Хисмәтуллин Мәғәфүр Хисмәтулла улы

Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллин (рус. Магафур Хисматуллович Хисматуллин1915 йылдың 23 ғинуары, Өфө губернаһы2004 йылдың 5 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет йырсыһы, режиссёр, педагог. 1939—1982 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры солисы. 1969—1995 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың(1965) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Биографияһы

1915 йылдың 10 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районы) Яңы Ҡобау ауылында тыуған.

1931—1935 йылдарҙа Башҡорт сәнғәт техникумының театр бүлегендә уҡый

1936—1938 йылдарҙа П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының башҡорт бүлегендә (Е. В. Еханович класында) уҡый.

1932—1936 Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләй.

1932 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрысолисы.

1964 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш режиссёры.

1965 йылдан Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.

1969 йылдан Өфө сәнғәт институтында уҡыта.

Ижады

Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән осорҙа ул илленән ашыу опера партияһын башҡара. Тәүге башҡорт операһы булған «Һаҡмар»ҙа (Мәсәлим Вәлиев) — Фәхри, Ерошка — А. П. Бородин, «Кенәз Игорь», Арлекин — Р. Леонкавалло, «Паяцы», Бомелий — Н. А. Римский-Корсаков, «Батша кәләше», Юламан — Н. Чемберджи, «Ҡарлуғас», «Салауат Юлаев» — Заһир Исмәғилев, «Салауат», Ғәйнулла — З. Исмәғилев, «Ағиҙел тулҡындары» операларында ҡатнаша.

Режиссер булараҡ, Заһир Исмәғилевтың «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһын, «Шәүрә» операһын, үзбәк композиторы С. Юдаковтың «Мәйсәрәнең мутлыҡтары» комик операһын, П. Чайковскийҙың «Пиковая дама»һын, Ж. Бизеның "Кармен"ын, А. Бородиндың «Кенәз Игорь», Х. Әхмәтовтың «Замандаштар» операларын ҡуя.

Опера йырҙары[1]
Опера йәки музыкаль комедия Композитор Партия Беренсе тапҡыр башҡарыу йылы
Аршын мал алған У. Гаджибеков Вели 1939
Евгений Онегин П. Чайковский Трике 1940
Һаҡмар М. Вәлиев Фәхри 1940
Мәргән А. Эйхенвальд Юламан 1941
Аҡбуҙат Х. Заимов, А. Спадавеккиа Шүлгән 1942
Маджибад М. Вәлиев Маджибад 1943
Ҡарлуғас Н. Чембеджи Шатморат 1944
Алтынсәс Н. Жиганов Урмай 1946
Чио-чио-сан Д. Пуччини Горо 1946
Паяцы Р. Леонкавалло Арлекин 1946
Батша кәләше — Царьская невеста Н. Римский-Корсаков Бомелий 1948
Ромео һәм Джульетта Ш. Гуно Тибальд 1949
Дубровский Э. Направник Дефорж 1949
Кармен Ж. Бизе Ремендадо 1949
Князь Игорь А. Бородин Ерошка 1950
Кэто һәм Котэ В. Долидзе Сико 1950
Мазепа П. Чайковский Иҫерек казак 1950
Черевички П. Чайковский Мәктәп уҡытыусыһы 1950
Майская ночь Н. Римский-Корсаков Винокур 1950
Сиған бароны — Цыганский барон И. Штраус Граф Карнеро 1950
Айһылыу Н. Пейко Фәхри 1953
Салауат Юлаев З. Исмәғилев Салауат 1955
Тымыҡ Дон — Тихий Дон И. Дзержинский Пантелей 1956
Дауылға — В бурю Т. Хренников Антонов 1957
Чародейка П. Чайковский Паисий 1957
Ҡоҙаса З. Исмәғилев Яппар 1959
Йәш гвардия — Молодая Гвардия Ю. Мейтус Тюленин 1959
Куба ҡыҙы — Дочь Кубы К. Листов Хосс 1962
Севастополь вальсы — Севостопольский вальс К. Листов Рахмет 1962
Отелло Д. Верди Родриго 1962
Овод А. Спадавеккиа Карди 1963
Пиковая дама П. Чайковский Чекалинский 1964
Шәүрә З. Исмәғилев Көбәк 1964
Үткән мөхәббәт Ш. Ҡолбарисов Ҡотлобай 1964
Оптимистик трагедия А. Холминов Сиплый 1967
Гөлзифа З. Исмәғилев Ғәйнулла 1967
Саламандрҙар менән һуғыш В. Успенский Энди 1968
Фра-Дьяволо Д. Обер Беппо 1968
Донья Жуанита Ф. Зуппе Дворецкий 1968
Корневиль ҡыңғырауҙары — Корневильские колокола Р. Планкет Сыған 1970
Ағиҙел тулҡындары З. Исмәғилев Ғәйнулла 1970
Ватандаштар Х. Әхмәтов Таһир 1970
Бирйән һәм Сара М. Төлөбаев Естай 1972
Кейәүҙәр С. Садыҡова, Р. Ғөбәйҙуллин Йамалый 1973
Салауат Юлаев З. Исмәғилев Бохаир 1975
Сәхнәләштерелгән спектаклдәр[1]
Спектакль исеме Композитор Сәхәнәләштерелгән йылы
Ҡоҙаса З. Исмәғилев 1959 (Өфө)
Аҡбуҙут Х. Заимов, А. Спадавеккиа 1959
Айһылыу М. Пейко 1961
Мәйсәрә мажаралары С. Юдаков 1961
Ҡоҙаса З. Исмәғилев 1963 (Ҡазан)
Шәүрә З. Исмәғилев 1964
Пиковая дама П. Чайковский 1964
Кармен Ж. Бизе 1965
Князь Игорь А. Бородин 1966
Мыйыҡһыҙ тылсымсы Н. Сабитов
Ватандаштар Х. Әхмәтов 1970

