Хороним

Хоро́ним (бор. грек. χώρα — өлкә, край, ил + ὄνομα — исем, атама) — билдәле бер сиктәре булған теләһә ниндәй биләмәнең үҙ атамаһы: ҙур булмаған арауыҡ (туғай, урман, ҡала территорияһы), тарихи өлкә, административ район йәки ил. Топоним класына ҡарай[1].

Төрҙәре

Хоронимдар географик (тәбиғи) — Волга буйы, Беловежье шырлығы кеүек тәбиғәт-ландшафт төбәктәре атамаларына, һәм административ — Диңгеҙ буйы крайы, Воронеж өлкәһе, АҠШ кеүек административ-территориаль берәмектәр атамаларына бүленә[1][2]. Сәйәси берәмектәрҙең, мәҫәлән, дәүләттәрҙең, административ хоронимдары кратонимдар тип атала(бор. грек. κράτος — көс, идара + ὄνομα — исем, атама)[3].

Административ хоронимдың айырым төрсәһе итеп ҡала (ҡала эсе) хоронимын ҡарарға мөмкин — ҡала биләмәһенең бер өлөшөнөң атамаһы: район, биҫтә, квартал, парк һ. б., мәҫәлән, Дим районы, Иҫке Өфө, Черниковка.

Ҡала эсе хоронимы бер үк ваҡытта урбанонимдың айырым осрағы тип ҡарала ала. Ҡала майҙандары, баҙар атамалары горонимдарҙан айырым категорияға — агоронимдарға бүленгән[1][4][5].

Хоронимдар шулай уҡ түбәндәгеләргә бүленә:

Микрохоронимдар[6] — ҙур булмаған һәм тик урындағы әһәмиәткә эйә булған тәбиғи йәки административ арауыҡтың атамаһы (ҡотоҡ, ауыл хужалығы ерҙәре).

Макрохоронимдар — киң билдәле булған тәбиғи йәки административ арауыҡтың атамаһы.

Яһалышы

Хоронимдар башҡа топонимдарҙан, атап әйткәндә, гидронимдарҙан (Мәҫәлән, Двина гидронимынан — ҡала эсендәге Задвинье гидрохоронимы[7]) йәки ойконимдарҙан (мәҫәлән, Мәскәү ойконимынан — Мәскәү өлкәһе ойкохоронимы) килеп сығыуы мөмкин. Хороним өсөн нигеҙ булып топонимдар ғына хеҙмәт итмәй. Мәҫәлән, ҙур өлкәләр һәм илдәрҙең атамалары булған хоронимдар йыш ҡына этнонимдарҙан килеп сыҡҡан (мәҫәлән, Галлия, Русь, Айова).

Хоронимдар башҡа топонимдар өсөн дә нигеҙ булып тора (Верхоосенье ултырағы исеменән — Верхососень шишмәһе атамаһы)[8]).

Хоронимда ландшафт үҙенсәлектәре лә, тирә-яҡ мөхит тә сағыла[9], так и об особенностях заселения и истории края[8].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Подольская, 1988, с. 145—146
  2. Helmut Jachnow. Handbuch der sprachwissenschaftlichen Russistik und ihrer Grenzdisziplinen. // Harrassowitz, O. 1999. (с. 371—372) (нем.)
  3. Мокроусов М. Н., Шаклеина О. В., Новая классификация имен собственных русского языка в задаче извлечения именованных сущностей, Norwegian Journal of Development of the International Science, 25 (2018), С. 32-37.
  4. Мадиева, Г. Б. Супрун, В. И. Система современной русской урбанонимической терминологии // Вопросы ономастики. — 2017. — Т. 14, № 2. — С. 115—125.
  5. Актуальные проблемы общего и регионального языкознания: материалы Всероссийской научной конференции 28 октября 2008 года, I. — Уфа: Издательство БГПУ. (с. 201)
  6. Подольская, 1988, с. 86
  7. А. М. Мезенко. Имя внутригородского объекта в истории. // «Вышэйшая школа», 2003
  8. 1 2 Н. А. Луценко. Язык, стиль, культура. // Донгу, 1992. с. 15—17.
  9. Naturraumeinheiten, Landschaftsfunktionen und Leitbilder am Beispiel von Sachsen. // Deutsche Akademie für Landeskunde, 2002. (с. 63—64) (нем.)

Әҙәбиәт

Категориялар