Карамова Ирина Марсил ҡыҙы
Ирина Марсил ҡыҙы Карамова (рус. Карамова Ирина Марсиловна; 1961 йылдың 16 июле, Өфө) — Рәсәй дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, табип-кардиолог. Профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2015), медицина фәндәре докторы (2011). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006). Өфө ҡалаһының Клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының VII саҡырылыш депутаты[1]
Биографияһы
Ирина Марсил ҡыҙы Карамова 1961 йылдың 16 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Хеҙмәт юлын 1981 йылда Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башлай.
1984 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай. 1985—1986 йылдарҙа табип-кардиолог (рус.)баш. булып эшләй, 1986—1988 йылдарҙа ҡабул итеү бүлеге мөдире вазифаһын башҡара. 1990—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһының кардиология диспансерында табип-кардиолог була.
1992—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтында ассистент, доцент булып эшләй. Бер үк ваҡытта практик медицина эшмәкәрлеген дауам итә[2].
2000 йылдан Республика кардиология диспансерында баш табиптың дауалау эше буйынса урынбаҫары була, 2004—2006 йылдарҙа баш табип вазифаһын ваҡытлыса башҡара, 2006—2012 йылдарҙа — баш табип.
2020 — 2022 йылдарҙа, COVID-19 пандемияһы осоронда, коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар өсөн стационар менән етәкселек итте.
2012 йылдан Өфө ҡалаһының Клиник ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһының баш табибы[3].
Фәнни эшмәкәрлеге
1994 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын, 2011 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 2013 йылда профессор исемен, ә 2017 йылда Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы исемен ала[4]
Карамованың фәнни эшмәкәрлеге йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары менән сирләгән пациенттар араһында үлем кимәлен кәметеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы программалар эшләүгә арналған. Ул хроник йөрәк етешмәүсәнлеге булған ауырыусыларға махсус кардиологик ярҙам күрһәтеүҙе камиллаштырыу мәсьәләләре менән шөғөлләнә.
Уның ҡатнашлығында коронар артерияларҙың миокардиаль күперсектәрен модификацияланған фармакологик стресс-эхокардиография ысулы ярҙамында инвазив булмаған дифференциаль диагностикалау алымдары эшләнгән.
Йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлеге
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының VII саҡырылыш депутаты. «Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет»ы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы ағзаһы[3].
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Төп сығанаҡ: [3]
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы,
- Салауат Юлаев ордены (2023),
- Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының «Хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы,
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2023),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2006),
- «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе.
Ғаиләһе
Ҡыҙы бар[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Карамова Ирина Марсиловна. Депутаты Государственного Собрания - Курултая Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ Карамова Ирина Марсиловна. Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Карамова Ирина Марсиловна (рус.), Единая Россия. 18 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ «Повод гордиться»: главный врач больницы скорой помощи Уфы Ирина Карамова. Башинформ (17 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2026.