Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы

Вадим Тимерйән улы Ҡайбышев (рус. Кайбышев Вадим Тимирзянов1960 йылдың 16 июле, Уръяҙы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй ғалим-хәрби табибы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина хеҙмәте полковнигы (2000). Медицина фәндәре докторы (2007), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000).

Биографияһы

Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы 1960 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР‑ының Мишкә районы Уръяҙы ауылында тыуған[1]. 1984 йылда Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетын дауалау-профилактика эше һөнәре буйынса тамамлай[2]. Диплом алғандан һуң 1984—2009 йылдарҙа Ҡораллы көстәр сафында хеҙмәт итә: ГДР‐ҙа Совет ғәскәрҙәре төркөмөндә полк медицина пункты һәм медицина хеҙмәте начальнигы, 1989 йылдан алып Волга буйы хәрби округының санитария‐эпидемиология отряды начальнигы булып эшләй. Запастағы медицина хеҙмәте полковнигы[1].

1992 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыта, 1997 йылдан уҡыу буйынса кафедра начальнигы, 2010 йылдан һаулыҡ һаҡлауҙың мобилизацион әҙерләү һәм һәләкәттәр медицинаһы кафедраһы мөдире.

2007 йылда «Стратегия и принципы управления психосоциальными факторами профессионального риска врачей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[https://www.dissercat.com/content/strategiya-i-printsipy-upravleniya-psikhosotsialnymi-faktorami-professionalnogo-riska-vrache Стратегия и принципы управления психосоциальными факторами профессионального риска врачей тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 14.00.50, доктор медицинских наук Кайбышев, Вадим Тимирзянович]. DisserCat. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026..

Фәнни эшмәкәрлеге

Ҡайбышев Вадим Тимерйән улының фәнни эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең һөнәри ауырыуҙарын, тормош сифатын, һаулыҡ торошон, хеҙмәттең психосоциаль факторҙарын өйрәнеүгә арналған. Ул 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙмәттәре

  • Медико‐психологическое сопровождение лиц экстремальных профессий. Өфө, 2011 (авторҙаш)

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2000);
  • «СССР-ҙың ҡораллы көстәренә 70 йыл» миҙалы;
  • 1,2,3 дәрәжә «Хәрби хеҙмәттә ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары[2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Өҙөмтә хатаһы: <ref> билдәһе дөрөҫ түгел; Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  2. 1 2 Ҡайбышев Вадим Тимерйән улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июль 2026.