Артур Конан Дойл
Артур Конан Дойл (Дойль) | |
---|---|
Arthur Ignatius Conan Doyle | |
Исеме: | ингл. Arthur Ignatius Conan Doyle |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы табип |
Йүнәлеше: | детектив хикәйәләр |
Жанр: |
детектив мажаралар фәнни фантастика биография |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | инглиз |
Дебют: | «Сэсасса үҙәне сере» (1879) |
Ҡултамғаһы: | |
Сэр Артур Конан Дойл (ингл. Sir Arthur Ignatius Conan Doyle; 22 май 1859 йыл — 7 июль 1930 йыл, Кроуборо, Суссекс) — инглиз яҙыусыһы (белеме буйынса табип), бихисап мажаралы, тарихи, публицистик, фантастик һәм юмористик әҫәрҙәр авторы. Детектив, фәнни-фантастик һәм тарихи-мажаралы әҙәбиәттең классик персонаждарын: гениаль шымсы Шерлок Холмсты, сәйер профессор Челленджерҙы, ғәййәр кавалерия офицеры Жерарҙы уйлап сығарыусы. 1910 йылдың икенсе яртыһынан алып ғүмере аҙағынаса спиритуализм идеяларын яҡлаусы һәм таратыусы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Артур Игнейшус, Конан Дойл (Дойль, Артур Конан Дойл 1859 йылдың 22 майында Эдинбургта (Шотландия) әҙәбиәттә һәм сәнғәттә ҡаҙаныштары менән билдәле ирланд католиктары ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Чарльз Олтемонт Дойл (1832—1893) архитектор һәм рәссам, 1855 йылдың 31 июлендә 23 йәшендә 17 йәшлек Мэри Джозефин Элизабет Фоулиға (1837—1920) өйләнә. Рыцарҙар традициялары, батырлыҡтар һәм мажараларға мөхәббәт Артурға әсәһенән күскән. Буласаҡ яҙыусының ғаиләһе эскесе һәм тотанаҡһыҙ психикалы атаһының холҡо арҡаһында аҡса яғынан етди ҡыйынлыҡтар кисерә. Артурҙың мәктәп тормошо Годдерҙың әҙерлек мәктәбендә үтә. Малайға 9 йәш тулғас, бай туғандары уның уҡыуы өсөн түләргә тәҡдим итәләр һәм ете йылға Стонихерст ябыҡ иезуит колледжына (Ланкашир графлығы) уҡырға ебәрәләр. Бынан яҙыусы дини һәм синфи хөрәфәттәргә, тән язаһына нәфрәт тойғоһон алып сыға. Һирәк бәхетле мәлдәр әсәһенең хаттары менән бәйле була: тормошоноң барлыҡ ваҡиғаларын ентекләп һөйләү ғәҙәтен ул шунан бирле ташламай. Бынан тыш, колледжда Артур спорт, тәү сиратта крикет менән шөғөлләнә. Шулай уҡ ул үҙендә хикәйәсе һәләтен аса: тиҫтерҙәре уның янына йыйылып, сәғәттәр буйы юл ыңғайы уйлап сығарылған тарихтарҙы тыңлай. Һөйләүҙәренсә, колледжда уҡыу ваҡытында Артурҙың яратмаған предметы математика булған, өҫтәүенә, уны класташтары — ағалы-ҡустылы Мориартиҙар йәберләй. Һуңыраҡ был ваҡиғалар тураһындағы хәтирәләр «Холмстың һуңғы эше» хикәйәһендә енәйәтселек донъяһы даһийы математика профессоры Мориарти образын барлыҡҡа килтергән. 1876 йылда Артур колледжды тамамлап өйгә ҡайта: тәү сиратта уға был ваҡытҡа тулыһынса тиерлек аҡылынан яҙған атаһының ҡағыҙҙарын үҙ исеменә күсерергә тура килә. Сәнғәт менән шөғөлләнеүҙән баш тартып, ул Эдинбург университетына табип һөнәре буйынса уҡырға китә. Унда ул буласаҡ яҙыусылар Джеймс Барри һәм Роберт Льюис Стивенсон менән таныша.