Дискографияһы

  • «Башҡорт йырҙары, романстар, операларҙан ариялар» («Мелодия»)
  • «Һинен Йырың / Сәй» (1954, Апрель заводы)
  • «Таң атканда / Оҙатҡанда» (Б. Ғайсин менән берлектә, 1961, «Дустлик» / «Дружба»)
  • «Татар халыҡ йырҙары» (Г. Сөләймәнова һәм Ф. Туйышев менән берлектә, 1971, «Мелодия»)
  • «Ағым һыу / Матур Өфө ҡалаһы» (Апрель заводы)
  • «Бишек йыры» («Мелодия»)
  • «Азамат» («Мелодия»)
  • «Ғүмер / Яҙ һәм гөлдәр / Онотма» («Мелодия»)

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

  • VI саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
  • «Почёт Билдәһе» ордены;
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1949);
  • Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1953);
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955);
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (рус.)баш. (1965);
  • Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1969).

Хәтер

  • Башҡортостандың Иглин районында М. Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» конкурсы үткәрелә. 2025 йылда унда Башҡортостан, Силәбе өлкәһе йырсылары менән Ҡытай вәкилдәре лә ҡатнаша[2].
  • Яңы Ҡобау ауылында 2005 йылда йырсының бюсы ҡуйыла. 2006 йылда Яңы Ҡобау башланғыс мәктәбенә уның исеме бирелә.
  • Ауылда шулай уҡ артистың музейы асылған[3].
  • 2008 йылда Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә «Магафур Хисматуллин. Жизнь и творчество» тигән фотоальбом нәшер ителә (автор-туплаусыһы — Фатима Бициева).
  • 2009 йылда Өфөлә Коммунистик урамында М. Хисмәтуллин барельефы менән мемориаль таҡтаташ ҡуйыла[4][5].
  • Өфөлә һәм Иглин районының Меңйетәр ауылында урамдар йырсы исемен йөрөтә[6][7].
  • 2025 йылда, М. Хисмәтуллиндың тыуыуына 110 йыл тулыу уңайынан, Башҡортостанда хәтер саралары, шул иҫәптән күргәҙмәләр һәм концерт-лекциялар үтә[8][9][10].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.
  2. Стали известны лауреаты песенного конкурса имени Магафура Хисматуллина. Иглинские вести. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  3. Рожденный дарить праздник. Иглинские вести. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  4. О мемориальных досках, установленных на территории городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  5. О мемориальных досках, установленных на территории городского округа город Уфа Республики Башкортостан. СНТД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  6. О присвоении наименований улицам в микрорайоне «Нагаевский» Октябрьского района городского округа город Уфа Республики Башкортостан. СНТД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  7. Улица им. Магафура Хисматуллина в селе Минзитарово. 2ГИС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  8. Книжная выставка «Магафур Хисматуллин – жизнь как песня». Национальная библиотека РБ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  9. Магафур Хисматуллин. 110-летний юбилей. Иглинская детская музыкальная школа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.
  10. Познавательная программа «Песни жизни». МКС ТМЗ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2026.

Әҙәбиәт

Башҡорт телендә

  • Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 367 бит.

рус телендә

  • Бициева Ф. Б. Незабываемый образ. — Уфа: Гилем, 2006. — 62 с.
  • Магафур Хисматуллин // Сов. Башкирия. Уфа. 1955. 15 мая.
  • Сподиков В. Концерты башкирских артистов // Сов. Татария. Казань. 1957. 9 февр.
  • Хайруллин Р. Судьба певца // Сов. Башкирия. Уфа. 1961. 25 июля.
  • Шафиков Г. Трепетная струна души // Ленинец. Уфа. 1963. 21 марта.
  • Мясагутов Ш. Народный артист // Ленинец. Уфа. 1965. 2 марта.
  • Шафиков Г.. Жизнь, озаренная творчеством // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 3 марта.
  • Шумская Н. Артист, любимый народом // МЖ. 1965. № 10. С. 24.
  • Юбилей артиста // Сов. Башкирия. Уфа. 1965. 6 марта.
  • Ахунзянов Т. Свидание с искусством // Сов. культура. 1973. 19 янв.
  • Хайруллин Р. Магафур Хисматуллин. — Уфа., 1975. 46 с.
  • Хайруллин Р. Многогранный талант // Сов. Башкирия. Уфа. 1975. 23 янв.
  • Янгиров Р. Народный артист // Веч. Уфа. 1975. 8 авг.
  • Хисматуллин Магафур Хисматуллович // Муз. энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 965.

Һылтанмалар