Шакиров Фәрүәз Рәхим улы

Шакиров Фәрүәз Рәхим улы (рус. Шакиров Фарваз Рахимович; 1 декабрь 1929 йыл20 ноябрь 2011 йыл) — инженер, сәнәғәт өлкәһе һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1975 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитетының беренсе секретары, 1988—1999 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының директор урынбаҫары, тау инженеры. Башҡорт АССР-ының 10-сы һәм 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (2002).

Биографияһы

Фәрүәз Рәхим улы Шакиров 1929 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Илсе ауылында тыуған[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1943 йылда «Заготзерно» предприятиеһы Учалы пунктының бухгалтеры булып башлай[1].

1946—1949 йылдарҙа — «Башзолото» тресы Учалы руда идаралығының тамамланған цикллы эшкәртеү фабрикаһы мастеры[1].

1949—1953 йылдарҙа — саҡырыу буйынса Совет Армияһында сафында хәрби хеҙмәттә була[1].

1958 йылда Магнитогорск индустриаль техникумын[2], 1964 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын[3] тамамлай[1].

1958 йылдан — Магнитогорск металлургия комбинаты инженеры[1].

1964 йылдан — Сибай ҡалаһындағы Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинатының быраулау станогы машинисы ярҙамсыһы, тау мастеры, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса баш инженер ярҙамсыһы, предприятиеның партком секретары һәм директор урынбаҫары[1].

1969 йылдан — Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты Учалы руднигының смена начальнигы, комбинат идаралығының хәүефһеҙлек техникаһы бүлеге начальнигы[1].

1971 йылдан КПСС-тың Учалы ҡала комитетының сәнәғәт бүлеге мөдире, 1972 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының ойоштороу-партия эше бүлеге инструкторы[1].

1975 йылда КПСС-тың Учалы ҡала комитетының беренсе секретары итеп һайлана һәм был вазифала 1988 йылға тиклем эшләй[1].

1988—1999 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының тау инженеры[1].

2002 йылдың 4 октябрендә Фәрүәз Рәхим улына «Учалы ҡалаһының Һәм Учалы районының почётлы гражданы» тигән маҡтаулы исем бирелә[1].

Ветеран 2011 йылдың 20 ноябрендә вафат була[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 1980—1985 йылдарҙа Учалы районындағы 263-сө Учалы һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты[4].  (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)
• 1985—1990 йылдарҙа Учалы районындағы 264-се Учалы һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 11-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты[5].
• 2000—2010 йылдарҙа Учалы ҡалаһының Һәм Учалы районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе[6] (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2025)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
• Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
• Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (2002)
• миҙалдар