Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы
Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (рус. Ергалиев Фарид Рашитович; 1952 йылдың 16 июле, Сибай, Башҡортостан Республикаhы — 2020 йылдың 12 июле йәки 2020 йылдың 11 июле, Өфө) — совет һәм Рәсәй рәссамы. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
Биографияһы
Фәрит (Борис) Рәшит улы Йәрғәлиев 1952 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуған.
Һынлы сәнғәткә Новосибирскиҙа Халыҡ рәсем студияһында (1978—1984), Новосибирск художество училищеһының сәнәғәт графикаһы бүлегендә (1984—1988; педагогтары А. С. Чернобровцев, В. М. Гранкин) уҡый.
1970—1988 йылдарҙа Новосибирскиҙа художество оҫтаханаһында йәшәй һәм эшләй, 1988−2002 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында эшләй. Станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика техникаһында эшләй.
«Һары бейә» художество төркөмө (1990—1993), 2002 йылдан алып «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы[1].
Рәссамдың картиналары М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Силәбе сәнғәт музейында, Новосибирск картиналар галереяһында, Мари Иле Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Йошкар-Ола), Калиниград өлкә картиналар галереяһында, «Янғантау» картиналар галереяһында (Башҡортостан Республикаһының Салауат районы, «Янғантау» шифаханаһы), «Сити-Арт» галереяһында (Нью-Йорк, АҠШ), «Инвит» галереяһында (Төньяҡ Уэльс) һәм «Маджасс-Рифей» галереяһында (Лондон; икеһе лә — Бөйөк Британия), Түбәнге Саксония фән һәм мәҙәниәт министрлығы галереяһы (Һанновер, Германия), Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә (Австрия, Әзербайжан, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, АҠШ, Төркиә, Үзбәкстан, Швейцария, Япония) шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана[1].
Фәрит Рәшит улы Йәрғәлиев 2020 йылдың 12 июлендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[2].
Эштәре
- «Мәңгелек тураһында уйҙар» (1990), «Ҡыпсаҡ тамғалары» (1995), «Йыһан тураһында» (2002); «Салауатҡа бағышлама» (1991), «Сибай» (1991-1992).
- «Минең ҡыпсаҡтар» график сериялары (1993).
- «Өләсәйем иҫтәлегенә арнайым» (1997), «Джаз-лирика» (1999), «Минең тормошомдан бер йыл» (2002) картиналары.
Ҡатнашҡан күргәҙмәләре
Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы 1980 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара, график, зона, төбәк, сит ил һәм төркөм менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Шәхси күргәҙмәләре Өфөлә (1992, 1995, 1997, 1999, 2000, 2002, 2009), Силәбелә (1992, 2011—2012), Башҡортостан Республикаһының Салауат районында (2000) үтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2002).
- Ғабдулла Туҡайҙың тыуыуының 110-йыллығына арналған республика күргәҙмә-конкурсы премияһы лауреаты, (I премия, 1996], Өфө).
Хәтер
2021 йылдың 18 майынан 5 июненә тиклем Өфөләге А. Э. Тюлькиндың мемориаль йорт-музейында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы Фәрит Рәшит улы Йәрғәлиевтың М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы фондтарынан алынған әҫәрҙәре күргәҙмәһе ойошторола. Күргәҙмә VI Бөтә донъя фольклориадаһына арналған «Фольклориадаға табан» проекты сиктәрендә үтә. Экспозицияла рәссамдың 15 живопись әҫәре тәҡдим ителә. Ойоштороусылар фекеренсә, күргәҙмә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп милләтле тарихына һәм мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға булышлыҡ итә[3].
Өҫтәмә мәғлүмәт
- Бер туған ҡустыһы Йәрғәлиев Хәмит Рәшит улы 1953 йылдың 3 июлендә тыуған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Йәрғәлиев Фәрит Рәшит улы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.
- ↑ В Уфе скоропостижно скончался заслуженный художник Башкортостана Фарид Ергалиев. ИА «Башинформ» (12 июль 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2020. Архивировано 7 август 2020 года.
- ↑ В Мемориальном доме-музее А.Э. Тюлькина проходит выставка заслуженного художника РБ Фарида Ергалиева. Культурный мир Башкортостана (16 май 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2026.