Годоним

Годо́ним йәки одо́ним (бор. грек. ὁδὸς «урам, юл» + ὄνομα «исем, атама») — урбанонимдың бер төрө, урамдарҙың, шул иҫәптән проспекттарҙың, бульварҙарҙың, аллеяларҙың, яр буйҙарының, үткәүелдәрҙең, тыҡрыҡтарҙың, линияларҙың (урам тибының береһе), шосселарҙың (ҡала эсендә), тупиктарҙың атамаларын билдәләү өсөн топоним[1]. Почта адрестарында ер өҫтө киңлегендә урынлашҡан объектты кодлаштырыу һәм табыу өсөн киң ҡулланыла.

Годонимия — годонимдар йыйылмаһы, «ҡаланың тарихи һәм лингвистик портретының бер өлөшө»[1]. Агоронимдар (майҙандар) һәм ҡала хоронимдары (ҡала инфраструктураһының байтаҡ өлөштәре: кварталдар, райондар, биҫтәләр, парктар һ. б.) айырым өйрәнелә. Термин 1988 йылда Н. В. Подольскаяның "Рус ономастик терминологияһы һүҙлеге"нә индерелә.

Төҙөлөшө

Рус телендәге күпселек годонимдар ике киҫәктән тора: бер өлөшө булып номенклатура һүҙе тора, ул бәләкәй хәрефтән яҙыла, ә икенсеһе-годонимдың атрибутив компоненты, ул, ҡағиҙә булараҡ, номенклатуранан һуң килә һәм баш хәрефтән яҙыла, мәҫәлән, улица Пречистенка. Башҡорт телендә киреһенсә — Пречистенка урамы. Октябрь проспекты, Октябрь Революцияһы урамы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Подольская Н. В. Словарь русской ономастической терминологии. Изд. 2-е, перераб. и доп. / А. В. Суперанская. — М.: Наука, 1988. — 192 с. с. — ISBN 5-256-00317-8.
  • Шәйәхмәтов Р. А. Годонимия как репрезентация малого культового объекта (на примере Сибая) // Уральский регион Республики Башкортостан: человек, природа, общество: материалы региональной научно-практической конференции (16 ноября 2012 г.), г. Сибай. В 2-х частях. Ч. I. — Сибай: Издательство ГУП РБ «СГТ», 2012. — 398 с. C.379-382.

Категориялар