Әҙәби ижадының башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өсөнсө курста уҡығанда Артур үҙен әҙәбиәттә һынап ҡарарға була. Уның тәүге хикәйәһе «Сэсасса үҙәне сере» Chamber’s Journal университет журналында баҫыла. 1880 йылдың февраленән сентябренә тиклем Дойл Aрктика һыуҙарында «Һоуп» (ингл. Hope — «Өмөт») кит аулау судноһында ете ай карап табибы булып эшләй, 50 фунт эш хаҡы ала. «Был карапҡа мин килбәтһеҙ үҫмер булып мендем, ә траптан көслө оло ир булып төштөм», — тип яҙа ул һуңынан автобиографияһында. Арктик сәйәхәттән алған тәьҫораттар «Тимерғаҙыҡ йондоҙо» капитаны" (ингл. Captain of the Pole-Star) хикәйәһе нигеҙенә ята. Ике йылдан һуң ул «Маюмба» пароходында Көнбайыш Африка ярына сәйәхәт ҡыла. 1881 йылда университет дипломы һәм медицина бакалавры дәрәжәһе алғас, Конан Дойл табип эшенә тотона. 1891 йылда Дойл әҙәбиәтте төп һөнәре итергә була. 1884 йылдың ғинуарында Cornhill журналы уның «Хебекук Джефсондың хәбәре» хикәйәһен баҫтыра. Шул уҡ ваҡытта Дойл буласаҡ ҡатыны Луиза «Туя» Хокинс менән таныша, 1885 йылдың 6 авгусында туй үткәрәләр. 1884 йылда Конан Дойл әҙәпһеҙ һәм миһырбанһыҙ негоцианттар-байлыҡ туплаусылар тураһында криминаль-детектив сюжетлы «Гердлстон сауҙа йорто» ижтимағи-көнкүреш романы өҫтөндә эш башлай. Ч. Диккенс йоғонтоһонда яҙылған был роман 1890 йылда баҫтырылып сыға. Конан Дойл 1886 йылдың мартында «Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәрҙәге этюд»ты башлай һәм апрелдә нигеҙҙә тамамлай ҙа инде. Тап был әҫәрҙә тәү тапҡыр Шерлок Холмс пәйҙә була. «Уорд, Локк һәм Ко» нәшриәте повесҡа хоҡуҡтарҙы 25 фунт стерлингҡа һатып ала һәм 1887 йылда Beeton’s Christmas Annual журналының раштыуа һанында баҫтырып сығара. Киләһе йыл шул уҡ нәшриәт был әҫәрҙе айырым китап итеп сығара, рәсем менән биҙәү эшен яҙыусының атаһы Чарлз Дойлға тәҡдим итәләр. 1889 йылда Дойлдың «Клумбер сере» романы (ингл. The Mystery of Cloomber) сыға. Өс кенәсел будда монахының «үлгәндән һуң тормошо» тарихы — авторҙың паранормаль күренештәргә булған ҡыҙыҡһыныуының тәүге әҙәби дәлиле — уны һуңынан спиритуализмдың инанған эйәреүсеһе итә.
Тарихи цикл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1888 йылда Дойл Яков Икенсене ҡолатыуҙы маҡсат иткән Монмут ихтилалы тураһындағы «Михей Кларк мажаралары» романы өҫтөндә эште тамамлай. Роман ноябрҙә донъя күрә һәм тәнҡит тарафынан йылы ҡаршылана. Ошо мәлдән алып Конан Дойлдың ижадында ҡаршылыҡ килеп тыуа: бер яҡтан, уҡыусылар һәм нәшриәтселәр яҙыусынан Шерлок Холмс тураһында яңы әҫәрҙәр талап итһә, икенсе яҡтан, уның етди, тәү сиратта, тарихи романдар, шулай уҡ шиғырҙар һәм пьесалар авторы булараҡ танылыу алырға ынтылышы көсәйә бара. Конан Дойлдың тәүге етди тарихи әҫәре булып «Аҡ отряд» романы һанала. Бында автор феодальАнглия тарихының һынылышлы осорона мөрәжәғәт итә. Яҙыусы ысынбарлыҡта булған ваҡиғаларҙы нигеҙ итеп ала: Йөҙ йыллыҡ һуғыш барышында 1366 йылда ваҡытлыса тынлыҡ урынлашҡас, ирекмәндәрҙән һәм ялланған һуғышсыларҙан «аҡ отрядтар» барлыҡҡа килә башлай. Һуғышты Франция территорияһында дауам итеп, улар шул уҡ ваҡытта испан тәхетенә дәғүәселәр көрәшенә лә хәл иткес өлөш индерәләр. Конан Дойл был әҫәрҙә шул замандың көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙә, ә иң мөһиме, ул ваҡытҡа инде кисергән рыцарлыҡты героик рәүештә һүрәтләй. «Аҡ отряд» Cornhill журналында баҫыла (уны нәшер итеүсе Джеймс Пенн романды "Айвенго"нан һуң иң яҡшы тарихи роман, тип иғлан итә), ә 1891 йылда айырым китап булып сыға. Конан Дойл уны һәр саҡ иң яҡшы әҫәрҙәренән һанаған. Наполеондың Трафальгарҙан алып Ватерлооға тиклемге һуғыштарына Конан Дойл бригадир Жерар тураһындағы әҫәрҙәрен бағышлаған. Был персонаж 1892 йылда, Джордж Мередит Конан Дойлға де Марбоның өс томлыҡ "Мемуарҙар"ын