композитор
Атамаһы Ағиҙел тулҡындары
Әҫәр теле башҡортса‎
Сәнғәт әҫәренең бүлектәре һаны 4 Акт
Либретто авторы Кәримов Мостафа Сафа улы
Сәнғәт формаһы Опера
Беренсе тапҡыр башҡарыла 24 февраль 1972

Ағиҙел тулҡындары — 1969 йылда композитор Заһир Исмәғилев Мостай Кәрим либреттоһына яҙған башҡорт операһы.

Заһир Исмәғилевтың «Ағиҙел тулҡындары» (тәүге исеме — «Гөлзифа» (1967) беренсе башҡорт лирик операһы 4 күренештән тора.

«Ағиҙел тулҡындарының» премьераһы 1972 йылдың 24 февралендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры (ГТОиБ) сәхнәһендә үтә. Уның музыкаль етәксеһе һәм дирижеры — Г. Х. Моталов, ҡуйыусы-режиссеры — Р. А. Вәлиуллин, балетмейстеры — Ф. М. Саттаров, хормейстеры Л. Х. Исхаҡова була.

Операла төп партияларҙы: С. К. Ғәлимова (Гөлзифа), Н. З. Әбдиев (Зәйнулла), Мәғәфүр Хисмәтуллин (Ғәйнулла), Т. Ф. Сәғитов (Вадим) башҡара.

«Ағиҙел тулҡындары» әҫәре композитор тарафынан рус опера классикаһы традицияларында яҙыла.

Күренеш XX быуаттың 60-сы йылдарында бара. Сюжеты әхлаҡи йәһәттән саф һәм таҙа күңелле Гөлзифа менән уның һөйгән егете — үҙен генә яратыусы Зәйнулла араһындағы низағҡа ҡоролған. Геройҙарҙың мөнәсәбәттәре Гөлзифаның һәләк булыуына килтерә. Операла ауыл көнкүреше һәм тәбиғәт күренештәре ҡулланылған.

Әҫәргә музыка башҡорт халыҡ йырҙарының милли колориты (оҙон, ҡыҫҡа көй, таҡмаҡ) ҡулланып яҙылған.

1973 йылда «Ағиҙел тулҡындары» операһы өсөн композитор Заһир Исмәғилев РСФСР-ҙың М. И. Глинка исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була[1].

  • Галина Г. С. Загир Исмагилов. Уфа, 1997.
  • Угрюмова Т. С. Вопросы драматургии оперы З. Г. Исмагилова «Волны Агидели» //Вопросы искусствоведения (статьи о творчестве З. Г. Исмагилова). Уфа, 1986.
Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Эскиз занавеси оперы "Волны Агидели"
Image-silk.png Сцена из оперы "Волны Агидели"