Дромоним
Дромо́ним (бор. грек. Δρόμος — йүгереү, хәрәкәт, юл, һуҡмаҡ + ὄνομα — исем, атама) — топоним төрө. Һәр төрлө ер өҫтө, һыу, ер аҫты, һауа, ҡағиҙә булараҡ, тораҡ пункттарҙан ситтәге юлдың атамаһы[1]. Халыҡ күп йәшәгән урындарҙағы урамдарҙан айырмалы рәүештә, был исемдәрҙе ҡулланыу мотлаҡ түгел. Күп юлдар атамаһыҙ, тик ҡайһы берҙә рәсми документтарҙа телгә алына, был да норма түгел, ә традицияны нығытыу ынтылыу.
Тарихы
Традициялары бик электән килә. Боронғо Русь заманынан алып «Варягтарҙан гректарға юл» һәм «Варягтарҙан ғәрәптәргә юл» билдәле булған. Юлдың исеме уның мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Төрҙәре
Ҡоро ер юлдары
Ҡоро ер дромонимдары — иң киң таралғаны. Элек тә, хәҙер ҙә, йышыраҡ улар ҡайҙа алып барғанына ҡарап, ҡалаларҙан сыҡҡан юлдарҙың үҙ исемдәре булған. Хәҙерге заман автомобиль магистралдәрендә йәки ҡала урамдарында тарихи исемдәр һаҡланған (Мәскәү тракты һәм Томск ҡалаһында Иркутск тракты). Уның бөтә юл дауамында һаҡланып ҡалыуы йәки яйлап юғалыуы мөмкин. Ҡайһы берҙә бер аҙ ваҡыт төрлө исемдәр бергә йөрөй. Себер аша үткән юлды төрлө ерҙә Ырымбур, Томск, Себер йәки Омск тракты тип аталырға мөмкин. Көнбайышҡа табан хәрәкәт иткәндә — Мәскәү тракты. Дөйөм алғанда, Мәскәү — Себер тракты.
Юл йүнәлтгән ҡаланан тыш, исем урындан барлыҡҡа килеүе ихтимал. Мәҫәлән, Бийскиҙан Монголияға юл Чуя йылғаһы буйлап үтә һәм Чуя тракты тип атала.
Эске һыу юлдары
Ғәҙәттә улар үҙҙәре үткән бер йәки бер нисә һыу ятҡылығының атамаһы менән тап килә (Волга юлы, Обь юлы, Волга-Кама юлы, Обь-Иртыш юлы). Маршрут ике һыу юлын тоташтырырға, әммә улар буйлап үтмәҫкә мөмкин. Мәҫәлән, Обь — Енисей каналы Кети, Ломоватая, Язевая йылғалары, Кеть-Кас каналы,, Кесе һәм Оло Касам йылғалары буйлап үтә. Исем барлыҡҡа килтергән йылғалар һыу айырғыстың ике яғында меңәрләгән километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тимер юлдары
Тимер юлдарға атамалар төҙөлгән йәки асылған ваҡытта бирелгән:
- инициатор исеме менән (Николай тимер юлы);
- юл тоташтырған нөктәләрҙең атамаһы буйынса (Төрксиб);
- үткән ер буйынса (Байкал тирәләй тимер юлы)
Атамаһы үҙгәрергә (Бөйөк Себер магистрале — Транссебер магистрале) йәки атамаһын үҙгәртеү (Николай — Октябрь тимер юлы) мөмкин.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ҡала эсендәге юлдар булып торған урамдар бында индерелмәй
Әҙәбиәт
- Подольская Н. В. Словарь русской ономастической терминологии / Отв. ред. А. В. Суперанская; АН СССР, Ин-т языкознания. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Наука, 1988. — 192 с. — 28 000 экз. — ISBN 5-256-00317-8. [1]