Юнысов Зәбир Кәбир улы
Юнысов Зәбир Кәбир улы (рус. Юнусов Забир Кабирович; 1 декабрь 1937 йыл — 28 август 2020 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәтҡәре, йәмәғәтсе. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге|Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы]] депутаты[1].
Биографияһы
Зәбир Кәбир улы Юнысов 1937 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуған. Юғары белемле - 1964 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
1955 йылда Свердловск техник училищеһына уҡырға инә, унан Совет Армияһы сафтарына саҡырыла, 1956—1959 йылдарҙа хәрби хеҙмәттә була.
1959 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә, дүртенсе курсты тамамланғандан һуң, [[Ырымбур ауыл хужалығы институтының инженерҙар әҙерләү факультетының ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә.
Хеҙмәт эшмәкәрлееген 1963 йылда башлай. Институтты тамамлағандан һуң Балаҡатай районы ауыл хужалығы идаралығында, артабан «Башптицепром» тресында баш инженер булып эшләй.
1968—1974 йылдарҙа Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһы директоры.
1974—1976 йылдарҙа проект институтында бүлек етәксеһе[2]..
27 йыл дауамында ике ҡош-ҡорт фабрикаһы директоры була: төҙөлөш барған осоронан уҡ Өфө ҡошсолоҡ фабрикаһын етәкләй, ә 1976 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһына ла төҙөлөп ятҡан мәленән үк етәкселек итә башлай.
Благодаря его таланту руководителя, ратующего за своих земляков, был построен самый современный и большой населенный пункт в Уфимском районе – село Авдон с крупными объектами культуры, образования, торговли здравоохранения.
1990 йылда Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советына Өфө районы 262-се Николаевка һайлау округынан депутат итеп һайлана[4][5]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены;
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре;
- Өфө районының почетлы гражданы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- [[Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге]]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 27
- ↑ Скончался Юнусов Забир Кабирович 2020 йылдың 23 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 12 созыв (БАССР)
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 30
Сығанаҡтар
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.