тапшырғас, барлыҡҡа килгән, тип фаразлана. Билдәле маршал Жерарҙың прототибы тип иҫәпләнә. Яңы серияның тәүге хикәйәһен — «Бригадир Жерарҙың миҙалы» әҫәрен — автор 1894 йылда АҠШ буйлап сәйәхәт барышында сәхнәнән уҡып ишеттерә. Шул уҡ йылдың декабрендә хикәйәне Strand Magazine баҫтыра. Серия өҫтөндә эште Конан Дойл Давоста дауам итә. 1895 йылдың апреленән сентябренә тиклем «Бригадир Жерар батырлыҡтары» аталған журналда баҫылып сыға. "Бригадир Жерар мажаралары"ның тәүге хикәйәләре лә бында баҫыла (1902 йылдың авгусынан 1903 йылдың майына тиклем). Жерар хаҡындағы хикәйәләрҙең сюжеты фантастик характерҙа булһа ла, тарихи дәүер ярайһы уҡ дөрөҫ һүрәтләнгән. 1892 йылда «Ҡыуылғандар» мажаралы романы һәм «Ватерлоо» тарихи пьесаһы тамамлана, һуңғыһында төп ролде авторҙан пьесаға бар хоҡуҡтарҙы һатып алған ул заманда билдәле актёр Генри Ирвинг башҡара. Шул уҡ йылда Конан Дойл «Табип Флетчерҙың пациенты» повесын баҫтыра, ҡайһы бер тикшеренеүселәр был әҫәрҙе авторҙың детектив жанрындағы тәүге аҙымдарының береһе, тип иҫәпләй. Был повесты тарихи тип шартлы рәүештә генә атарға була — икенсе кимәл персонаждар араһында Бенджамин Дизраэли һәм уның ҡатыны бар.
Шерлок Холмс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Шерлок Холмс мажаралары» серияһының беренсе хикәйәһе «Богемиялағы низағ» Strand журналында 1891 йылда баҫылып сыға. Оҙаҡламай тиңһеҙ шымсы-консультантҡа әйләнгән төп геройҙың прототибы булып ваҡ-төйәк аша кешенең үткәнен һәм холҡон белә алған Эдинбург университетының профессоры Джозеф Белл тора. Ике йыл дауамында Дойл хикәйә артынан хикәйә яҙа, шунан был персонаж уны ялҡыта. Ул Холмсты профессор Мориарти менән алышта («Холмстың һуңғы эше», 1893) «үлтерергә» лә итә, әммә уҡыусыларға оҡшап ҡалған геройҙы ҡабат терелтергә тура килә. Холмс тураһындағы эпопея «Баскервилдәр эте» романы менән тамамлана, уны детектив жанрының классикаһы тип атайҙар.
Холмстың мажараларына дүрт роман: «Ҡуйы ҡыҙыл төҫтәрҙәге этюд» (1887), «Дүртәү тамғаһы» (1890), «Баскервилдәр эте» (1900), «Ҡот осҡос үҙән» (1915) һәм биш хикәйәләр йыйынтығы («Шерлок Холмс мажаралары», «Шерлок Холмс тураһында яҙмалар», «Шерлок Холмстың кире ҡайтыуы» һ.б.) бағышланған. Дойлдың замандаштары Холмстың бөйөклөгөн кәметеп ҡарар булғандар, уны Дюпен (Эдгар Аллан По), Кафф (Уилки Коллинз) һәм Лекоктың (Эмиль Габорио) ҡушылмаһы итеп күргәндәр. Ваҡыт үтеү менән Холмстың башҡа геройҙарҙан айырмалығы асыҡ күренә: ғәҙәти булмаған сифаттарының берләшеүе уны бөтә замандар өсөн актуаль итә. Шерлок Холмстың һәм уның тоғро дуҫы һәм биографы доктор Ватсондың (Уотсондың) ғәҙәттән тыш популярлығы ваҡыт үтеү менән үҙенә күрә бер мифология тармағы булып үҫешә, уның үҙәге булып Лондондағы Бейкер-стрит, 221В адресы буйынса фатир тора.
1900 йылда «Баскервилдәр эте» романын яҙыу мәленә Артур Конан Дойл донъяла иң юғары түләү алған автор була.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Артур Конан Дойл Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Артур Конан Дойл Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- eTexts of Arthur Conan Doyle’s works . Project Gutenberg. Дата обращения: 2 октябрь 2016.
- Doyle, Arthur Conan . The Encyclopedia of Science Fiction. Дата обращения: 2 октябрь 2016.
- Sir Arthur Conan Doyle Biography . The Official Site of Sir Conan Doyle Literary Estate. Дата обращения: 2 октябрь 2016.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- Бөйөк Британия яҙыусылары
- 1859 йылда тыуғандар
- 1930 йылда вафат булғандар
- Детектив яҙыусылар
- Детектив әҙәбиәт
- Детектив
- Мажаралы әҙәбиәт авторҙары
- Мажаралы әҙәбиәт
- Мажаралы әҫәрҙәр
- Фантастика
- 22 майҙа тыуғандар
- 7 июлдә вафат булғандар
- Тарихи әҙәбиәт
- Тарихи романдар авторҙары
- Масонсылыҡ