Сәрмәсән

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Сәрмәсән
Характеристика
Оҙонлоғо 186 км
Бассейн 3970 км²
Һыу сығымы 10 м³/с
Һыу ағымы
Инеше
 · Координаталар 54°13′01″ с. ш. 54°26′15″ в. д.HGЯO
Тамағы Ағиҙел
 · Координаталар 55°10′26″ с. ш. 55°18′18″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан
РДҺР 10010201512111100025170
Сәрмәсән (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
Точка
Blue 0080ff pog.svg — инеше, Blue pog.svg — тамағы
Ағиҙел бассейны

Сәрмәсән (рус. Чермасан) — Башҡортостан Республикаһындағы йылға, Ағиҙелдең һул ҡушылдығы.

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылғаның оҙонлоғо — 186 км, уның һыу йыйылыу бассейнының майҙаны — 3970 км²[1]. Йылға ноябрҙә туңа, апрелдә асыла. Сәрмәсән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында башлана. Башлыса ҡар һыуҙарынан тулылана, 79 проценты яҙғы ташҡын тәшкил итә. Йыллыҡ уртаса һыу сығымы — 10 м³/с[2].

Төп ҡушылдыҡтары: Иҙәш, Ҡалмаш, Һарыш, Түреш, Ҡарғалы, Оло Ҡыҙаш, Сәғәҙи, Киәҙе.

Һыу реестрҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса, Кама бассейнына ҡарай, йылғаның һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы, Бөрө ҡалаһынан алып тамағына тиклем — Ағиҙел бассейнына ҡарай.

Гидроним[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1391 йылғы Ҡондорса буйындағы яу башҡорт фольклорының бер нисә ҡомартҡыһында сағыла. «Һуңғы Һартай» хикәйәтендә һарт ырыуының, Туҡтамыш сиреүендә түгел, ә үҙ алдына тыуған илен ҡурғап, Тимер менән иң һуңғы кешеһе ҡалғанса һуғышыуы, иҫән ҡалған ҡарт ырыу башының тыуған ил ҡазаһы һәм яуҙа үлгән ырыуҙаштары өсөн һаман туҡтамай дошмандан үс алып йөрөүе хаҡында бәйән ителә. Риүәйәт буйынса, һуғышта һәләк булған Ялыҡ бейҙең улдары — ике батыр хөрмәтенә Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Государственный водный реестр РФ: Чермасан.
  2. [ Чермасан] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  3. Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времён до 1917 г. // Учебное пособие / Составитель: Гумеров Ф. Х. — Уфа: Китап, 1996. — С. 71. — 336 с. — ISBN 5-295-01671-74.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]