Край
Край (рус. Край) — ҡайһы бер илдәрҙә йәки дәүләттәрҙә административ-территориаль берәмек.
Край Грузия, Чехия, Словакия һәм Латвияның территориаль берәмеге булып тора.
Рәсәй
Рәсәй империяһында дөйөм идаралыҡ аҫтындағы бер нисә губерна йәки өлкәнән торған ситке урынды край тип йөрөткәндәр. Уның синонимы — генерал-губернаторлыҡ[2].
Совет осоронда ҡатмарлы составлы административ-территориаль берәмектәрҙе крайҙар тип атала. Мәҫәлән, РСФСР-ҙа уларҙың составында үҙ автономиялы өлкәләре була.
Тик Диңгеҙ буйы крайында ғына 1938—1943 йылдарҙа Диңгеҙ буйы өлкәһе (РСФСР) һәм Уссурия өлкәһе була, был өлкәләр бөтөрөлгәс тә, атамаһын һаҡлап ҡала. Өлкәләр кеүек үк, ҡайһы бер крайҙар үҙ эсенә милли округтарҙы ала, әммә XX быуаттың икенсе яртыһында тик Красноярск крайында ғына автономиялы округтар була.
Һуңынан автономиялы өлкәләрҙең күпселеге Рәсәй составында республикаға әйләнә (Йәһүд автономиялы өлкәһенән башҡа) һәм үҙ крайҙары составынан сыға. Край административ берәмек булараҡ Рәсәй Федерацияһындағы өлкәләрҙән айырылмай. Рәсәй Федерацияһында 85 субъекттың туғыҙы край статусына эйә.
Камчатка, Пермь, Байкал аръяғы крайҙары 2000 йылдарҙа төбәктәрҙе берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Уларҙың барыһына ла яңы исем һайлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Этимологический онлайн-словарь русского языка Макса Фасмера. lexicography.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 август 2022. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.
- ↑ Край // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.