Ғәлләмов Флүр Фәнәүи улы

Флүр Фәнәүи улы Ғәлләмов  (рус. Галлямов Флюр Фанавиевич; 1968 йылдың 1 декабре, Баҡалы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 2001 йылдан «Роскомснаббанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе. Башҡортостан Республикаһының 4-се (2008—2013) һәм 5-се (2013—2018) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция климатын яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының Фәнде үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды Советы, Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011).

Биографияһы

Флүр Фәнәүи улы Ғәлләмов 1968 йылдың 1 декабрендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районының Баҡалы ауылында тыуған.

1992 йылда Өфө нефть институтын «нефть һәм газ скважиналарын быраулау» һөнәре буйынса тамамлай.

1992 йылдан — «Эстеха» йәмғиәте директоры урынбаҫары.

1995 йылда — Бөтә Рәсәй ситән тороп уҡыу финанс-иҡтисад институтын «кредит һәм финанс» һөнәре буйынса тамамлай.

1996-1997 йылдар — «Башнефть» фирмаһының берләштерелгән дирекцияһы директоры.  

1997-2001 йылдар — «Башкомснаббанк» йәмғиәте белгесе, баш белгесе, бүлек етәксеһе.  

2001 йылдан — «Роскомснаббанк» (элекке атамаһы «Башкомснаббанк») асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе.

2002 йылдан — «Роскомснаббанк» йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы.

2014 йылдан — бер үк ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы Советы рәйесе. 

2025 йылдың 31 майына торошло, Ғәлләмов мутлашыу һәм аҡса туҙҙырыу буйынса енәйәт эше буйынса ғәйепләнеүсе булып үтә. Енәйәт эше «Алтын запас»инвестиция платформаһы менән бәйле. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың элекке депутаты Һәм Өфөнөң Роскомснаббанк хужаһы Флүр Ғәлләмовтың халыҡ-ара эҙләүгә иғлан ителеүе тураһында хәбәр ителде[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Банк сфераһының йыл менеджеры» Бөтә Рәсәй конкурсының «Ышаныс һәм таяныслы» номинацияһында еңеүсе (2005)
  • «Рәсәй Федерацияһы топ-менеджеры» маҡтаулы исеме (2006)
  • «Йыл эшҡыуары» республика конкурсының  «Башҡортостан Республикаһында социаль яуаплы бизнес формалаштырыуға индергән өлөш өсөн» номинацияһында еңеүсе (2007)
  • Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2011)
  • «Рәсәй банкы эшен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» билдәһе (2011)
  • 2012 йыл — «Йыл банкиры»
  • 2015 йыл — «Йыл эшҡыуары» республика конкурсында еңеүсе
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —  Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы

Йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм шәфҡәтлелек

  • Өфө дәүләт нефть техник университетының попечителлек советы ағзаһы
  • Рима Баталованың «Башҡортостан Республикаһы "Милләт йәшлеге"» исемле төбәк йәмғиәт фонды попечителлек советы ағзаһы
  • Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы
  • Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһының идара ағзаһы
  • «РОСКОМСНАББАНК» йәмғиәтенең Фонд советы етәксеһе.

Иҫкәрмәләр

  1. Владелец Роскомснаббанка Флюр Галлямов объявлен в международный розыск. Уфа РБК (31 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2025.