Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы
Рөстәм Миңлерәүеф улы Мөлөков (рус. Рустем Миннирауфович Мулюков; 1971 йылдың 16 июле) — Рәсәй бейеүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленың 1997—2016 йылдарҙағы балет артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
Биографияһы
1971 йылдың 16 июлендә Өфөлә тыуған.
Өфө ҡалаһында 88-се урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Ленин исемендәге Өфө приборҙар эшләү заводында слесарь-аппаратура йыйыусы булып эшләй.
1992—1994 йылдарҙа - «Мираҫ» фольклор ансамблендә балет артисы. Һуңынан өс йыл Яңы-Өфө нефть эшкәртеү заводының АЙ «Чара» фирмаһы именлек хеҙмәтендә, «Страж» һаҡлау предприятиеһендә эшләй.
1997 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле артисы булып эшләй. Рөстәм Мөлөков характерлы бейеүе; башҡарыу оҫталығы юғары техника һәм тәьҫирлелек менән айырылып тора. Репертуарында «Бөркөтостан», «Гаучо», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Еҙ үксә», «Ете ырыу», «Зарифа», «Төньяҡ амурҙары», «Һунарсы» һәм башҡа бейеүҙәр.
Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы 2016 йылда пенсияға сыға, параллель рәүештә ансамблдә репетитор булып эшләй[1].
Ғаиләһе
Өйләнгән. Улы Дамир (1999).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2001)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
- Мөлөков Рөстәм Миңлерәүеф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://zakon-region3.ru/1/69553/