Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы
Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1 декабрь 1958 йыл) — музыкант-скрипкасы, педагог. 1992 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2001 йылдан ҡыллы музыка ҡоралдары кафедраһы мөдире. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009), Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017). Төрлө кимәл ижади конкурстар лауреаты һәм дипломанты.
Биографияһы
Флүрә Булат ҡыҙы Ситдиҡова 1958 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының) Октябрьский ҡалаһында тыуған[1].
1983 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын, 1987 йылда Ҡазан консерваторияһында ассистентура-стажировка тамамлай.
1983—1985 йылдарҙа һәм 1987 йылдан — концертмейстер.
1992 йылда уҡыта башлай, 2001 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы инструменттар кафедраһы мөдире[1].
Бер үк ваҡытта 1982—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһындағы «Башҡортостан» камера оркестры артисы. 1992—1993 йылдарҙа — «Башҡортостан солистары» ансамблендә, 1996—1998 йылдарҙа — Боронғо музыка ансамблендә, 2000 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтының ҡыллы квартетында, 2012 йылдан — «Пьяццолла‑трио» ансамблендә эшләй.
Музыкант репертуарында сит ил камера музыкаһы (И.С.Бах, Л.Бетховен, И.Брамс, К.Дебюсси, Р.Шуман һәм башҡалар), башҡорт композиторҙары (Р. Х. Ғәзизов, Н. Ә.Дауытов, Х. Ш. Заимов, З. Ғ. Исмәғилев, Н.Г.Сабитов, С.Ғ. Шаһиәхмәтов һ. б.) әҫәрҙәре бар[1].
Рәсәй буйлап гастролдәрҙә йөрөй.
Фәнни хеҙмәттәре
- Скрипичный текст в сольных и ансамблевых сочинениях западноевропейского барокко. Уфа, 2015 (соавт.).
- 25 фәнни һәм уҡытыу-методика буйынса хеҙмәттәр авторы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017)
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009)
- «Русское исполнительское искусств» Фонды премияһы лауреаты
Ижади ҡаҙаныштары
- Төбәк йәш музыканттар конкурсы лауреаты (Өфө, 1976).
- Халыҡ-ара «ХХI быуат сәнғәте» конкурсы лауреаты (Киев, 2004)
- Халыҡ-ара симфоник һәм камера музыкаһы фестивале дипломанты (2005)
- Халыҡ-ара классик музыка фестивале лауреаты (Испания, 2008)
- «Талант ҡанаттарында» конкурс‑фестивале дипломанты (2014)
- Республика аккомпаниаторлыҡ сәнғәте фестивале дипломанты (2016).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2023)
Сығанаҡтар
- Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. СИТДИКОВА Флюра Булатовна 2021 йылдың 22 апрель көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2023)
- Преподаватели образовательных учреждений культуры и искусства продемонстрировали своё мастерство
- Управление по культуре и искусству Администрации городского округа город Уфа Республики Башкортостан. В Уфе прошел V Открытый региональный конкурс юных музыкантов им. М.Г. Файна(недоступная ссылка)